Еңеллек йәшәргә өйрәтәме?28.07.2017
Тормош ауыр, тип зарланыуҙар хәҙер ғәҙәтигә әүерелде кеүек. Ә ҡатмарлыҡтар булмаһа, әҙәм балаһы нисек йәшәр ине? Еңеллек менән алға барыу мөмкинме?

...Бер мәл ҡорт йомғағында бәләкәй генә тишек барлыҡҡа килә. Эргәнән уҙып барған кеше туҡтап, унан күбәләктең нисек сығырға тырышҡанын ҡарап, оҙаҡ күҙәтеп тора. Бер нисә сәғәт үтә. Күбәләктең хәле бөткәндәй тойола, ә тишек элекке һымаҡ уҡ бәләкәй булып ҡала.
Кеше йән эйәһен сикһеҙ йәлләй. Ярҙам итеү ниәтендә бәләкәй бысағын ала ла ҡорт йомғағын ҡырҡа. Күбәләк килеп сыға. Шул ҡәҙәр көсһөҙ, ти, саҡ-саҡ хәрәкәт итә, ҡанаттары үтә күренеп тора икән. “Хәҙер осоп китәсәк!” – тип уйҙа юлын дауам итә кеше. Күрһәткән ярҙамынан сикһеҙ ҙур ҡәнәғәтлек кисерә ул.
Ләкин бер ни ҙә үҙгәрмәй. Күбәләк ҡалған ғүмерен шулай хәлһеҙлектә үткәрә. Тәненә көс өҫтәлмәй, ҡанаттары нығынмай. Күпме генә тырышмаһын, осоп китә алмай. Ни өсөн тигәндә, кеше, ярҙам итәм тип, киреһенсә, зыян килтерә. Ул күбәләк өсөн ҡорт йомғағынан сығыуҙың ни тиклем мөһим икәнен аңламай: ауырлыҡҡа ҡаршы көрәшкән йән эйәһенең ҡанаттары нығынып, осоу һәләте арта, йәшәүгә ынтылыш барлыҡҡа килә.
Әҙәм балаһына ла тормошта тап шундай көс кәрәк. Әгәр ҡаршылыҡтар осрамай икән, йәшәү ҡеүәте, алға ынтылыш һүнә. Донъя – һы­нау йорто. ­Раббыбыҙ биргән һәр көн – имти­хан. Әҙәм балаһы гелән ике юл алдында тора: Аллаһ ҡушыуы буйынса ғәмәл ҡылыу йәки был ҡағиҙәләрҙән ситкә ки­теү. Шуға ҡарап әжерен дә алаһың.
“Ҡөрьән Кәрим”дең “Әл-Бәҡара” сүрәһендә: “Һеҙҙе ниндәй ҙә булһа ҡурҡыныс, аслыҡ, йәндәрҙең, малдың, емеш-еләктең кәмеүе менән һынайбыҙ”, – тиелгән. Тимәк, тормош имтихандарынан берәү ҙә ситтә ҡалмай: кемдеңдер ғаи­ләһенә ҡыйынлыҡ килә, икенселәрҙең мал-тыуары, емеш-елә­ге, донъяһы зыян күрә, өсөнсөләр үҙҙәре ауыр хәлдә ҡала һ.б. Ошондай ауырлыҡтар кисермәһә, кеше тормош хәҡиҡәтен аңламаҫ, йәшәргә өйрәнмәҫ ине. Юлдар ҙа бормалы-бормалы бит. Әгәр ҙә ки улар туп-тура булһа, рулдә барған кеше йоҡлап китер, иғтибары тарҡалыр ине. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт баҫҡыстарын миҫал итеп килтерәйек. Яңы эш башлаған белгескә бөтөн юлдар асыҡ, буштан-буш маҡтау һүҙҙәре яуып тора икән, ул артабан үҫешә алырмы? Юҡ. Барыһы ла еңел тип уйлап, тәкәббергә әйләнәсәк, алға ынтылышы булмаясаҡ. Ошо һәм башҡа яңылышлыҡтарҙан иҫкәртеү сараһы ул тормош һынауҙары. Аллаһ Тәғәләнең хикмәте менән бар нәмә үлсәүгә һалынған.
Дини китаптарҙа әйтелеүенсә, әҙәм балаһы һынауҙарҙы сабыр үткәрергә, хаҡ юлдан ситкә тайпылмаҫҡа тейеш. Әлбиттә, бындай осраҡтарҙа бер ни эшләмәй, ҡул ҡаушырып ултырыу дөрөҫ түгел. Ҡаршылыҡтарҙы еңеү юлдарын эҙләү зарур. Мәҫәлән, ҡара урманда аҙашҡанда унан сығыу өсөн һис ниндәй тырышлыҡ күрһәтмәһәң, ни булыр? Шуның шикелле ҡыйын­лыҡтарҙы еңеүгә бөтөн көстө һалыу зарур. Һынауҙы лайыҡлы үтеү мөһим. Дин белгестәре был йәһәттән тәбиғәт күренештәренән өлгө алырға саҡыра. Мәҫәлән, күсер ҡоштар, ауырлыҡтарға ҡарамайынса, тормошто дауам иттереү, бала сығарыу өсөн күпме юл үтә! Тамыры өҫтөнә асфальт йәйеп үтһәләр ҙә, уны тишеп килеп сыҡҡан үлән-сәскәләр, ҡаялар араһында ҡыҫылып булһа ла үҫеүен дауам иткән ағастарға ҡарайыҡ. Эйе, йәшәү көсө күңелдә булырға тейеш.
Йылдың дүрт миҙгелен алайыҡ. Һәр береһенең үҙ йәме, бәрәкәте бар. Ауырлыҡтары ла күп. Шуларҙы ваҡытында лайыҡлы күтәрә белһәң, алда еңеллек көтөр. Мәҫәлән, эҫе йәйҙә сыҙамлыҡ, тырышлыҡ менән мал аҙығы әҙерләһәң, ҡышты тыныс үткәрерһең. Шуның шикелле, тормошта осраған ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмайынса, уларҙы еңеү алымдарын ваҡытында табып, ҡыйын саҡтарҙа бер-береһенә ярҙам итеп, шатлыҡ-ҡайғыны уртаҡлашып йәшәгәндәр бәрәкәттә ғүмер кисерер, хаҡ юлдан тайпылмаҫ.


Вернуться назад