Һәйкәлгә лә иғтибар кәрәк11.04.2012
Баш ҡаланың Ленин районы прокуратураһы ҡала етәкселегенән Клавдия Абрамованың һәйкәлен тәртипкә килтереүҙе талап иткәйне.
Ҡоролма Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған Иҫтәлекле ҡоролмалар реестрына ингән һәм уны тәртиптә тотоу яуаплылығы урындағы үҙидара органдарына йөкмәтелгән.
Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 8 Март исемендәге Өфө тегеү фабрикаһы алдына ҡуйылған һәйкәлдең тирә-яғы таҙартылған, етешһеҙлектәр бөтөрөлгән.


Вернуться назад