Ҡояштай тәрбиәсе02.08.2017
Ҡояштай тәрбиәсе “Күбәләк” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Фәйрүзә Мәмбәтованы кескәйҙәр ҙә, ата-әсәләр ҙә тап шулай атай. Уның 32 йылдан ашыу һәр иртәһе, ҡояш кеүек йылмайып, кескәйҙәрҙе баҡсаға ҡабул итеүҙән башлана.
– Эшемде яратам, бә­ләкәстәрҙең һәр береһен түҙемһеҙләнеп көтөп алам, кис яратып ата-әсәләренә оҙатам, шуға күрә баҡсаға йылмайып киләм, күңел бөтөнлөгө алып ҡайтам. Бәләкәйҙән тәрбиәсе булырға хыялландым, – ти Фәйрүзә Әхмәтхан ҡыҙы.
Күптәр тәрбиәсе һө­нәрен бик еңел, ябай эш тип күҙ алдына килтереп, тәрән яңылыша. Был һө­нәрҙең ни тиклем ҡатмар­лы һәм яуаплы булыуын, күпме көс талап итеүен тәрбиәсе булған кеше генә яҡшы аңлайҙыр, моғайын. Иң мөһиме – ошо һөнәрҙе һайлағандар сабый күңе­ленә асҡыс таба белергә тейеш. Бәләкәстәр менән бергә йырларға, уйнарға, кәрәк ваҡытта уларҙың күңелен үҫтереп, башынан һыйпап, арҡаһынан тупылдатып һөйөргә лә тура килә. Бала күңеле – быяла, һаҡһыҙ тотһаң – ыуала, тигәндәй, сабый күңелен алдап та, нин­дәйҙер һүҙ әйтеп йыуатып та булмай, шуға күрә тәрбиәсегә оҫта психолог булыу ҙа талап ителә.
Юғары категориялы балалар баҡсаһы тәрбиә­сеһе Фәйрүзә Мәмбәтова кескәйҙәрҙең ижади һә­ләттәрен асыу, уларҙы үҫ­тереү буйынса эҙмә-эҙ­лекле эш алып бара. Әйт­кәндәй, “Күбәләк” балалар үҫтереү үҙәге бына инде бер нисә йыл рәттән Мә­ғарифты үҫтереү инсти­тутының мәктәпкәсә белем биреү кафедраһы һәм Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университетының мәктәп­кәсә белем биреү, педагогика һәм психология кафедраһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Шун­лыҡтан бында төрлө йү­нәлештәге тәжрибә май­ҙан­сыҡтары булды­рылған. Махсус сығарылған методик ҡулланмалар, дидактик материалдар, йыйын­тыҡтар һәм програм­ма­ларҙы үҙ эшендә файҙа­ланған Фәйрүзә Әхмәтхан ҡыҙы әйтеүенсә, баланың бар мөмкинлектәре иҫәп­кә алынып, Тыуған илгә, тә­биғәткә, милли йола­ларға, байрамдарға, уйын­дарға нигеҙләнеп төҙөлгән методик әсбаптарҙың роле баһалап бөткөһөҙ ҙур.
Көн һайын 25-әр ба­ланың һәр береһе менән уртаҡ тел табып, улар менән дуҫтарса аралаша белгән тәжрибәле тәрбиә­сегә һоҡланмау мөмкин түгел. Кескәйҙәр генә түгел, ата-әсәләр ме­нән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған. “Балалар ме­нән эшләүе ҡыйын тү­гелме?” тигән һорауыма: “Юҡ, әлбиттә. Хәҙер бәлә­кәстәр бар нәмәне белеп тыуа, вундеркинд бит улар, хатта ҡайһы осраҡта үҙем уларҙан өйрәнәм”, – тип йылмая Фәйрүзә ханым.
Ул етәкселек иткән төркөм балаларының көн дә балалар баҡсаһына түҙемһеҙләнеп килеүе, хатта ҡайтҡылары килмәй тороуы, ата-әсәләренең уның хаҡында тик яҡшы хәбәрҙә булыуы Фәйрүзә Мәмбәтованың ысын мә­ғә­нәһендә үҙ эшенең оҫ­таһы булыуы хаҡында һөйләй. Ул йәмәғәте Васил Сабирйән улы менән үҙе лә өс бала тәрбиәләп үҫтергән, әле Аделина һәм Динә исемле ейәнсәр­ҙәрен һөйөп, бәхетле донъя көтәләр.

Баймаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад