Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡәҙерлебеҙ Рауил Дилмөхәмәт улы Ялчинды оло юбилейы – 85 йәше уңайынан ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ! Отставкалағы подполковник Рауил Дилмөхәмәт улы ғүмере буйы тыуған илебеҙгә намыҫ менән фиҙакәр хеҙмәт итте. Әсәйебеҙ Рәйсә Ғәфүр ҡыҙы менән беҙгә, балаларына, яҡшы тәрбиә, юғары белем биреп, оло тормош юлына баҫтырҙылар.
Ҡәҙерлебеҙ! Киләсәктә лә һау-сәләмәт булып, балаларығыҙҙың игелеген күреп, йән тыныслығында, бәрәкәтле мул тормошта йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән,
Беҙ бәхетле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән балаларың, килен-кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүләсәрҙәрең.