Балаларҙа ижади һәләтте нисек һаҡларға?01.08.2017
Ғалимдар билдәләүенсә, еңеүҙәр өсөн бирелгән бүләктәр балаларға ыңғай йоғонто яһамай. Ул кескәйҙәрҙең уйлап табыу һәм тирә-яҡты өйрәнергә теләү һәләтенең юғалыуына килтерә, сөнки бәләкәй бала баһаны бүләкләтә алыу өсөн генә көс һаласаҡ һәм яңы мәғлүмәтте ижади ҡыҙыҡһыныу менән тәрәндән өйрәнергә теләмәйәсәк.
Баланы ниндәйҙер матур эше өсөн дәртләндереү бер – ҙур шатлыҡ, ихласлыҡ, күңел йылыһына һәр кем мохтаж, әммә матди әйбер баланың еңеүе өсөн түләнгән хаҡ рәүешендә ҡабул ителеүе ихтимал. Был осраҡта өлкәндәр өсөн балаға дөрөҫ йүнәлеш биреү һәм сама белеү мөһим. Уҡытыу-тәрбиә эшмәкәрлегендә баһа ҡуйыу түгел, ә баланың күңел ынтылышы менән тыуған ҡыҙыҡһыныуы – төп шарт. “Биш” билдәләре менән тулы көндәлегенә йәки дәфтәренә ҡыуанған баланың йөҙөн түгел, ә ниндәйҙер яңылыҡты белеүенән ҡанатланған уҡыусыны күреү дөрөҫөрәк булыр.
Һәр саҡ өйрәтеү һәм һәр нәмәне контролдә тотоу уҡытыу-тәрбиә эшенең төп бурысы түгел. Өлкәндәр (ата-әсә, уҡытыусы һ.б.) бары йүнәлеш биреүсе генә. Һәр аҙымды контролдә тотоу баланың донъяға һәм эшкә ҡарата булған ижади ҡарашын һүндерә, үҙаллы һығымта яһай алыу мөмкинлеген кәметә, ул һәр саҡ кемдеңдер раҫлауын, күрһәтмәләрен көтәсәк. Бала үҙаллы фекер йөрөтөргә, дөрөҫ һәм хаталы эштәре аша ҡарар ҡабул итергә, һығымта яһарға өйрәнергә тейеш.
Шулай уҡ балаларҙы һайлау хоҡуғынан мәхрүм итергә ярамай, ти белгестәр. Беҙ бит күп осраҡта йәш быуынды бер ҡалыплы система эсенә индерергә тырышабыҙ. Билдәле, хатта уйынсыҡтар ҙа ниндәйҙер бер тәғәйен күрһәтмәләргә нигеҙләнгән. Шулай ҙа баланы сикләмәгеҙ, киреһенсә, нығынған ғәҙәти ҡалыптар эсенән сығарырға тырышығыҙ. Стандарт булмаған фекер йөрөтөүҙәренән тыймағыҙ. Улар, үҙҙәренең ҡыҙыҡһыныуҙары менән бергә, үҙ юлдарын тапһын, эҙләнһен, өйрәнһен, ә беҙ был осраҡта йүнәлеш кенә бирәйек.
Саманан тыш планлаштырыу ҙа баланың уйлау, фекер йөрөтөү һәләтен юҡҡа сығара. Билдәле көн тәртибе буйынса шөғөлләнеү, түңәрәктәр, осрашыуҙар саманан тыш күп булып китмәһен. Был ҡаты талап һәм ҡәтғи эҙмә-эҙлелек балаларҙың ижади һәләттәрен кәметеп, автоматлыҡҡа алып килә. Күп осраҡта беҙ бит үҙебеҙ ҙә эштәрҙән арынып, уйҙарыбыҙҙы ипкә килтерергә теләйбеҙ, әммә ниңә был осраҡ балалар өсөн дә ҡулланылмай. Уларға ла үҙаллы уйланып алырға форсат булырға тейеш.
Ысынлап та, уйлап табыусанлыҡ, ҡыҙыҡһыныу, ижадҡа ынтылыш бары яратып башҡарылған эш барышында һәм ошо эштән ҡәнәғәтлек кисергәндә генә тормошҡа ашырыла. Ниндәй генә осраҡта ла тәү сиратта кешенең тәүйөҙөн, күңел донъяһын, ҡылыҡ-фиғелдәрен билдәләгән ижадилыҡтың юлын япмаһаҡ ине.