Киберхәүефһеҙлек – һеҙҙең мәнфәғәттә01.08.2017
Рәсәй Пенсия фонды идараһы рәйесе урынбаҫары Алексей Иванов менән Рәсәй Һаҡлыҡ банкы идараһы рәйесе урынбаҫары Станислав Кузнецов хеҙмәттәшлек һәм киберхәүефһеҙлек өлкәһендә үҙ-ара эшмәкәрлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Сара ошо көндәрҙә Санкт-Петербургта ХХVI “Үҫеш өсөн финанс” халыҡ-ара финанс конгресы нигеҙендә үтте.
Документҡа ярашлы, Пенсия фонды һәм Һаҡлыҡ банкы түләүһеҙ һәм үҙ-ара файҙалы нигеҙҙә киберхәүефкә бергәләп ҡаршы торорға ниәтләй. Хеҙмәттәшлек бер нисә йүнәлештә тормошҡа ашырыласаҡ. Рәсәй Пенсия фонды һәм Һаҡлыҡ банкы статистика, эш тәжрибәһе, методик тәҡдимдәр һәм үҙ-ара ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған башҡа мәғлүмәттәр менән алмашасаҡ. Тәү сиратта зарарлы программа тәьминәтенең яңы төрҙәре, селтәрҙәге һөжүмде кире ҡағыу, уның эҙемтәһен бөтөрөү һәм башҡа мәғлүмәттәр хаҡында һүҙ бара.
Бынан тыш, яҡтар берлектә ойошторған сараларҙа мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге енәйәтселеккә, селтәрҙәге һөжүмгә кәртә ҡуйыу йәһәтенән тәжрибә уртаҡлашырға ниәтләй. Берлектәге ҡаҙаныштарҙы кибер-енәйәтселеккә ҡаршы көрәш өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтен камиллаштырыу маҡсатында файҙаланыу күҙаллана. Шулай уҡ мәғлүмәт хәүефһеҙлеге буйынса хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын камиллаштырыу, консультациялар, семинарҙар, стажировкалар, оҫталыҡ дәрестәре, курстар үткәреү ҡарала.
Киберхәүефһеҙлек – “Һанлы иҡтисад” программаһының мөһим тармаҡтарының береһе. Әлеге программа һанлы иҡтисадты үҫтереү маҡсаттарын һәм бурыстарын билдәләй, социаль-иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә өлкәләрендә мәғлүмәт технологияларын файҙаланыуҙың сифат йәһәтенән өр-яңы кимәлгә күсеүен сағылдырған иҡтисади тәртипте тәшкил итә. Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте һәм ил Хөкүмәте тарафынан төҙөлгән программа бер нисә этаптан тора. Улар 2025 йылға тиклем һанлы иҡтисадты үҫтереү маҡсаттарына өлгәшеүҙе, бурыстарын үтәүҙе асыҡ күрһәтәсәк. Киберхәүефһеҙлеккә килгәндә, 2020 йылға илебеҙ ошо рейтингта – 10-сы, 2025 йылға иһә 8-се урынға сығырға тейеш.


Вернуться назад