Аҡ ҡәләме осонда – әүлиәләр рухы02.08.2017
Аҡ ҡәләме осонда – әүлиәләр рухы Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң бар тәбиғәт сағыу ҡояштың йылы нурҙарында иркәләнә. Ауыл өҫтөндә сәскәләрҙең баш әйләндергес хуш еҫе... Байрамса кейенгән ҡармыштар берәмләп тә, серләшә-һөйләшә төркөмләп тә ауыл китапханаһына табан ағыла.– Беҙгә Өфөнән яҙыусы килә. Башҡорт әүлиәһе Мөжәүир хәҙрәт тураһында китап яҙған Лира Яҡшыбаеваны көтәбеҙ!
Был хәбәр ауылға йәшен тиҙлегендә таралды. Йәше-ҡарты яҙыусыны күреп, әңгәмәләшеү теләге менән яна. Башҡорт халҡының хаҡһыҙ рәүештә онотолған изге кешеләре, әүлиәләре, арҙаҡлы дин әһелдәре тураһында бәйән иткән танылған яҙыусы Лира Яҡшыбаева менән осра­шыуҙы Ҡармыш ауылы китапханасыһы Мәрзиә Нәвил ҡыҙы Абдрахманова ойошторҙо. Китап һөйөүселәр менән бергәләп ҙур әҙерлек эше алып барылған – яҙыусының китаптары ҡуйылған стенд сәхнәне биҙәп тора.
Лира Миңләхмәт ҡыҙы менән әңгә­мәләшеү барышында ауыл кешеләренең әҫәрҙәрҙе уҡығанлығы, эстәлеген яҡшы белеүе фекер алышыуҙа әүҙем ҡатнашыуҙарынан асыҡ күренә. Уларҙы Лира Яҡшыбаеваның тормошо, әҫәр­ҙәрҙең яҙылыу тарихы, персонаждарҙың прототиптары ла ҡыҙыҡһындыра. “Исемем Салауат булһын” тигән китапты уҡып сыҡҡан мәктәп уҡыусыһы Йәмилә Ғәлимованың “Апай, кешенең исеме уның яҙмышына йоғонто яһай аламы?” тигән һорауына яҙыусы: “Кешенең исеме уның холҡона, яҙмышына тәьҫир итә. Был әҫәрҙә лә үҙенә ҡушылған сит ил исемен бала йөрәге менән ҡабул итә алмай. Ә исемен “Салауат” тип ҡушҡандан һуң малайҙың тормошо ла яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Беҙҙең арала ла бындай кешеләр юҡ тип әйтеп булмай”, – тип яуап бирҙе.
Светлана Шәкүрова “Һылыу ҡарағас” китабы тураһында үҙ фекере менән уртаҡлашты:
– “Һылыу ҡарағас” китабындағы хикәйәләрҙе, “Бәхетең үҙең менән” тигән повесын уҡып сыҡҡандан һуң, тәрән уйланып йөрөнөм. Яҙыусының оҫта педогог һәм психолог та булыуына инандым. Ауыр хәлдә ҡалыусыға яҡшылыҡҡа юл күрһәтеп, әҙәп, тәүфиҡ кеүек күркәм әхлаҡи сифаттар тәрбиәләү аша киләсәккә өмөт уята яҙыусы. Кеше донъяға бәхет өсөн тыуа, бәхетең үҙ ҡулыңда, ти ул. Тормоштоң төрлө осраҡтарында һүрәтләнгән ҡатын-ҡыҙ образдары ла иғтибарға лайыҡ. Әҫәрҙәге ваҡиғалар яҡшылыҡ менән тамамлана. Был да Лира Яҡшыбаеваның әҫәрҙәренә хас булған ыңғай күренеш.
“Бөтәбеҙгә бер Ер шары” китабындағы повестар туған тәбиғәтебеҙҙе ҡомарт­ҡылай күреп һаҡлау, ҡурсалауға өндәп яҙылғанлығы тураһында Миңзилә Шәм­сет­динова һөйләне. Ентекле анализ яһағандан һуң, был йыйынтыҡтың бигерәк тә быйылғы Экология йылында көнүҙәк булыуын билдәләне.
Зәмирә Кәримова “Ғабдулла Сәйеди” китабын уҡығандан һуң тыуған кисе­рештәрен белдерҙе: “Төрки телле халыҡтарҙа киң танылыу яулаған уҡымышлы башҡорттарҙың береһе булған Ғабдулла Сәйеди ун дүрт телдә иркен һөйләшкән күп яҡлы ғилем эйәһе, әүлиә, көслө табип булған. Данлыҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһендә, унан Бохарала белем алып ҡайтҡас, Баймаҡ районының Муллаҡай ауылында мәҙрәсә төҙөтөп, ошонда уҡ ҡырҡ йылдан ашыу имам һәм уҡытыусы булып халыҡҡа тәрән белем бирә. Ғәйәт уҡымышлы, зыялы милләттәшебеҙ менән беҙҙе таныштырыуығыҙ өсөн рәхмәтем сикһеҙ!”
“Данлыҡлы Зәйнулла ишан Рәсүлев, Ғабдулла Сәйеди, Мөжәүир хәҙрәт кеүек изгеләрҙең ҡәберенә барып, зыярат ҡылыуҙа хилафлыҡ бармы?” тигән һорауға яҙыусы:
– Мәрхүмдәрҙең ҡәберен белеү, уларға бағышлап Ҡөрьән уҡыу – изгеләрҙе иҫтә тотоу билгеһе. Бында ярамаған бер нәмә лә юҡ. Киреһенсә, уларҙың рухын аяттарҙа һуғарып тороу зарур, – тип яуап бирҙе.
Шулай уҡ Әнисә Камалова, Люциә Аҙнағолова, Гөлсәсәк Мөхәррәмовалар ҙа үҙ фекерҙәрен әйтте.
