Кәләште ҡайҙан алырға?01.08.2017
Күптән түгел ҡалабыҙҙа гөрләп үткән “Ҡымыҙ-брейк” йәштәр мәғариф форумында шул тиклем ҡыҙыҡлы фекерҙәр, тәҡдимдәр, кәңәштәр яңғыраны. Уларҙың бөтәһен дә яҙыр өсөн гәзит биттәре түгел, китап та етмәҫ ине, моғайын. Бына шул сарала тәүге көндә БДУ-ның Сибай институты юридик факультеты деканы Әхтәр Боҫҡоновтың сығышы күңелгә уйылды. Шуларҙы гәзит уҡыусыларға ла бәйән итмәксемен.
– Әгәр ҙә кеше тураһында һөйләһәң, яҡшы хәбәр булһа ла, ул ғәйбәт һанала. Ә үҙең тураһында һөйләү ғәйбәт түгел. Шуға күрә йәштәргә үҙемдең тормо­шомдоң ҡайһы бер мәлдәре хаҡында еткер­мәксемен, – тип башланы һүҙен сығыш яһаусы. – Мәктәпте тамамлағас, башҡа бер уй төштө: ҡайҙа уҡырға барырға? Ул ваҡытта БДУ-ның Сибай институты ла булманы, хәҙерге һымаҡ уҡыу йорттары ла күп түгел ине. Йә уҡытыусы, йә ветеринар. Мал ҡарарға теләк юҡ, мин үҙемде ныҡ яратам, уҡытыусы ла булғы килмәй. Бер ағай хәрби училищеға барырға тәҡдим итте – конкурстан үттем. Иртәгәһенә хәрби ант ҡабул итә торған төндә йоҡлай алмай уйланып ятам: “20 йыл ситтә хеҙмәт итергә кәрәк... Калининград яҡтарында кәләште ҡайҙан алырмын һуң? Миңә сит милләт кешеһе кәрәкмәй, ә башҡорттар унда булыр тиһеңме?.. ”
Шулай тип уйланым да, иртүк тороп уҡыуҙан баш тартып, ауылға ҡайтып киттем. Колхозда мал ҡараусы булып эшләнем. 20 йәштә БДУ-ның юридик факультетына индем. Вузда бик әүҙем булдым: беренсе курста уҡығанда уҡ профком рәйесе итеп тәғәйенләнеләр, икенсе курста депутат булып һайландым (студенттар араһында ул ваҡытта берҙән-бер депутат инем). Бишенсе курста коммерция нигеҙендә фирма асып, кеше ташыу менән шөғөлләндем. Республика, төбәк кенә түгел, ә халыҡ-ара конференцияларҙа ҡатнашҡаным, хатта ойошторғаным бар.
25 йыл Өфөлә йәшәп, өс йыл элек Сибай ҡалаһына юридик факультетҡа декан итеп саҡырғайнылар, эшкә ҡайттым. Иғтибар итегеҙ: мин ҡайтам тигәс, ҡатыным да ҡыуанып риза булды, сөнки ул да Урал аръяғы районынан. Әгәр ҙә был сибәркәй Өфөнән йәки республиканың икенсе осонан булһа, миңә эйәреп Сибайға ҡайтыр инеме? Һығымта: кешенең ғүмере ҡайҙа үтә – шунда өйләнә. Мәҫәлән, хәҙер БДИ һөҙөмтәләре яҡшы тип уҡыусыларыбыҙ Мәскәүҙә лә, Санкт-Петербургта ла, хатта сит илдә лә белем ала, хатта шунда тороп ҡала. Ә улар кемде кәләш итеп аласаҡ? Әлбиттә, аралашып йөрөгән кешеһен. Башҡорт милләте ассимиляцияға тиҙ бирелә, шуға уның балаһы саф башҡорт булмаясаҡ, ә ейәнен бөтөнләй башҡорт тип әйтергә тел әйләнмәйәсәк – урбанизация йотасаҡ. Үткән быуаттың 40–50-се йылдарында Өфөгә күсеп килгән ғаиләләрҙең балалары бөгөн бөтөнләй башҡортса һөйләшмәй, хатта аңламай ҙа. Баҡара сүрәһендә яҙылғанса, башҡорт булып та башҡортса йыйын үткәрмәһәк, беҙ – монафиҡтар.
Балаһы уҡырға киткәндә ата-әсәһе “Уҡып бөткәнсе өйләнеп ҡуйма инде!” йәки “Кейәүгә сығып ҡуйма!” тип ебәрә. Уҡып бөткәс, эш табырға, карьера яһарға кәрәк. Ҡыҙҙар 30-ға еткәс ныҡлап аяҡҡа баҫа ла ул, ләкин “поезд киткән” шул – шәп егеттәрҙе эләктереп алып бөткәндәр. Бала табыр сағы ла үтеп бара. Ҡатын-ҡыҙ ни ҡылһын – йә никахһыҙ ғына бала табып ала, үҙ кешеһен осрата алмаһа, яңғыҙы ҡартая. Өфө ятаҡтары шундай интеллигент ҡатын-ҡыҙ менән тулған. Шуға күрә, ҡыҙҙар, ваҡытында кейәүгә сығып, ваҡытында бәпес табығыҙ! Минең әсәйем 18 йәштә – беренсе, 32 йәшендә алтынсы балаһын тапҡан. Күрәһегеҙме, ниндәй айырма? Ул һаман да ҡыҙҙар кеүек! 30 йәштә тәүге балаһын тапҡандар үҙҙәре хаҡлы ялға сыҡҡанда бүтән балалары һаман мәктәптә генә уҡып йөрөгән була. Пенсия аҡсаһына артабан ул нисек уҡытыр?
Суицид тигән нәмәнең арта барыуы борсоулы. Ә бит уның 90 проценты иҫерек көйө ҡылына. Һуғыштан һуң ауылдарҙың яртыһы инвалид булды, береһе лә “йәшәгем килмәй” тип үҙ-үҙенә ҡул һалманы, киреһенсә, донъя көтөргә, балалар үҫтерергә йәбешеп ятты. Был проблема – кешенең башында. Хәҙерге заманға яраҡлашып, дөрөҫ йәшәргә, дөрөҫ эшләргә кәрәк. Кеше ике әйберҙе һайлай белергә тейеш. Беренсенән, ҡатыны башҡорт булһын, икенсенән, һөнәр ҡәнәғәтлек һәм икмәк-тоҙлоҡ килем килтерһен. Шулар булһа – ярты бәхет.
Урыҫтан да, башҡа милләттән дә кәләш алырға мөмкин ул, әммә йәшәп булырмы? Тарихта бер конфессиянан һәм бер милләттән булған никахтар тотороҡло булыуы күптән иҫбатланған. Дине лә, милләте лә төрлө икән, ундай ғаилә, ғәҙәттә, ете-һигеҙ йылдан тарҡала. Телде һәм атай-әсәйҙе һайлап алып булмай, һаҡлап ҡына була. Шуны онотмайыҡ.

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА яҙып алды.
Баймаҡ районы.


Вернуться назад