Пенсияға... 70 йәштә01.08.2017
“Рәсәй Федерацияһында дәүләт граждан хеҙмәте тураһында”ғы Федераль закон статьяһына үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, граждан хеҙмәтен башҡарыуҙың иң сикке йәшенә еткән кешегә хеҙмәт срогы уның ризалығы менән 70 йәш тулғанға тиклем оҙайтылыуы мөмкин.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан бындай норма федераль граждан хеҙмәткәрҙәре өсөн генә ҡаралһа, хәҙер иһә ул барыһына ла ҡағыла. Республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев төбәктәрҙә дәүләт хеҙмәтен башҡарыу срогын 70 йәшкә тиклем арттырыуға аңлатма бирҙе.
– Федераль һәм төбәк дәүләт граждан хеҙмәте бер үк хеҙмәт төрөн тәшкил итә. Әлеге ҡарар әүәлерәк законға индерелгән төҙәтмәләрҙең логик дауамы. Норманың көнүҙәклегенә килгәндә, ул, әлбиттә, маҡсатҡа тап килә. Практика күрһәтеүенсә, тәжрибәле етәкселәр өсөн 65 хаҡлы ялға китерлек йәш түгел. Һаулығың яҡшы, теләгең бар икән, эште дауам итергә, йәштәр менән тәжрибә уртаҡлашырға була, – тине ул. – Һәр аныҡ осраҡта хеҙмәтте оҙайтыу тураһындағы ҡарар эш үҙенсәлектәрен, сәләмәтлек торошон иҫәпкә алып ҡабул ителергә тейеш. Яңы закон дәүләт хеҙмәтен башҡарыу ваҡытын оҙайтырға рөхсәт итһә лә, кешегә теге йәки был юлды үҙаллы һайлау мөмкинлеген бирә.