Лира Миңләхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева – халыҡ араһында абруйлы яҙыусы. Ғүмерен педагогия хеҙмәтенә бағышлаған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы, хажиә. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң башҡорт халҡының хаҡһыҙ рәүештә онотолған шәхестәре – мәғрифәтсе, әүлиә, табип, арҙаҡлы дин әһелдәре тураһында эҙләнеүҙәрен башлай. Бер-бер артлы донъя күргән әҫәрҙәре халыҡ күңелендә ҙур һөйөү уята. Күп ваҡыт китаптары магазин кәштәләренә етмәҫтән үк һатылып бөтә. Ғафури районы ҡыҙы Баймаҡ райо­нына килен булып төшә һәм Манһыр ауылы әүлиәһе, табип Мөжәүир хәҙрәт тураһында ишетеп белә. Коллегалары, таныштарының һорауы буйынса был ғәжәйеп шәхес тураһында тәүҙә әҙәби, аҙаҡ документаль әҫәрҙәр яҙа. Ҡармышта булған осрашыуҙа “Мөжәүир хәҙрәт” китабы буйынса һөйләшеү, моғайын, иң иҫтәлекле, иң тулҡынландырғыс мәлдәр булғандыр. Ауырыуҙарҙы Ҡөрьән сүрәләре менән дауалаған был табипҡа алыҫ төбәктәрҙән килеп, ҡуна ятып, сираттары еткәс, Аҡ хәҙрәттән өшкөрөлөп, сихәт алып ҡайтып китәләр.
Төрки донъяһында ҙур танылыу яулаған Ғабдулла Сәйеди, Зәйнулла ишан тураһындағы повестары Лира Яҡшы­баеваның ҙур яҙыусы булыуын күрһәтә. Уның Әбйәлил ишан, Сабир хәҙрәт тураһындағы иҫтәлектәре лә иҫ киткес ҡыҙыҡлы булды.
– Әбйәлил ишан ҡәберҙә тыуған, тиҙәр. Дөрөҫмө икән?
Был хәлдең, ысынлап та, Ғафури райо­нында булыуын асыҡлап һөйләне Лира апай.
“Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш” тигән китабында яҙыусы уҡыусыларҙы яҡташы, Башҡортостандың беренсе филология фәндәре докторы, профессор, иллегә яҡын тел белгән полиглот Жәлил Кейекбаев менән яҡындан таныштыра. Төрки телле халыҡтар араһында абруйлы шәхес Зәйнулла ишан Рәсүлев тураһындағы икенсе китабы ла донъя күрергә тора икән.
Яҙыусыны иң ғәжәпкә ҡалдырғаны – ул Зәйнулла ишан Расүлев, Ғабдулла Сәйеди кеүек арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе үҙебеҙҙең Башҡортостан халҡының белмәүе. Эйе, ғәрәп хәрефтәре менән яҙышҡан олатайҙар ҡулъяҙмаһы беҙҙең быуын өсөн, беҙҙең балаларыбыҙ өсөн ят күренеш, “иҫкелек ҡалдығы” булды. Тәүҙә латин, унан урыҫ хәрефтәре менән уҡытылған быуын кешеләренең бала­ларыбыҙ. Ғәрәпсә белем алған уҡы­мышлы, мәғрифәтле олатай-өләсәй­ҙәребеҙҙең әҙәби мираҫын, шәхси ҡулъяҙмаларын уҡыу бәхетенән мәхрүм ителгәнбеҙ. Быуындар араһындағы бәйләнеш ептәре өҙөлгән шул...
“Үҙегеҙ өсөн иң яҡын, иң яратҡан әҫәрегеҙ ҡайһыһы?” тигән һорауға Лира Миңләхмәт ҡыҙы: “Улар балаларым кеүек, һәр береһе ҡәҙерле”, – тине. Ә шулай ҙа һатыуға килгәндә “Бөтәбеҙгә бер Ер шары” китабын һорағандар күберәк икән.
Әйтеп үтеүемсә, әҫәрҙәр буйынса фекер алышыуҙар мауыҡтырғыс та, файҙалы ла булды. Шундай һөйкөмлө, белемле һәм бик итәғәтле Лира апай эргәһенән китергә ашыҡманы халыҡ. Яҙыусыны хөрмәтләп, ауылыбыҙҙың ағинәйе Айһылыу Әғлиуллина апай тәмле сәксәк бешереп алып килгән. Ауылыбыҙ уҙаманы Фәрит Абдрахманов кәрәҙле бал бүләк итте. Лира Яҡшыбаеваның китаптарын һатып алыу ҙа ойошторолғайны. Теләгән китаптарыбыҙҙы алып, иҫтәлеккә фотоға төшөп, яҙыусының тағы ла килеп, яңы ижад емештәре менән таныштырыуын үтенеп, күтәренке кәйефтә таралыштыҡ.
Шундай матур осрашыу, ауыл халҡы өсөн үҙенсәлекле байрам ойошторғаны өсөн Мәрзиә Нәвил ҡыҙына ҙур рәхмәт! Яратҡан эшендә ижади уңыштар, сәләмәтлек, ғаилә бәхете теләп, күп апайҙар уның арҡаһынан яратып ҡайтып китте...
“Мөжәүир хәҙрәт” китабын уҡығандан һуң Лира Яҡшыбаеваға арнап яҙған шиғырымды яҙыусының үҙенә уҡыу бәхете тейеүгә бик шатмын. Лира апайға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Халыҡсан ижадында яңынан-яңы үрҙәр яулаһын, иң изге, иң мөҡәддәс теләктәре ғәмәлгә ашһын
Уҡытыусы, хажиә һәм яҙыусы,
Һин — балҡышы үткән көндәрҙең.
Әүлиәләр рухын яҡтыртып,
Күңел күҙен астың күптәрҙең.

