Йәшлектә яралған дуҫлыҡ01.08.2017
Йәшлектә яралған дуҫлыҡЯҡын күргән тиҫтәләгән кешеләрем араһынан өс дуҫымдың урыны күңелдең иң түрендә. Балалыҡ дуҫым Вәкил Әбделхалиҡ улы Әхмәтов менән үҙем иҫ белгәндән бирле бергәбеҙ. Вәли Ғәбит улы Байморатов менән илле ете йыл бер-беребеҙгә ышаныслы таянысбыҙ. Ә инде өсөнсө дуҫым Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов менән дуҫлығыбыҙ бынан ярты быуат элек комсомолдағы хеҙмәт юлыбыҙҙан башланды.


Тәлғәт менән ғүмеребеҙҙә тәүге етди һынау тотоуыбыҙ 1959 йылда уҡ булғайны-булыуын. Ул ваҡытта беҙ, ауыл малайҙары, Башҡорт дәүләт университетына имтихан тапшыра инек. Күбебеҙ Киров урамындағы ағас ятаҡтарҙа йәшәйбеҙ. Көтөү-көтөү булып университетҡа консультацияларға, имти­хандарға йө­рөйбөҙ, юл ыңғай медицина институтының ашханаһына инеп тамаҡ ялғаған булабыҙ. Шунда яҡындан танышып аралашмаһаҡ та (ни тиһәң дә, конкуренттарбыҙ, баҙнатһыҙлыҡ та, бәлки, ҡамасаулағандыр), оҙон буйлы, күпереп торған ҡара сәсле, ыҫпай кейенгән, күҙлекле тиҫтер хәтерҙә ҡалғайны.
Имтихан һөҙөмтәләре минең файҙаға булмай сыҡты, конкурстан үтә алмай ҡайтып китергә мәжбүр булдым. Бер йыл үҙебеҙҙең совхозда төрлө эштә йөрөгәндән һуң, тағы бәхетте һынамаҡҡа, Өфөгә юлландым. Был юлы уңыш миңә лә йылмайҙы. Хыялым тормошҡа ашты – студент булып киттем. Сентябрҙә колхозға эшкә ебәрҙеләр, октябрь айында ғына уҡыу башланды. Шунда былтыр имтихан тапшырған егеттәр араһында теге күҙлекле һомғол егетте университеттың дүртенсе ҡатында йыш осрата башланым. Аҙаҡ белеүемсә, был егет, Тәлғәт Сәғитов, минең һабаҡташым, бүлмәләшем Күгәрсен егете Вәли Байморатов менән мәктәп-интернатта бер класта уҡыған дуҫтар булып сыҡты. Минең архивта уларҙың шул саҡ икеһе төшкән фотоһы ла бар.
Ошо урында Тәлғәт менән минең яҙмышта киләсәктә дауамы буласаҡ хәл­дәрҙе иҫкә алыу мөһим. Ул саҡта юғары уҡыу йорттарында студент тормошоноң йәнлелеге ундағы комсомол, профсоюз ойошмаларының, студсовет­тарҙың әүҙем­легенә бәйле ине. Буласаҡ белгестәрҙе уҡыуҙан тыш төрлө фәнни-ижади түңә­рәктәргә ылыҡтырыумы, студотрядтарҙың, агитбригадаларҙың эшен, студенттар ялын, төрлө мәҙәни, спорт сараларын ойоштороумы, мохтаждарға ярҙам хәстәрләүме – барыһының да башында комсомол комитеты менән профкомитет, студсовет лидерҙары торҙо. Бер мәл былар ятаҡҡа урын биреүҙе лә уға мохтаждарҙың төрлө түңәрәктәргә әүҙем йөрөүенә бәйләй башланы. Шул талап Тәлғәттең, хатта конкурс үтеп, хорға, Вәли дуҫым менән минең бейеү түңәрәгенә йөрөй башлауыбыҙға сәбәп булғайны.
Беҙ уҡыған йылдарҙа факультет комсомол ойошмаһын, аҙаҡ университет комсомол комитетын Тәлғәттең курсташы, дуҫы Роберт Байымов етәкләне. Төрлө са­раларҙа, конкурс-фестивалдәрҙә, агитбри­гадаларҙа әүҙем һәм уңышлы ҡатна­шыуыбыҙҙы күреп йөрөгән Роберт башта Тәлғәтте, торараҡ мине лә комсомол эшенә өгөтләп күндерҙе. Ул саҡта Роберт Байымовтың ошо тырышыуы, мөмкин­лектәребеҙҙе һиҙемләүе яҙмышы­быҙға ниндәй йоғонто яһарын белмәй инек әле. Тәлғәттең дүрт йыл комитет ағзаһы булып йөрөгәне, әлбиттә, иғтибарһыҙ ҡалмай: 1964 йылдың мартында әле диплом эшен дә яҙып бө­төрмәгән V курс студентын комсомолдың Өлкә комитетына инструктор итеп эшкә саҡыралар. Дүрт айҙан диплом да уңышлы яҡлана, күңелгә ятҡан эш тә бара. Әммә барыһы ла һин уйлағанса ғына булмай шул.
