Эстондар Салауатты яҡшы белә28.07.2017
Эстонияның Палдиски ҡалаһында Салауат Юлаевтың һәйкәле яңыртылды. Билдәле скульптор Тамара Нечаева эшләгән бюст урынына авторҙыҡын ҡабатлаған суйын һын урынлаштырылды һәм мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Тарихи сара Башҡорт мәҙәниәте көндәре сиктәрендә ойошторолдо. Һәйкәлде Башҡортостан Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин етәкселегендәге рәсми делегация алып килде (бюстың ауырлығы – 214 килограмм, бейеклеге – бер метр).
Мемориаль таҡтаташ (эстон, урыҫ һәм инглиз телдәрендәге яҙма менән) Палдиски ҡалаһы мэрияһы бинаһында – Салауат Юлаев ғүмеренең һуңғы йылдарын үткәргән Эстляндия губернаһының Рогервик ҡәлғәһендә ҡуйылды.
Палдиски ҡалаһы етәкселеге һәм Таллинндағы “Ағиҙел” башҡорт милли-мәҙәни йәмғиәте халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы Салауат Юлаевты һәм улы менән бергә мәңгелек һөргөнгә оҙатылған Юлай Аҙналинды онотмай. Башҡортостандан даими килеп тороуҙары, Эстониялағы башҡорт диаспораһының әүҙем эшмәкәрлеге арҡаһында урындағы халыҡ Салауат Юлаевты яҡшы белә, хөрмәтләп телгә ала.
Тантананы ҡала мэры Тийт Пеэду, вице-мэр Елена Вилльманн һәм Башҡортостан Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин асты. Байрамда шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Эстониялағы илсеһе Александр Петров, Төркиәнән дини эшмәкәр Әбделҡадир мулла һәм Таллинндағы «Ағиҙел» башҡорт милли-мәҙәни йәмғиәте әүҙемселәре ҡатнашты.
Алыҫ эстон ҡалаһында, башҡорт еренән йыраҡта Ҡөрьән сүрәләре уҡылды, ҡурай моңо яңғыраны. Салауат батыр 25 йыл дауамында илен һағынып зар-интизар булған төбәктә милләттәштәр башҡортса йырлап-бейеште, халҡыбыҙ рухын дөрләтте.
Башҡорт мәҙәниәте көндәре һәр беребеҙ өсөн тулҡынландырғыс, хәтерҙә ҡалырлыҡ сара булды.
Эстонияла Салауатты үҙ батыры кеүек күрәләр. Данлыҡлы шәхестең 260 йыллығына “Ағиҙел” йәмғиәте рәйесе башланғысы менән рус һәм эстон телдәрендә “Эстония помнит. Салават Юлаев” тигән китап сығарылды. Йыл һайын Палдиски ҡалаһы көнөндә башҡорт йәмғиәте Салауат исемендәге паркта һабантуй үткәрә. Башҡорт халҡының яратҡан байрамы бөтә халыҡты берләштерер урынға әүерелде.
Әлеге сара ла һабантуй менән тамамланды. Палдиски халҡынан тыш, сарала Таллинндан, Латвияның Рига ҡалаһынан да ҡунаҡтар ҡатнашты.
Флүзә ХӘЙРУЛЛИНА,
Таллинндағы “Ағиҙел” башҡорт милли-мәҙәни йәмғиәте рәйесе.