Таш һәйкәлдәр түгел әүлиәләр,
Нур заттандыр, улар – гел тере.
“Ерем”, – тигән, илгә хеҙмәт иткән,
Улар — ерҙә Аллаһ илсеһе.

Бер ҡасан да белмәҫ инек,
Уҡымаһаҡ һинең китапты,
Йөҙ табипҡа үҙе торош иткән
Мөжәүир ҙә тигән хәҙрәтте.

Хәҙрәт һүҙе — изге төшөнсә ул,
Мөжәүирҙе белдем изге тип.
Ихлас итеп яҙған китабыңды
Уҡыным ҡат-ҡат тәсбих әйткән
к(е)ү(е)к.

Әҫәреңдә ғәжәп хәлдәр күрҙем:
Ҡөрьән һүҙе еңде сырхауҙы.
Ил табибы булған Аҡ хәҙрәт
Күҙле итте тома һуҡырҙы!

Шул заманда йәшәгәнһеңме ни?!
Әллә йәнең улар менәнме?
Саф күңелең, бөйөк рухың
Үткәндәргә һалған күперме?!

Аллаһ һиңә үҙе насип иткән,
Аҡ ҡәләмен биреп ҡулыңа,
Илаһиҙар менән бер булып,
Йәйғор буйлап сәфәр ҡылырға.

Сәләмәтлек һиңә, оҙон ғүмер,
Насип булһын яңы асыштар.
Әҫәрҙәрең — күңел дауаһы.
Табын ҡыҙы,
Һинең менән ғорур
Башҡорттар!

Әлшәй районы,
Ҡармыш ауылы.


Вернуться назад