Берҙән-бер терәк-таянысының диплом алғанын түҙемһеҙлек менән, көндәрен һанап көткән Зөләйха апай Тәлғәтте Маҡарға ҡайтырға өгөтләй. Әсәһенең хәлен күңеле менән аңлаған, яҙмышын әсә фатихаһынан башҡа күҙ алдына ла килтермәгән улы, оҙаҡ көттөрмәй, эшен, һөйгәнен ҡалдырып, ҡайтып төшә лә эш белешергә Ишембайға мәғариф идара­лығына юл тота. Унда йәш белгесте ҡолас йәйеп ҡаршы алалар ҙа заманында данлыҡлы шәхестәрҙе тәрбиәләгән Маҡар мәктәбенә директор итеп тәғәйенләмәксе булалар. Мәктәп тәжрибәһе булмаған йәш белгес көтөлмәгән тәҡдимдән ҡәтғи рәүештә баш тарта, хатта завучлыҡҡа ла ризалығын бирмәй. Һөҙөмтәлә ябай уҡытыусы булып эш башлай. Тик оҙаҡҡа түгел. Әсәһе янында һайлаған һөнәре буйынса үҙе теләгәнсә эшләргә, йәшәргә бирмәйҙәр егеткә. Ике ай ҙа эшләп өлгөрмәй Тәлғәт, уны Ишембай ҡала-район комсомол ойошмаһының беренсе секретары Р. Фәхретдинов, үҙенә саҡыртып икенсе секретарлыҡҡа өгөтләй, хатта шунда уҡ фатир ҙа, Зөләйхә апайға эш тә вәғәҙәләй. Тәлғәт тәҡдимдән баш тартҡас, мәсьәләне пленумға ҡуялар, хатта КПСС ағзалығына кандидатлығын да иҫенә төшөрәләр.
Тәлғәт Ниғмәтулла улы был ваҡиғаны хәҙер көлөп кенә иҫкә ала. Баҡһаң, ул пленум алдынан бер нисә танышын үҙен яҡлап һүҙ әйтеүҙәрен һораған икән. Ойоштороу мәсьәләләренә күскәс, Тәлғәт үҙенең риза түгеллеген бында ла ҡабатлай. Пленум ағзаларынан кемдер берәү “Теләмәгән кешене ниңә мәжбүр итеп торабыҙ һуң?” тигәнерәк фекер әйткәс, күңеленә йылы йүгерә, өмөтләнеп теге егеттәргә ҡарай, улары ҡуҙғалырға ла уйламай ултыра бирә. Мәсьәләне тауышҡа ҡуйғас ҡына, теге өсәү ҡаршы ҡул күтәреп “яҡлай”.
Йәшлектә яралған дуҫлыҡШулай итеп, 1965 йылдың октябрендә Тәлғәт Сәғитов тағы үтә лә тынғыһыҙ комсомол эшенә егелә. Оҙаҡламай ул – Ишембай ҡала-район комсомолының беренсе секретары. Ошо йөктө дүрт йылдан ашыу тарта. Ул етәкләгән осорҙа Ишембай комсомол ойошмаһы республикала алдынғы­лар иҫәбендә ине. Беренсе сиратта Тәлғәт Сәғитов урындағы ойошмаларҙың эшен әүҙемләштереп, улар менән бергә ауыл йәштәрен, эшсе йәштәрҙе спортҡа, үҙешмәкәр түңәрәктәргә ылыҡтырыуға иғтибарҙы көсәйтә. Уңыш йыйыу кампанияһында йәш механизаторҙарҙың ярышын ойоштороп, дәртләндереү сараларын да үҙ өҫтөнә ала, йәш һауынсы­ларға ҡарата ла шул рәүеште ҡуллана. Ҡалалағы йәш эшселәр араһында һөнәри конкурстар даими үткәрелә башлай. Уҡыусыларҙың йәйге ялы ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Районда яҡташ яҙыусылар ҡатнашлығында әҙәби аҙналыҡтар үткәреү ҙә Тәлғәттән башлана.
