Үҙеңә уңайлы алымды һайла01.08.2017
Эшләгән осорҙо хаҡлы ялға сығыу осоро менән алмаштырыуға бәйле пенсияны ҡайтанан иҫәпләү мәсьәләһе күптәрҙе борсой. Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров гәзит уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Граждандың Пенсия фондына страховка иғәнәләре түләнгән эш осорҙары “страховка осорҙары” тип атала. Пенсия күләмен билдәләүҙә тап улар ҙур әһәмиәткә эйә. Шул уҡ ваҡытта “страховкаланмай торған осорҙар” ҙа бар. Йәғни кеше эшләмәһә лә, социаль әһәмиәтле эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Был осор иһә страховка пенсияһына хоҡуҡ биргән страховка стажына индерелә ала. “Страховкаланмай торған осорҙар”ға, атап әйткәндә, ғаиләләге атайҙың йәки әсәнең сабыйын 1,5 йәше тулғанға тиклем ҡараған осор индерелеүе мөмкин. Әммә был осор, дөйөм алғанда, алты йылдан артмаҫҡа тейеш. Мәҫәлән, бер календарь йылға түбәндәге күрһәткестәр билдәләнә: ата-әсәнең береһенә тәүге баланы ҡараған өсөн – 1,8, икенсеһенә – 3,6, өсөнсөһөнә һәм дүртенсеһенә – 5,4 балл.
Әгәр кеше “страховкаланмай торған осор”ҙа эшләһә, хаҡлы ялға сыҡҡас, пенсия күләме ҙурыраҡ булһын өсөн стажға ниндәй осорҙо индереү отошлораҡ икәнлеген үҙе һайлай. Граждан баланы ҡараған ваҡытта рәсми хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә булһа, пенсияны иҫәпләү өсөн был осор хеҙмәт стажы булараҡ йәки “страховкаланмай торған осор”, йәғни сабыйҙы ҡарау осоро булараҡ бер тапҡыр ғына файҙаланыла.
Әгәр страховка пенсияһын билдәләгәндә күберәк балға иҫәп тотоу мөмкинлеген биргән “страховкаланмай торған осор” менән тап килгән страховка осоро иҫәпкә алынһа, пенсияны ҡайтанан хисаплауҙы һәм эш осорон (йәғни стажды) баланы ҡарау осорона (балдарҙа иҫәпләнгән) алмаштырыуҙы һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Ләкин пенсияны ҡайтанан иҫәпләткәндә һәр ваҡытта ла уның күләме артасаҡ тигән фекер хаталы. Мәҫәлән, алмаштырылған эш осоро дөйөм хеҙмәт стажынан, шул иҫәптән “льготалы” стаждан алып ташланасаҡ. Һөҙөмтәлә стаж коэффициенты кәмейәсәк. Бынан тыш, балалар 1991 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуған икән, валоризацияла иҫәпкә алынған стаж кәмей (хәтерегеҙҙәлер, “совет” стажы йыл һайын пенсия капиталын 1 процентҡа арттыра). Тимәк, балалар һаны ғына түгел, уларҙы ҡараған осор ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Әгәр ошо осорҙа эш хаҡы ла иҫәпкә алынһа, ул да алып ташланырға тейеш. Пенсияны ҡайтанан хисаплауға төрлө күрһәткестәр йоғонто яһай. Һәр осраҡ үҙенсәлекле.
Рәсәй Пенсия фонды белгестәре граждан өсөн иң отошло вариантты тәҡдим итәсәк. Әгәр эш осорҙарын баланы ҡарау осорҙарына алмаштырыу хаҡлы ялдағы кеше өсөн отошло түгел икән, уның пенсияһын ҡайтанан иҫәпләүҙән баш тартасаҡтар. Әйткәндәй, ҡайһы варианттың файҙалыраҡ икәнлеген асыҡлау өсөн иң элек Пенсия фондының урындағы идаралығына мөрәжәғәт итеп, тейешле документтарҙы, иҫәп-хисап ҡағыҙҙарын алырға кәрәк.
Осорҙарҙы алмаштырыуға бәйле пенсияны ҡайтанан иҫәпләтеү пенсионерҙың ғаризаһы тапшырылғандан һуң килгән айҙың тәүге көнөнән тормошҡа ашырыла. Ғариза биреү ваҡыты сикләнмәй. Рәсәй Пенсия фонды идаралығына мөрәжәғәт иткәндә, шәхесте раҫлаған документтан тыш, баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығын һәм уға 1,5 йәш тулыуҙы иҫбатлаған документ тапшырырға кәрәк. Тыуыу таныҡлығында паспорт бирелеү тураһындағы штамп бар икән, өҫтәмә документ талап ителмәй.
Барлыҡ мәсьәләләр буйынса Пенсия фондының район, ҡалаларҙағы идаралыҡтарына мөрәжәғәт итергә була. Пенсияны ҡайтанан иҫәпләтеүгә ғаризаны идаралыҡҡа ғына түгел, күп функциялы үҙәккә, электрон ғаризаны дәүләт хеҙмәттәренең Берҙәм порталы аша тапшырырға мөмкин.


Вернуться назад