Башҡортостан Хөкүмәте 2013 йылда Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығын байрам итеүгә әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса саралар планын раҫланы.
Ул ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә һәм халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә йүнәлтелә. Шулай уҡ Баймаҡ ҡорос ҡойоу-механика заводының 100 йыллығы ла билдәләнәсәк.
Ойоштороу комитетына республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов етәкселек итә.
М. МӨХӘМӘТОВА.