Тауҙарҙа бөркөт ҡанат ҡаға01.08.2017
Йәмле йәй дауам итә. Һәр кем тәбиғәт ҡосағына ашҡына. Усаҡ яғыу, һыу инеү, тау артылыу кеүек күңелле күренештәрҙән арынып, йәнлектәр донъяһын күҙәткәнегеҙ бармы? Ә мин һәр саҡ улар менән аралашам.
Ғәзиз урмандарыбыҙҙа бихисап йыртҡыс ҡоштар йәшәй. Уларҙың тормошо бер үк тиерлек, әммә уларҙы бер-береһенән айырыу ябай кешегә ҡыйынға төшә. Беҙ бәләкәйерәк саҡта ауылда йә булмаһа урманда йөрөгәндә осоп барған бер нисә йыртҡыс ҡошто осратһаҡ, шунда уҡ атайҙан, анауы ниндәй ҡош ул, тип һорашһаҡ, ул оҙаҡ уйлап тормай:
– Нимә булһын, шул ыласын или даже бөркөт инде, – тип урыҫсалап яуап ҡайтарғаны әле лә иҫемдә.
Заманалар уҙған һайын был ҡыҙыҡлы ваҡиға онотолмай. Әйткәндәй, тәбиғәт менән дуҫ булған һәр кеше йыртҡыс ҡоштарҙы танырға, өйрәнергә тейеш. Ыласын, шоңҡар, ҡарсыға, бөркөт һәм башҡа ғорур ҡошҡайҙар тураһында төрлө легенда-риүәйәттәр бар. Төрлө халыҡтарҙа улар төрлөсә һүрәтләнә. Һөйләйәсәк һүҙебеҙ бөркөт тураһында барыр.
Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә, бигерәк тә ташлы-ҡаялы райондарҙа бөркөттәрҙең бер нисә оя ҡороуы билдәле. Был ҡоштарҙың аҙ ҡалыуҙары арҡаһында улар Ҡыҙыл китапҡа ингән. Инә бөркөт ата бөркөттән ҙурыраҡ. Уртаса ауырлыҡтары дүрт килограмдан алып ете килограмға тиклем барып етә. Оҙонлоҡтары 70 – 80 сантиметр булһа, ә ҡанаттарының ҡоласы 180 – 250 сантиметрға етергә мөмкин. Бер-ике ҡошсоҡ тәрбиәләп үҫтерәләр. Шуныһы ҡыҙыҡлы: бөркөт үҙенең ҡорбанын ағас, ҡая башынан ғына түгел, сәғәттәр буйы һауанан да күҙәтә. Был инде аҡыллы ҡоштоң һауа ағымын оҫта ҡулланып, ҡанат ҡаҡмай осоуына ҡайтып ҡала. Бөркөттөң Ер шарының төрлө төбәгендә таралыуы арҡаһында туҡланыу рационы ла төрлөсә. Әйтәйек, беҙҙең яҡтарҙа ул башлыса ҡуян, йылан, йомран, балыҡ һәм ҡоштар менән туҡланһа, ә бына сит илдәрҙә ул гөбөргәйел, скунс, төлкө, ауырыу болан һәм ҡоралайҙарҙың быҙауҙарын теләп аулай.
Бөркөттәр кешеләрҙән алыҫ йәшәүҙе хуп күрә. Улар һәр саҡ парлашып йәшәй, хатта ғүмерҙәренең аҙағына тиклем бер-береһенә тоғролоҡ һаҡлай. Ғаилә һәм бала мәсьәләһен бергәләп хәстәрләйҙәр. Хатта йомортҡаны 45 көн буйы алмашлап баҫалар. Бына бит шундай аҡыллы ҡоштар ҙа була икән!
Белеүебеҙсә, һәр ҙур предприятие-ойошмаларҙың үҙ фирма стиле бар. Унда логотип, шрифт, герб, флаг һәм гимн инә. 2016 йылдың уртаһында беҙҙең ҡурсаулыҡ үҙенең фирма стилен яңыртыу йәһәтенән республика кимәлендә конкурс ойошторҙо. Бында төрлө өлкәләрҙә эшләгән профессиональ һәм профессиональ булмаған рәссамдар ҡатнашты. Эштәр араһында айыу, мышы һәм аҡбуҙат һүрәттәрен символлаштырған эмблемалар булды, әммә жюри ағзалары Белорет ҡалаһы егете Евгений Романовскийҙың тауҙар өҫтөндә осоп барған бөркөт логотибын енеүсе тип тапты. Бына хәҙер икенсе йыл инде Көньяҡ Урал ҡурсаулығы һауа батшаһы – бөркөт урын алған эмблеманы ғорур йөрөтә.
Беҙ ҙә ошо бөркөт ҡошондай тәбиғәткә тоғролоҡто һаҡлайыҡ. Ошо ҡатмарлы техника заманында ла йөҙҙәребеҙҙәге наҙлы йылмайыуҙы барлыҡ кешелеккә һәм тереклеккә йүнәлтәйек.
Марат БӘХТИЙӘРОВ,
Көньяҡ Урал
ҡурсаулығы методисы.
Белорет районы.