Һаҡ булығыҙ – һыу килә!11.04.2012
Һаҡ булығыҙ –  һыу килә!"Яҙ етәме-юҡмы?" – тип, бынан бер нисә көн элек кенә көйөп йөрөһәк тә, тәбиғәт ҡанундарына ҡаршы килеп булмай: һауа температураһы кинәт күтәрелде, ямғырҙар яуҙы һәм былай ҙа әллә ни ҡалын булмаған ҡар ҡатламы тиҙ генә иреп тә бөттө. Был күренештең иң хәүефле яғы шунда: йылғаларҙың кимәле артты, яҙғы ташҡын башланды.
Павловка һыу һаҡлағысында ул секундына 500 кубометрҙан ашыу тиҙлек менән тулһа, был контроль билдәнән артыҡ һәм яҙғы ташҡын рәсми рәүештә башланды тигән һүҙ. Дүшәмбе күрһәткес – 700 кубометрға, кисә 1200-гә еткән. Артыу динамикаһы ике аҙна самаһы һаҡланасаҡ, ти белгестәр.
Ташҡын ваҡытында республиканың иң ҙур һыу һаҡлағысында электр энергияһын генерациялау менән бергә, һыу туплау һәм Ҡариҙел йылғаһы кимәлен көйләү мәсьәләһен дә хәл итәләр. Ике гидроҡоролма эшләгәндә секундына 475 кубометр һыу ағыҙыла. Әлеге ваҡытта гидроҡоролмала һыу кимәле 77 сантиметрға күтәрелгән һәм диңгеҙ кимәленән 132,87 метрға бейегерәк.
Ташҡын көсәйһә, Павловка һыу һаҡлағысындағы барлыҡ дүрт гидроҡоролманы ла тулы ҡеүәтендә файҙаланасаҡтар, тимәк, гидроэлектростанция 200 МВт ҡеүәтендә энергия етештереп, селтәргә ебәрәсәк.
Йомағужа һыу һаҡлағысында ла һыу секундына 100 кубометрға артып, ташҡын башланды. Кисә был күрһәткес 140 кубометрҙан ашҡан.
Гидроҡоролмалағы хәлде контролдә тотоп булһа, тәбиғи һыу ятҡылыҡтарының үҙ ҡануны: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Рә йылғаһының бер нисә метрға күтәрелеүен хәбәр итә. Һөҙөмтәлә Йәрмәкәй ауылында ете тиҫтәнән ашыу йортто һыу баҫҡан, ә биләмәлә йөҙҙән ашыу кеше йәшәй. Әле уларҙы хәүефһеҙ урынға күсерәләр. Һыуҙың тағы ла нығыраҡ күтәрелеүе һәм яҡындағы башҡа урамдарҙы ла баҫыуы ихтимал.
Г. РӘСҮЛЕВА.


Вернуться назад