Ни генә тимә, ауыл балаларының төрлө театрҙарға, түңәрәктәргә йөрөү мөмкинлеге сикләнгән. Был йәһәттән беҙҙең Рәхмәт ауылы сабыйҙары бәхетле. Үҙебеҙҙә ойошторолған ҡурсаҡ театры кескәйҙәр, уларҙың атай-әсәйҙәре өсөн дә ҙур ҡыуаныс бүләк итә.
Бының өсөн беҙ йырсы Зилә Лираға рәхмәт әйтеп бөтә алмайбыҙ. Уның ярҙамы менән барлыҡҡа килде бит ул. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө лә бик күңелле үтте. Тәү тапҡыр сығыш яһауҙарына ҡарамаҫтан, кескәй артистар үҙ ролдәрен килештереп башҡарҙы. Зилә Мазһар ҡыҙының “Капитан Врунгель” әкиәтен ябай ҡағыҙ бите ярҙамында күрһәтеп һөйләүен дә ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан кескәйҙәр йотлоғоп ҡараны.
Рәхмәттә һәр кемдең бәләкәй булһа ла шәхси ҡурсаҡ театры барлыҡҡа килде. Балаларға ла, өлкәндәргә лә харап күңелле хәҙер.
Әбйәлил районы.