Мобиль ҡушымтанан файҙалан01.08.2017
Рәсәй Пенсия фонды яңы мобиль ҡушымта тәҡдим итә. Ул Пенсия фондындағы шәхси иҫәптең торошо тураһында мәғлүмәт алыуҙы, эш биреүсе күсергән страховка иғәнәләрен тикшереүҙе, шулай уҡ ҡабул итеүгә яҙылыуҙы һәм кәрәкле документтарға заказ биреүҙе ябайлаштыра.
iOS һәм Android платформалары өсөн ҡулайлаштырылған ҡушымтаны файҙаланған өсөн аҡса түләргә кәрәкмәй. Ул Пенсия фонды сайтындағы Шәхси кабинетта тәҡдим ителгән төп функцияларҙан файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Ҡушымтаға инеү өсөн дүрт урынлыҡ пин-кодты яҙырға һәм дәүләт хеҙмәттәре порталында раҫланған иҫәп яҙмаһы ярҙамында авторизация үтеү шарт. Әйткәндәй, ябайлаштырылған йәки стандарт иҫәп яҙмаһын Рәсәй почтаһы, “Ростелеком” офистарында, Пенсия фондының клиент хеҙмәттәрендә раҫларға мөмкин.
Артабан ҡушымтаға ошо пин-код ярҙамында инәһең. Пенсия фонды дәүләт ведомстволары араһында тәүгеләрҙән булып Берҙәм идентификация һәм аутентификация системаһында пин-код ярҙамында авторизация алымын ғәмәлгә индерҙе.
Ҡушымта ярҙамында йыйылған пенсия балдары һәм стаж, тәғәйенләнгән пенсия йәки социаль түләү, Әсәлек капиталы күләме, Пенсия фондына мөрәжәғәттәр тарихы тураһында белешмә алырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер хеҙмәттәр дәүләт хеҙмәттәре порталында авторизация үтмәйенсә лә күрһәтелә. Мәҫәлән, геолокация хеҙмәтен ҡулланған осраҡта, ҡушымта Пенсия фондының яҡындағы клиент хеҙмәтен йәки күп функциялы үҙәкте табып, ҡабул итеүгә алдан яҙылырға ярҙам итәсәк. Ҡушымта аша шулай уҡ белешмәләргә һәм документтарға заказ бирергә, Рәсәй Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә була.