Тәлғәт Сәғитов менән илле йыл элек комсомолдан башланған хеҙмәт юлыбыҙ, дуҫлығыбыҙ хаҡында һүҙҙе дауам иткәндә, тағы бер ваҡиға хәтергә килә. 1967 йылдың майында мине, әрме хеҙмәтенән һуң Хәйбулла районының мәғариф бүлегендә эшләп йөрөгән кешене, көтмәгәндә комсомолдың өлкә комитетына эшкә саҡырҙылар. Эш башлап та өлгөрмәгәнем, ике көндән мине Ҡазанда үтәсәк йәш яҙыусылар семинарына Башҡортостан делегацияһы етәксеһе итеп ебәрҙеләр. Шул сәфәребеҙҙә ял ваҡыттарында, кис ҡала буйлап йөрөгәндә, Волга буйлап сәйәхәт ҡылғанда фекер алышыуҙарҙа ижади йәштәрҙе дәртләндереү саралары, ошондай семинарҙарҙы үҙебеҙҙә лә даими үткәреү ихтыяжы тураһында фекерҙәр яңғыраны. Ғәҙәттә, ундай командиров­каларҙан һуң ентекле отчет яҙҙырыу тәртибе бар ине. Ундағы йәш ижадсы­ларҙы дәртләндереү тураһындағы фекер ул саҡтағы идеология секретары Ф. Яҡупов өсөн яңылыҡ түгел ине, сөнки быға тиклем дә матбуғат биттәрендә, Яҙыусылар союзында ул мәсьәлә әленән-әле ҡуҙғатыла торған.
Оҙаҡламай комсомолдың өлкә комитеты бюроһы ҡарары менән ижади йәштәрҙе дәртләндереү маҡсатында, шулай уҡ йәштәр хаҡында яҙылған иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Ғәлимов Сәләм исемендәге премия булдырылды. Шул уҡ йылда тәүге лауреаттарҙың исеме раҫланды. Яҙыусыларҙан беренсе премияға Ибраһим Ғиззәтуллиндың “Юлға сығыр алдынан” (1967) әҫәре лайыҡ булды. Һуғышта алған яранан йөрөү мөм­кинлеге сикләнгән яугир яҙыусыға премияны ул йәшәгән Ишембай районының Әрмет ауылына барып тапшырыу миңә йөкмәтелде. Был ваҡытта Ишембай комсомолын Тәлғәт Сәғитов етәкләгәнен үрҙә телгә алғайныҡ инде. Әрметтәге сарала ойоштороу мәшәҡәттәре тулыһынса уның иңенә төштө. Сара бик юғары кимәлдә, бөтә нескәлектәрҙе иҫәпкә алып үткәрелгәйне. Тәлғәт үҙәктән килгән вәкил, студент йылдарынан күрә-белә йөрөгән һабаҡташы булараҡ та миңә иғтибар-илтифат, йылы мөғәмәлә күрһәткәйне. Ә мин уның бер аҙ олпатлана төшөүенә, йәштәр лидеры булараҡ үҙен ябай тотошона, ойоштороусы ярҙамсыларына ихтирамлы мөнәсәбәтенә, иплелегенә иғтибар итеп йөрөнөм.
Зөләйха апай менән Ибраһим ағайҙың өйҙәрендәге табында Тәлғәттең ололарға булған кеселекле иғтибарын, хәстәрен, үтә лә йылы, йәнде иретерлек мөнә­сәбәтенә һоҡланғайным. Ауыр яҙмышлы, әммә йылы ғаилә шарттарында ижадтан йәм табып йәшәгән ҡаһарман яугиргә, уның ифрат хәстәрлекле хәләле Зөләйха апайға, уларҙың йәшәйешенә ҡарата Тәлғәттең күңел төбөнән сыҡҡан ихтирам һүҙҙәре һаман хәтерҙә. Шул онотолмаҫлыҡ хәтирәләр өсөн бөгөн дә рәхмәт дуҫыма.
Артабан да ғүмеребеҙ һуҙымында уның көслө дәлилле, тыңлаусыларын ауыҙына ғына ҡаратҡан, күңелдәрҙе арбаған сығыштарын төрлө аудиторияларҙа күп ишетергә насип булды миңә.
Ошо урында, бер аҙ төп ваҡиғаларҙан ситләшеп булһа ла, Тәлғәттең шәхси тормошона күҙ һалып алырға мөмкин. Билдәле, комсомол эшендә шәхси проблемаларың икенсе планға күсеп тора. шул арҡала, үкенескә ҡаршы, беҙҙең ҡатын-ҡыҙ коллегаларыбыҙҙың байтағы­ның ғаиләһеҙ тороп ҡалғандары булды. Ә ир-ат (Т. Сәғитов та) ул мәсьәләне ва­ҡы­тында хәл итеүҙе күҙ уңынан ысҡын­дырмаҫҡа тырышты. 1966 йылдың апре­лендә Тәлғәт, буйҙаҡлығына нөктә ҡуйып, өйләнергә ҡарар итә. Ә инде килене менән ейәндәрен һөйөргә хыялланған Зөләйха апай, әлбиттә, ихлас фатихаһын бирә.
Яҙмышына яҙғаны, студент йылдарында яратышып, һүҙ бирешкән яҡташы Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы – Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған дипломлы вокал белгесе генә түгел, ғәжәп талантлы, студент сағынан уҡ йыр һөйөүселәргә таныш йырсы ла. Бөгөн иһә Фәрзәнә Сәғитова – Өфө сәнғәт институты профессоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, кафедра мөдире.
