Утлы йәшен аяп тормай ҡартын-йәшен…01.08.2017
Утлы йәшен аяп тормай ҡартын-йәшен…Йәй осоронда тәбиғәт-миҙгел күренештәренә бәйле хәл-ваҡиғалар йышая. Үкенескә ҡаршы, уларҙың күбеһе аяныслы тамамлана. Күптән түгел Ейәнсура районында 78 һарыҡты йәшен ата. Малҡайҙар ағас төбөнә йыйылған була. Бәхеткә күрә, уларҙы көткән 14 йәшлек малай иҫән ҡала. Ҡаҙағстанда ла йәшен ошондай ҙур ҡаза килтерә, көтөүсе вафат була һәм 1,5 мең һарыҡ үлә. Был хәл Ҡостанай өлкәһендә теркәлә. Көслө йәшен атҡас, яланда янғын сыға, тауыштан, уттан ҡурҡҡан малҡайҙар көтөүсе менән бергә һәләк була. Тик был төбәктә тәбиғи бәлә-ҡазаға бәйле тәүге осраҡ түгел: Аҡмулла өлкәһендә лә һыбай китеп барған көтөүсене йәшен ата, бәхеткә күрә, ул иҫән ҡала. Унан һуң тағы бер көтөүсе йәшенгә эләгә, тик был осраҡ фажиғәле тамамлана: ир кеше, аты һәм бер һарыҡ үлә. Жамбыл өлкәһендә тәбиғәт көсө өс кешене һәләк итә, үкенескә ҡаршы, араларында бер бала ла бар.
Әйткәндәй, йәшен уты башҡа ҡитғаларҙа ла уҫал шаяра – Һиндостанда әлеге күренеш арҡаһында 19 кеше һәләк булған. Фажиғә ошо осраҡтар менән генә тамамланмай әле.
…Бер мәлдә тиерлек донъяның төрлө төбәгендә ҡорбандар килтер­гән йәшенде осраҡлы ҡабатланыу тип тә атарға була, уның аномаль күренеш икәнлегенә лә һылтанырға мөмкин, сөнки бер урында бер-бер артлы көтөүселәрҙең фажиғәгә тарыуы сәйер тойола. Шул уҡ ваҡытта был, бәлки, тәбиғәттең кешенән үҙенә ҡарата рәхимһеҙ мөнәсәбәте өсөн үс алыуылыр? Тик мал баҡҡан көтөүсе менән сабыйҙың ни ғәйебе бар һуң?! Улар бит заводтан ҡуйы төтөн сығармай, һауаны газ менән ағыуламай.
Ысынлап та, экология борсо­лорлоҡ ҡына түгел, ниндәйҙер аныҡ сиселеш талап иткән кимәлгә етте, ахырыһы. Был хаҡта экологтар ҙа, статистар ҙа оран һала, тик бына иҡтисадсылар ғына ашыҡмай. Хәйер, донъя үҫеше шул “ашыҡ­мауҙарға” ҡоролған бит. Уйлай китһәк, ошо мәҡәләне һеҙгә, гәзит уҡыусыларға, алып барып еткергән технологиялар ҙа тәбиғәт файҙа­һына түгел. Тик, ни эшләйһең, тормош шуға ҡоролған. Иң мөһиме – һәр нәмәне сама белеп ҡулланыу фарыз. Юҡһа, ана, океан-диңгеҙ­ҙәрҙә хатта пластик шешәләрҙән утрауҙар барлыҡҡа килгән. Ә унан сыҡҡан зарарҙы күҙ алдына килтерһәң, ҡурҡыныс булып китә. Хәйер, океан-диңгеҙ генәме һуң? Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалала­рында хәлдәр уйландыра. Ғөмүмән әйткәндә лә, 2016 йылда Башҡорт­останда һауаға зарарлы төтөндәр 3,8 процентҡа артҡан. Бигерәк тә телгә алған ҡалаларҙа эштәр уйға һалырлыҡ: Салауатта, мәҫәлән, сәнәғәт берәмектәренән сыҡҡан зарар 7,3 процентҡа күтәрелгән. Стәрлетамаҡта, әлбиттә, бындай төтөн кәмегән, тик һауаға осҡан насар төтөндө кеше башына иҫәпләгәндә, хәлдәр һаман да насар кимәлдә – тығыҙлығы буйынса 0, 23 тонна килеп сыға. Иң мөһиме – ысын һандар “төтөн араһында” ҡалмаһын.
Әйткәндәй, һауа ғына түгел, һыуҙың бысраҡлығы ла бер кемгә лә яңылыҡ түгелдер. Атап әйткәндә, йылғаларҙа таҙартылмаған зарарлы ташландыҡтар 6,7 процентҡа артҡан. Дөйөм күрһәткестәр 30 процентҡа юғарыраҡ.
…Йәшеллекте йәшкә батырабыҙ ҙа ул, тик “экологик һәләкәт” тигән йәшендән йәшенеп кенә ҡотолоп буламы?..


Вернуться назад