Халыҡтың һүҙе – аҡылдың күҙе01.08.2017
Атаһын күреп ул үҫер, әсәһен күреп ҡыҙ үҫер.
Ағаһын күреп, ҡусты үҫер, апаһын күреп, һеңле үҫер.
Атаһы болан алмағандың балаһы ҡолан алмаҫ.
Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән.
Ата балаһы хата булмай.
Бала заманына ҡарап тыуа.
Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ.
Бала – талсыбыҡ.
Бала бәләкәйҙә – беләккә көс, ҙурайғас – йөрәккә көс.
Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер.
Балалы кеше – иң бай кеше.
Балалы өй – баҙар, балаһыҙ өй – маҙар.
Баланан бәхетең булһа –
ҡарт көнөңдә йәш итер.
Баланан бәхетең булмаһа –
иртә йәштән ҡарт итер
Балаһыҙ тормош – бер хәсрәт, балалы – мең хәсрәт.
Балаһыҙ әҙәм кеше һөйләр, балалы кеше балаһын һөйләр.
Балаһыҙҙың малы хәрәм, эшлекһеҙҙең йәне хәрәм.
Малайға тәрбиә биреп, ил тәрбиәләйһең,
Ҡыҙға тәрбиә биреп, милләт тәрбиәләйһең.
Улһыҙҙың мәшәҡәте бер булыр, уллының мәшәҡәте ун булыр.
Улың булһа, олоҡло менән күрше бул,
Ҡыҙың булһа, ҡылыҡлы менән күрше бул
lЯбаға тайҙы хурлама: яҙға сыҡһа,
ат булыр,
Йәш кешене хурлама: уҡыһа, илгә
баш булыр.


Вернуться назад