Йәштәрҙең барлыҡ туғандары, дуҫтары йыйылған никах тантанаһының ҡыҙған мәлендә, барыһын да аптыратып, көтмә­гәндә Ишембай ҡалаһы һәм районы етәкселәре тулы составта килеп инә һәм Тәлғәт менән Фәрзәнәне сәскәгә күмәләр. Изге теләктәрен әйтеп, иҫтәлеккә бүләктәрен ҡалдырып, ҡамасауламайыҡ тигәндәй, нисек килһәләр, шулай ашығып китеп тә баралар. Был хәл, минеңсә, күпте һөйләгәндәй: берҙән, комсомол лиде­рының йәштәр араһындағы ғына түгел, рәсми органдар алдындағы абруйын да күрһәтһә, икенсенән, етәкселектең ғаиләле Тәлғәт Сәғитовты Ишембайҙа төпләнде­рергә тырышыуҙарына ла ишара ине. Уның һымаҡ әҙерлекле кадрҙы кемдең юғалтҡыһы килһен? 1967 йылда йәштәр­ҙең тәүге улдары тыуғас, донъя­лары түңәрәкләнгәндәй һымаҡ. Әммә Фәрзә­нәнең үҙ һөнәре буйынса юғары белем алыу хыялы тынғы бирмәй быларға, имсәк бала ғына тотҡарлап тора. Азаматтарының ике йәше тулғас ҡына, 1969 йылдың йәйендә, бар ғүмерҙәре шунда үтәсәк Өфөгә юлланалар.
Тәлғәт Сәғитовты комсомол даирә­ләрендә инде яҡшы беләләр. Элек бер нисә ай бергә эшләгән өлкә комитетындағы коллегалары Володя Свиридов, Нина Пищаевалар уны үҙҙәрендәге вакансияға өгөтләй. Тик Байҡал Ғәбитовҡа ғына (өлкә комитетының идеология секретары) Тәлғәттең Өфөгә күскәнен белдермәҫкә кәрәк, тиҙәр, сөнки идеология бүлегендә лә урын бар икән. Баҡһаң, шул ваҡытта уны Ғәбитов та эҙләткән икән, беҙ бүлектә был хаҡта белмәй ҙә инек әле. Булған тәҡдим-мөмкинлектәрҙән Тәлғәт беҙҙең бүлекте һайлай.
Шулай итеп, 1969 йылдың июлендә ул идеология бүлеге мөдире урынбаҫары булып эш башлай. Һөҙөмтәлә Ишембайҙа алған тәжрибәһенә бында тағы ла яуаплыраҡ, ҡатмарлыраҡ бурыстар өҫтәлә. Хәтеремдә, тәүге көндән үк ул етәкләгән бүлектә генә түгел, башҡа коллегалары араһында ла үҙен иркен тотто, яңы урынға тиҙ күнекте. Бында, әлбиттә, тәү сиратта, уның күркәм кешелеклелек сифаттары менән алсаҡлығы сәбәпсе булғандыр.
Беҙгә йылдан ашыу (мин Мәскәүгә уҡырға киткәнгә хәтле) быға тиклем башлаған эштәрҙе дауам итергә кәрәк ине: мин традицияға ингән конкурстар, смотр-фестивалдәр, семинар-конферен­цияларҙы күҙ уңында тотам. Бынан тыш, Ғ. Сәләм исемендәге комсомол премияһы комиссияһының эшен, революция һәм граждандар һуғышында һәләк булған шаһиттарға һәйкәл ҡуйыу фондына аҡса туплауҙы ойоштороуға ла яуаплы инек. Айырым ижади коллективтар менән дә шөғөлләндек. Мәҫәлән, Приборҙар эшләү заводының Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һарайы янындағы Геннадий Анищенко етәкселегендәге бейеү ансамблен (хәҙерге “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле) шефлыҡҡа алыуыбыҙ һөҙөмтәле булды. Хатта бер тапҡыр Г. Анищенко менән Баймаҡ, Хәйбулла райондары ауылдарында бейеү өлгөләре өйрәнеп йөрө­гәйнек. Геннадий Васильевичтың беҙҙең Мәмбәт балалары уйыны нигеҙендә һалған бейеүе “Мираҫ” репертуарында әле лә һаҡлана. Хәтерҙә, Софияла үтәсәк Бөтә донъя йәштәре фестивален ­ хеҙмәт­ләндереү хоҡуғы өсөн һайлап алғандар Мәскәү комиссияһы ансамблдең репертуарын ҡарап, юғары баһаланы, тик ағзалары саманан тыш күмәк тип үткәрмәнеләр. Республиканан ике ҡурайсы менән Рәшиҙә Туйсинаны ғына алдылар. Уның урынына Г. Анищенко ансамблен комсомолдың үҙәк комитеты Себер нефтселәрен (Төмән өлкәһе) хеҙ­мәтләндереүгә командировка ойошторҙо. Етәкселекте Тәлғәт тағы миңә ҡушты.
