– Нихао!
– Здравствуйте! Һаумыһығыҙ, рәхим итегеҙ!
– Ни зем ми?
– Хорошо! Яҡшы, үҙегеҙ?
Нисек килеп еттегеҙ?
Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында шундай төрлө телдә яңғыраған өндәшеүҙәр-һорауҙар менән ҡоролоп китте диалог. Иң мөһиме – бер-береһен яҡшы аңлайҙар ине. Һәр хәлдә, йөҙҙәрҙә йылмайыу ҙа, ҡыҙыҡһыныу ишараһы ла һис кәмемәне...
Бына шундай хистәргә бай булды “Рәсәй-Ҡытай студент бизнес-инкубаторы” проекты сиктәрендәге осрашыу. Көнсығыш иленән килгән делегация урындағы коллегалары менән сауҙа өлкәһендә фекер алышты, тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Сарала йәмғеһе ике илдән уҡып та, бизнес алып барып та өлгөргән ике тиҫтә студент ҡатнашты.
Ҡытай… Бизнес… Хеҙмәттәшлек… Был һүҙҙәрҙе телгә алғанда ирекһеҙҙән “робот”, “гаджет” тигән төшөнсәләр ҙә иҫкә төшә. Шуға алыҫ илдән килгән яҡын дуҫтарҙың урындағы сәйәхәте филиалдың “Сәнәғәт робот техникаһы һәм медицина физикаһы” ғилми-белем биреү үҙәгендә башланыуы осраҡлы түгел. Ҡунаҡтарҙың дәүләтен робот яһау буйынса алға киткән тип һөйләргә яратһаҡ та, уларҙы һоҡландырырлыҡ һәм ҡыҙыҡһындырырлыҡ күренештәр етерлек беҙҙә.
– Һеҙҙең инновацион үҫеш миңә бик оҡшаны, бында тағы ла килеп, оҙағыраҡ ваҡыт тәжрибә тупларға теләйем, – тине, мәҫәлән, Ҡытай студенты Лей Ли. Ҡыҙҙы бигерәк тә сәнәғәт роботтары өлкәһе ҡыҙыҡһындырҙы.
Ысынлап та, ике яҡ өсөн дә өйрәнәһе һәм эшмәкәрлектә ҡулланаһы күренештәр байтаҡ. Йәшләй үк киләсәген хәстәрләгән егет-ҡыҙҙарҙың хыялдарын тормошҡа ашырған, уртаҡ бизнестар булдырған ил кимәлендәге проектты, студенттарының алдағы эш урындарын да хәстәрләгән уҡыу йорттарының хеҙмәтен был йәһәттән хупларға ғына ҡалалыр. Әйткәндәй, уның (проекттың) мөмкинлектәре тәжрибә уртаҡлашыу, өйрәнеүҙәр менән генә сикләнмәй, ә иҡтисад, маркетинг, менеджмент һәм сит телдәр буйынса федераль кимәлдәге белгестәр һабаҡ бирә йәштәргә. Насармы ни?!.
Әлбиттә, Ҡытай тиклем Ҡытайҙан килгән студенттарҙы роботтар менән таныштырыуҙан ғына торманы осрашыу – уларҙы мәҙәни-этнографик сәйәхәт тә көтә ине алда. Ҡунаҡтарҙы бигерәк тә Башҡортостандың хозур тәбиғәте, йәшәйеш үҙенсәлеге һоҡландырҙы. Мәҫәлән, башҡорт балы ғына ни тора! Уҡыу йортоноң тарих факультеты магистры Александр Кәлимуллин Көнсығышҡа киләсәктә нәҡ “татлы тауар” һәм башҡорт сәйе оҙатырға иҫәп тота.
– Был эшлекле майҙан Ҡытай вәкилдәре менән күҙгә-күҙ ҡарап аралашырға мөмкинлек бирә, – тип ҡыуана егет. Аралашыу һөҙөмтәле булырын теләргә генә ҡала.
…Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалына сәйәхәт тамам. Алда йәнә ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, хеҙмәттәшлек серҙәре көтә.
– Сесе! Цзайцзиень!
– До свидания! Рәхмәт! Киләһе осрашҡанға тиклем!..
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.