Люциә менән Катя01.08.2017
Һинд киноһын ҡарарға яратҡандар белә: элек һәр фильмда тиерлек мотлаҡ рәүештә кемдер бала сағында юғала ине, уны башҡа ғаилә ҡарап үҫтерә, ҙурайғас, ул барыбер ҙә ата-әсәһен эҙләп таба һәм артабан бәхетле булалар… Баҡтиһәң, әҫәр сюжетында ғына түгел, тормошта ла осрай икән бындай хәлдәр. Алыҫ Һиндостанда түгел, эргәлә генә – Силәбе тарафтарында.
Бынан 30 йыл элек урында­ғы бала табыу йортонда ике ҡыҙ донъяға килә. Сабыйҙарҙы Туғанова һәм Түләгәнова фамилиялы ҡатындар таба. Күрәһең, оҡшаш фамилиялар арҡаһында (бәлки, биркаларҙы йүнләп уҡып тормағандарҙыр) ике әсәгә бер-береһенең балаларын килтереп тотторалар. Үҙҙәренә бер ҙә оҡшамаған сабыйҙарға ғәжәпләнеп ҡарап, сәйер һорауҙар бирә башлағас, ҡатындарҙың береһен хатта аҡылдан яҙғандар йортона оҙатыу менән ҡурҡыталар.
Нисек кенә булмаһын, сабыйҙарҙың береһе – башҡорт, икенсеһе рус милләтле “яңы” әсәләре менән ҡала, уларға Люциә һәм Катя тигән исемдәр ҡушыла. Хәлдәр артабан тағы ла ҡатмарлаша: Люциәне тәрбиәләгән ғаилә башлығы, ҡыҙ баланың үҙҙәренә оҡшамағанын күреп, ҡатынын хыянатта ғәйепләй һәм ярһыуынан бер ғәйепһеҙ ирҙең башына етә. Билдәле, ул төрмәгә оҙатыла, йәш сабый менән яңғыҙы ҡалған ҡатын был ваҡиғанан һуң эскелеккә бирелә, һөҙөмтәлә уны әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итәләр. Ә ҡыҙ иһә балалар йортона эләгә, йүнле тәрбиә күрмәүҙән һаңғыраулана һәм ғүмерлеккә инвалид булып ҡала. Шуға ҡарамаҫтан, ул бирешмәй, ғаилә ҡора, ике бала тәрбиәләй.
Катя булып киткән башҡорт ҡыҙының иһә тормошо, кире­һен­сә, матур үрелә: ул яҡшы тәрбиә һәм белем ала, шулай уҡ ғаиләле. Әйткәндәй, нәҡ ошо ҡатын ғәҙеллекте юллай башлай ҙа инде, бала табыу йортон судҡа бирә, әхлаҡи зыян өсөн өс миллион һум аҡса талап итә. Был сумманы ул Люциәгә тапшырырға уйлай. Тик шуныһы: 30 йыл элек булған хәлдең осона сығырҙармы икән хәҙер?..
Нисек кенә булмаһын, кем­деңдер яуапһыҙлығы арҡаһын­да яҙмыштарҙың емерелеүе үкенесле. Ҡыҙҙарҙы бутама­һалар, Туғановтарҙың ғаилә башлығы көнләшмәҫ тә, енә­йәткә лә бармаҫ ине, бәлки. Ике ғаилә лә матур тормош юлы үтер ине. Тик ни ҡылаһың, бурысты еренә еткереп башҡа­рыу тигән төшөнсәне онотоп китәбеҙ шул ҡайһы саҡ…
Әйткәндәй, был ваҡиға хаҡында билдәле булғас, Катяны Люциәнең бәхетһеҙ­легендә ғәйепләү­селәр ҙә табылды. Йәнәһе, ул үҙ урынында түгел. Хәлдең аяныслы икәнлеген йәш ҡатын былай ҙа аңлап тора бит, әммә ул ғәйеплеме тормош юлының ошолай боролош алғанына. Эй, кешеләр, яуапһыҙ ғына түгел, ахмаҡ та булып китәбеҙ икән ҡайһы саҡ…


Вернуться назад