Э. Эпштейн тигән һәләтле музыкант ойошторған, ул заман өсөн ят “Кузнецы грома” тигән рок-төркөм менән дә шөғөлләнеп ҡараныҡ. Мәҙәниәт министры К. Төхвәтуллинаның үтенесе буйынса комиссия төҙөп, С. Юлаев исемендәге клубта коллективтың репертуарын тыңланыҡ, әммә аңламаныҡ, оҡшатманыҡ, хупла­маныҡ. Йәнә Өфө авиация институтының Миша Рабинович (хәҙер ул Республика рус академия театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре) етәкләгән Студенттар театрының (СТЭМ) Болгарияға гастролен дә ойошторҙоҡ. Юл ыңғай ғына әйтәйем: Михаил Исаакович Рабинович менән дуҫлығыбыҙ бөгөн дә дауам итә.
Т. Сәғитов заманында йәш йырсылар, рәссамдар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Беҙ йыл да үткәрә килгән Ғәзиз Әлмө­хәмәтов исемендәге республика йәш йырсылар конкурсы ғүмерле булды. Ғ. Сәләм премияһы лауреаты Ф. Кащеевтың тәүге күргәҙмәһен дә ойошторғайныҡ. Ҡалайҙы сүкеп, үҙенсәлекле әҫәрҙәр тыуҙырған йәш оҫта Мансуровҡа оҫтахана юллашҡа­ныбыҙ ҙа булды. Ул егет тә Ғ. Сәләм премияһын алды. Бына шундай эреле-ваҡлы эштә­ребеҙҙең барыһы ла Мәҙәниәт министр­лығы, ижади союздар менән бергә атҡарылды. Өлкә комитет башланғыстары яҙыусылар (Ә. Мирзаһитов), компо­зиторҙар (З. Исмәғилев), рәссамдар (Р. Нурмөхәмәтов) союздары тарафынан һәр ваҡыт хуплана торҙо.
Идеология секретарының былар­ҙан тыш та башҡараһы эштәре тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел ине: ҡала, район комитеттары менән даими бәйләнеш, уларҙың эшенә беҙҙең йүнәлеш буйынса күрһәтмәләр биреү, мат­буғат саралары менән эшләү, лек­торҙарға йәштәр проблемалары буйынса материалдар әҙерләтеү, иҫәпһеҙ-һанһыҙ рәсми сараларҙы ойоштороу, уларҙа ҡатнашыу уның яуаплылығында булды.
1970 йылда, К. Төхвәтуллинаның кәңә­шен тотоп, мин Мәскәүгә уҡырға юллама алдым. Өлкә комитеттың Маҡтау грамо­таһын биреп, бик матур оҙатҡандары әле лә күңелдә. Уға тиклем бүлек етәксеһенең тырышлығы һөҙөмтәһендә мине һәм коллегаларымды В. И. Лениндың 100 йыллыҡ юбилей миҙалы менән дә бүләклә­гәйнеләр. Шулай ваҡытында баһаланды беҙҙең комсомолдағы тырыш­лыҡтарыбыҙ. Мин комсомол эшенән киткәс, Тәлғәт менән бәйләнештәребеҙ бер ни тиклем һүлпәнәйҙе, әлбиттә. Шулай ҙа бер-беребеҙҙе яҙлыҡтырманыҡ, юғалтманыҡ: эш-шөғөлөбөҙҙө, тормошобоҙҙо белешә-күрә йөрөнөк.
1972 йылда, Б. Ғәбитов Мәскәүгә дипакадемияға уҡырға киткәс, Тәлғәтте идеология секретары итеп үрләтәләр. Тынғыһыҙ сәркәтиплек тағы өс йыл дауам итә, ғүмер ҙә үтә тора, уға 33-сө йәш китеп бара.
Т. Сәғитовты күптән өлгөргән кадр тип белгән партия өлкә комитетының бүлек мөдире К. Төхвәтуллина уны үҙенә инструктор итеп алмаҡсы булып йөрөгәндә, Яҙыусылар союзы рәйесе Әсғәт Мирзаһитов “Миңә Сәғитов һымаҡ егәрле, грамоталы ойоштороусы кәрәк” тип, партияның Өлкә комитеты секретарының ризалығын алып өлгөрә. Шулай итеп, халыҡ әйтмешләй, “ете ятып, бер төшөнә инмәгәндә”, 1975 йылдың башында Тәлғәт Яҙыусылар союзына барып эләгә. Әйтергә түгел, алһыҙ-ялһыҙ ун йыл ғүмерен биргән комсомол эше менән сағыштырғанда бында хөрриәт һымаҡ тойола уға: бөтөнләй икенсе мөхит, икенсе тәртип-мөнәсәбәттәр. Шулай ҙа яуаплы кешегә ҡайҙа ла эш. Илке-һалҡылыҡты өнәмәгән Т. Сәғитов килгәс, Яҙыусылар союзының эше бермә-бер йәнләнә: яҙыусыларҙы төркөм-төркөм райондарға әҙәби осрашыуҙарға йөрөтөү, радио, телевидениела сығыштарын ойоштороу, милли республикалар менән алмаш әҙәбиәт көндәре үткәреү, ветеран яҙыусыларға матди ярҙам күрһәтеү, ижад йорттарына командировкалар хәстәрләү, юбилейҙарға бәйле ижад кисәләре үткәреү кеүек эштәрҙең уңышлы атҡарылыуы яуаплы секретарҙың әүҙемлегенә бәйле.
