Һалым түләүселәр өсөн11.04.2012
20, 21 апрелдә Федераль һалым хеҙмәте Асыҡ ишектәр көнө үткәрә. Сарала республиканың барлыҡ һалым инспекциялары ҡатнаша.
Был көндө теләгән һәр кем урындағы инспекцияға консультация һәм ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала, лекциялар ойоштороласаҡ. Бигерәк тә физик шәхестәрҙең һалым декларацияһын тултырыу буйынса һорауҙарына ҙур иғтибар биреләсәк. Әйткәндәй, декларацияны апрель аҙағына тиклем тапшырырға мөмкин.