Рәсәй нисәнсе урында?01.08.2017
Францияның иң ҙур банктарының береһе – Natixis йыл һайын үткәргән тикшеренеү һөҙөмтәләрен тәҡдим итте. Ул теге йәки был илдә хаҡлы ялдағы граждандар өсөн уңайлыҡтар кимәлен сағылдыра. “Известия” гәзите хәбәр итеүенсә, Рәсәй өсөн был күрһәткестәр әллә ни шәптән түгел. Рейтингты төҙөүселәр илебеҙгә мөмкин булған 43 урындың 40-сы баҫҡысын биргән. Шул уҡ ваҡытта былтырғы менән сағыштырғанда, хәл насар яҡҡа үҙгәрмәгән. 2016 йылда Глобаль пенсия индексында Рәсәй шул уҡ урынды биләгән.
Natixis, Бөтә донъя банкы мәғлүмәттәренә һәм төрлө илдәрҙең рәсми статистикаһына таянып, бишенсе йыл рәттән ошондай рейтингтарҙы төҙөй. Урындар һаулыҡ һаҡлауҙың үҫеш кимәле, пенсия күләме, илдәге тормош сифаты һәм халыҡтың матди именлеге кеүек дүрт төп критерий буйынса билдәләнә. 2017 йылда Рәсәй өсөн был күрһәткестәр 36, 41, 58 һәм 47 процент кимәлендә баһаланған.
Быйыл иң аҙаҡҡы өс урынды Бразилия, Греция һәм Һиндостан биләй, Төркиә – 39-сы урында. Был илдәр, Рәсәй менән бергә, исемлектең аҙағындағы биш баҫҡысты алған. Пенсионерҙар өсөн уңайлыҡтар кимәле буйынса алдынғылыҡты Скандинавия илдәре яулай. Тәүге биш дәүләт иҫәбенә Норвегия (1-се урын) һәм Швеция (4-се урын) инә. Икенсе урында – Швейцария. Өс лидерҙың һуңғыһы – Исландия, бишенсеһе иһә – Яңы Зеландия. Әйткәндәй, ул – алдынғылар исемлегендә Европа дәүләттәренә ҡарамаған берҙән-бер ил.