Тәлғәт Ниғмәтулла улы һымаҡ төплө әҙерлекле кадрҙы Яҙыусылар союзында оҙаҡ тотмауҙары алдан уҡ билдәле ине инде. 1977 йылдың ғинуарында була был хәл: уны әлеге К. Төхвәтуллина етәкселе­гендәге мәҙәниәт бүлегенә инструктор итеп күсерәләр. Бында ла оҙаҡ эшләт­мәйҙәр, бер көн, ризалығын да һорап тормай (партия ағзаһы бит), уны республикала сыҡҡан берҙән-бер сатира һәм юмор журналы “Һәнәк”кә баш мөхәррир итеп тәғәйенләйҙәр.
Тәлғәт Сәғитовтың хеҙмәт юлын бай­ҡайым да бер нәмәгә иғтибар итәм: партия өлкә комитеты уны үҙе аяуһыҙ контролдә тотҡан идеология учрежде­ниеларының төрлөһөндә эшләтеп һынаған, тәжрибә туплатҡан. Әйткәндәй, ул заманда партияның кадрҙар сәйәсәте шул тәртипкә (принципҡа) ҡоролған булған. Ана бит комсомолдан һуң тағы 15 йыл уның яҙмышы матбуғат саралары (“Һәнәк” журналы, радио, телевидение) менән мәҙәни мөхиткә (Яҙыусылар союзы, Мәҙә­ниәт министрлығы, партия өлкә комитетының мәҙәниәт бүлеге) бәйле була.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында мине Стәрленән Өфөгә Хөкүмәт аппаратына мәғариф һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире итеп эшкә саҡырҙылар. Шул уҡ йылда “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Мансур Әйүповты Хөкүмәт рәйесенең социаль-гуманитар мәсьәләләр буйынса урынбаҫары итеп ҡуялар, ә уның урынына Тәлғәт Сәғитов бара. Шунан бирле беҙ тағы республиканың дөйөм мәнфәғәттәре менән йәшәй башланыҡ, тип әйтергә мөмкин, рәсми сараларҙа, кәңәшмәләрҙә йыш осраштыҡ, күрештек.
1995 йылда I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәргәс, күптәрҙе аптыратып, үҙем теләп, Өфө ҡалаһы хакимиәтенә башлыҡ урынбаҫары вазифаһына барҙым. Хөкүмәт етәксеһе Р. Баҡыев был аҙымымды­ хупламаһа ла, барлыҡ һорауҙарымды ҡәнәғәтләндереп, йылы оҙатты.
Президент указы менән 1997 йылда Т. Сәғитовты мәҙәниәт министры итеп раҫ­лағас, Өфөнөң байтаҡ мәҙәни-рухи мәсьәләләрен бергәләп, кәңәшләшеп хәл итә башланыҡ. Бигерәк тә кадрҙар мәсьәләләрен һәм ситтән йышайған гастролерҙарҙың сығыштарын тәртипкә килтереү йәһәтенән министрлыҡтың ҙур ярҙамын тойҙоҡ. Был, бер яҡтан, Өфөнөң баш ҡала статусы менән бәйле булһа, икенсенән, Тәлғәт Ниғмәтулла улы мине министрлыҡ коллегияһы ағзаһы булараҡ та “еккеләне”.
