Өйөң булһа, уҡыуы ла күңелле!02.08.2017
Өйөң булһа, уҡыуы ла күңелле!Анна Хатанзейская тиҙҙән үҙенең яңы фатирын туйлаясаҡ. Уға район үҙәгендәге ике бүлмәле фатирҙың асҡысын тантаналы рәүештә район хакимиәте башлығы Азамат Носратуллин тапшырған.

Ҡыҙға йорт “Етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам буйынса өҫтәмә гарантиялар” тигән Федераль законға ярашлы бирелгән. Аннаға 19 йәш. Быйыл ул Кострома медицина колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлаған һәм Ярославль педагогия университетына уҡырға инергә ниәтләй.
– Фатир алыу – минең өсөн бик оҙаҡ көткән һәм шатлыҡлы ваҡиға, – ти ул. – Ошондай ярҙамы һәм хәстәрлеге өсөн район етәкселегенә рәхмәтемде белдерәм.
Етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү эше 2008 йылдан алып бойомға ашырыла. Әлегәсә 74 балаға фатир бирелгән. Бө­гөнгә етем балалар исемлегендә торлаҡ алыуға хоҡуҡлы 100 бала тора, уларҙың 50-һе инде 18 йәшен тултырған.


Вернуться назад