Бынан тыш, 1997–2001 йылдарҙа министр Т. Сәғитов етәкселегендә Өфөлә инде традицияға әйләнгән эре халыҡ-ара мәҙәни саралар (төрки телле театрҙарҙың “Туғанлыҡ” фестивале, үҙешмәкәр коллективтарҙың “Дуҫлыҡ” фестивале, Р. Нуриев исемендәге балет сәнғәте, Ф. Шаляпин исемендәге опера йырсылары фестивалдәре, С. Аксаков көндәре һ. б.) үтә торҙо. Министр Өфөләге, Стәрлеләге сәнғәт учреждениеларының матди базаһын нығытыуға, төҙөлөп ятҡан яңы биналарҙы сафҡа индереүгә өҫтөнлөк бирҙе. Өфөнөң мәҙәни йөҙөнә, тормошона йәм өҫтәгәндәрен телгә алыу урынлы булыр. Өфө “Нур” татар дәүләт театрының мөһабәт бинаһы, Хәрби дан музейы, Ш. Хоҙайбирҙин, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейҙары өфөләрҙе генә түгел, сит ҡунаҡтарҙы ла ҡыуандырып ҡаршы алды. Республиканың Милли музейы ла капиталь ремонттан һуң ошо осорҙа ишектәрен яңынан асты. Йыл да үткәрелә килгән йөҙәрләгән башҡа мәҙәни саралар тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
2001 йылда Тәлғәт Ниғмәтулла улы министр вазифаһынан пенсияға сыҡты. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, коллективтағы һәр кемгә йәшенә, дәрәжәһенә ҡарамай, ихтирамлы һәм иғтибарлы булғанын күп­тәр һағынып иҫкә ала хәҙер. Сетерекле мәл­дәрҙә лә бер кемдең дә яҙмышын бо­ҙоп, гонаһын алманы Тәлғәт Ниғмәтулла улы.
Ситтә йөрөгәндә, ғәҙәттә, фәһемле һөйләшеүҙәр, йылы осрашыуҙар хәтерҙә, күңелдә ҡалыусан. Бер йылы (90-сы йылдар аҙағы булһа кәрәк) Төркиәлә рәсми командировкала йөрөгәнебеҙҙә төрлө тарафтарҙан килгән ҡунаҡтар менән аралашҡанда, бигерәк тә ил Президенты С. Демирель менән осрашҡанда Тәлғәт Ниғмәтулла улы үҙен тотошо, башҡаларҙы иғтибарлы тыңлағаны, төплө фекерләүе менән айырылып торҙо. Сараны ойошто­роусыларҙың да беҙҙең делегацияға мөнәсәбәте һиҙелерлек иғтибарлы булды. Мине аптыратҡаны сараны ойошто­роусыларҙың береһе – билдәле йырсы, композитор Полад Бюль-Бюль оғлының (ул хәҙер Азербайжан Республикаһының Рәсәйҙәге илсеһе) Сәғитовҡа “Тәлғәт” тип ҡосаҡ ташлап күрешкәне булды. Баҡһаң, улар йән дуҫтар булып сыҡты. Тәлғәт Ниғмәтулла улын Ҡаҙағстандың элекке мәҙәниәт министры Дүсән Касеинов менән дә күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Улар икеһе лә – Баш­ҡортостан менән мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуға тос өлөш индергән шәхестәр. Бының да төп сәбәбе, һис шикһеҙ, Т. Сәғитовтың абруйында. Уны барыһы ла үҙ күрҙе. Яҡут (Саха) Республикаһының мәҙәниәт министры, күренекле режиссер, драматург Андрей Борисовтың үҙенең “Хунн хикәйәте” әҫәренең дуҫы Т. Сәғитовҡа арналыуын хәбәр иткәс, тамашасыларҙың уны алҡыштарға күмеүе күп нәмә хаҡында һөйләй.
Тағы бер сәйәхәтебеҙ һағындырып күңелдә йөрөй. Уныһы Хәйбулла яҡтарына булды. Ғәҙәттәгесә, эшлекле осрашыуҙар, мәҙәниәт учреждениеларының эше менән танышып үтте бер көнөбөҙ. Министрҙы бигерәк тә район мәҙәниәт йортоноң хәле ҡыҙыҡһындырҙы. Район етәксеһе Ф. Ҡаҙаҡбаев, быуаларға экскурсия ойоштороп, уларҙың хужалыҡтарға әһәмиәте, тәбиғәткә йоғонтоһо хаҡында һөйләп йөрөнө.
Өфөгә ҡайтыр ваҡыт еткәс, Тәлғәт Ниғмәтулла улы: “Миҙхәт, тыуған яғыңа килеп, әсәйеңде күрмәй, фатихаһын алмай китһәк, гонаһ булыр ул”, – тип, минең әйтергә ҡыймай йөрөгәнемде үҙе ҡуҙғатып шатландырғайны. Алдан хәбәрһеҙ килеп төшһәк тә, туғандарым, бигерәк тә әсәйем Тәлғәтте үтә йылы ҡаршыланы. Хатта арҡаһынан дөпөлдәтеп һөйөп тә алды шикелле оҙата сыҡҡанында. Аҙаҡ мин ҡайта йөрөгәндә әсәйем гел һорашыр ине Тәлғәтте. “Оло дәрәжәле кеше ҡайһылай кеселекле, илтифатлы”, – тип һоҡланыр ине. Ә мин дуҫым өсөн тағы бер ҡыуандым шунда.
“Башҡортостан” гәзитенең һуңғы бер һанында Нурмөхәмәт хәҙрәт: “Кеше күңеленә барыһы ла һыя – әрнеүҙәр ҙә, нәфрәт тә, әммә туғандарға, ғаиләгә, балаларға булған һөйөү күңелдәрҙе сафландыра, изге ғәмәлдәргә әйҙәй, дәртләндерә”, – тип яҙғайны. Сәғитовтар ғаиләһендә лә үҙ-ара күркәм мөнәсәбәт, ир ҡорона ингән улдарына, килендәренә, ейән-ейәнсәрҙәренә, туғандарына ҡарата хәстәр, ҡәҙер-хөрмәт – төп ҡанун. Бының сығанаҡтарын аңларға тырышып, уйланғаным да булды.
Йорттарында булғандар бер күренешкә иғтибар итмәй ҡалмай: аш бүлмәһенең иң түрендә Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы менән Тәлғәт Ниғмәтулла улының ҡәҙерлеләре – аталары менән әсәләренең һөйкөмлө йөҙ-төҫтәрен һаҡлаған ҙур ике портрет тора. Теләйһеңме-юҡмы, ана улар бала­ларының көнкүреш-ғәмәлдәрен, тәртибен, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен, хатта өҫтәленә ҡуйған тәғәм-ризыҡтарын да, өй эсендәге бөхтәлекте лә баһалағандай. Шуғамылыр өҫтәл янында ипле һөйләшеүҙәр, итәк-еңде йыйып ултырыуҙар бында ғәҙәткә ингән.
Фәрзәнә менән Тәлғәттең “иркәм” тип яғымлы һөйләшеүҙәре – балаларына ғәжәп матур өлгө, тәьҫирле тәрбиә үрнәге. Бында ата-әсәнән һеңгән телгә, моңға, рухиәткә ихтирам йәшәй. Йырламаған кеше юҡ был ғаиләлә. Ҡыҫҡаһы, Сәғи­товтарҙың ғаилә тормошо үҙе бер китапҡа торошло.
Яҙмамда мин беҙҙең комсомол йәшлегебеҙҙе хәтерләгәндәрҙең, үкенескә, һирәгәйә барғанын иҫләп, шул осорға, хеҙмәтебеҙ юл башындағы ҡайһы бер мәлдәргә иғтибар бүлергә тырыштым, Т. Сәғитовтың һоҡланғыс яҙмышының ҡайһы бер сәхифәләренә туҡталдым. Уйҙарым менән мәҡәләм башында телгә алған өс дуҫыма яңынан ҡайтҡанда шуны өҫтәй алам: бала саҡ, йәшлек дуҫтарым менән беҙҙе яҙмыштарыбыҙҙың уртаҡ­лығы – атайһыҙ үҫкән һуғыш балаларына хас булғанса, тормошта үҙ юлыбыҙҙы үҙебеҙ ярыуыбыҙ, уй-ынтылыш­тары­быҙҙың, башҡа кешелек сифат­тары­быҙҙың оҡшашлығы ғүмергә бәйләгәндер.
Хәҙер инде беҙ дүртебеҙ ҙә – оло йәштәге кешеләрбеҙ. Әммә оло йәшебеҙ, Сибай – Мораҡ – Өфө аралары беҙгә йыш ҡына осрашып-күрешергә, телефондан хәл-әхүәлдәребеҙҙе белешергә бер ҙә ҡамасауламай. Киреһенсә, аралашыу-хәбәрләшеүҙәребеҙҙән дәрт, оло кинәнес алып, йәшәү рәүешебеҙҙән ҡәнәғәт булып, араларҙы һыуытмаҫҡа тырышабыҙ. Шулай тормош та, дуҫлығыбыҙ ҙа дауам итә.
Былтыр июль айында Сибайҙа Вәкил Әбделхалиҡ улының 75 йәшлек юбилейын байрам иткәйнек, быйыл февралдә Вәли Ғәбит улының 75 йәшен Күгәрсен райо­нында киң билдәләнеләр. Беҙ ҙә ҡатыным менән Мораҡҡа барып, уларҙың ҡы­уаныстарын уртаҡлашып, хәтирәләрҙе яңыртып ҡайттыҡ.
Әле ошо арала абруйлы дәүләт эшмәкәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы­ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Ишембай районының почетлы гражданы, бар ғүмерен республиканың матбуғатын, мәҙәниәтен үҫтереүгә арнаған олпат шәхес Тәлғәт Сәғитов үҙенең 75 йәшен билдәләй. Ошо форсаттан файҙаланып, Тәлғәт Ниғмәтулла улы хаҡында матбуғат сараларында һүҙ әйтергә теләүселәр етерлек булыр тигән фекерҙәмен. Уның ише Рәсәйҙә, унан ситтә лә билдәле шәхестең фәһемле яҙмышының сағыу яҡтарын күп һанлы дуҫтары, элекке коллегалары, һабаҡташтары тулыраҡ асыр тип ышанып тамамлайым яҙмамды.

Миҙхәт МӘМБӘТОВ.


Вернуться назад