Хәҡиҡәт ике яҡлы28.07.2017
Айнур Асҡаровтың “Өфөнән һөйөү менән” фильмы йәмәғәтселектә төрлө фекер тыуҙырҙы. Был аңлашыла, сөнки милли кинематограф өлкәһендә яңы аҙым яһалды: режиссер эше, актер оҫталығы, баш ҡалабыҙҙың ябай күҙгә тәү ҡараштан күренмәгән матурлығын күрһәтеү менән дә, техник яҡтан да, иң мөһиме – һалынған идеяһы менән лирик комедия жанрындағы фильм иғтибарҙы йәлеп итте.

Ул тыуҙырған бәхәстәрҙе, фекерҙәрҙе күҙәтеп барып, ошондай һығымта яһарға була: фильмды ҡарағандар араһында ике контраст ҡараш барлыҡҡа килгән, бәғзеләре уны үлтереп маҡтай, икенселәре яманлай, дөрөҫөрәге, киноны түгел, ә унда һалынған идеяның халыҡҡа, айырыуса йәштәргә бигүк ыңғай тәьҫир итмәүенә ишара яһай.
Мине ошо фильм буйынса әңгәмә ҡорорға Башҡортостан юлдаш телеканалына тура эфирға саҡырғайнылар. Барҙым, фекеремде әйттем... Ләкин тапшырыуҙан үҙемде бер енәйәт эшләгәндәй тойоп, бөтә кеше күрә алған, аңлаған матурлыҡты, юғары идеяны аңларлыҡ кимәлдә лә түгелһең, тигән уйҙарға сорналып ҡайттым, эстән генә үҙ-үҙемде битәрләргә тотондом. Әйткәндәй, телевидениенан йыш ҡына шундай уйҙар менән ҡайтырға тура килә, айырыуса тура эфирҙан: ваҡыт тар, һөйләгән кеше күп, әйтер һүҙеңде рәтләп, фекереңде иҫбатлап өлгөрөп булмай.
Мин йәштәр менән эшләйем. Юғары уҡыу йортонда белем бирәм, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашам. Уларҙың һәр бер башланғысын, яңы фекерен әйҙәп алырға тырышам, һоҡланам, аптырайым, бәхәсләшәм... Йәштәр менән бер тулҡында булыу йәшәргә этәргес бирә, дәрт өҫтәй. “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге ойошторған “Башҡорт йәштәре өсөн фәһемле осрашыуҙар” тигән түңәрәкте етәкләйем. “Башҡортостан” гәзитендә Миләүшә Ҡаһарманованың “Дөрөҫ юҫыҡтағы башылыр...” исемле мәҡәләһен уҡып сыҡҡас, бихисап уйланып йөрөнөм.
Йәштәрҙең дә фекерен беләйем әле тип, “Бәйләнештә” селтәрендә: “Өфөнән һөйөү менән” фильмы буйынса фекерҙәрегеҙҙе яҙығыҙ әле”, – тип һораным. Улар фекер алышыуға бик әүҙем ҡушылды, виртуаль ҡорҙа минең менән бергә 44 кеше ҡатнашты. Ҡор ябыҡ форматта ойошторолдо, шуға уны бөтәһе лә асыҡтан-асыҡ уҡый алмай. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: йәштәр араһында ла фекерҙәр икегә бүленде – берәүҙәр фильмды маҡтай, ә икенселәре яманлай.
Йәмғиәттә ике контраст фекергә лә урын бар. Бөтөн булған бәхәстәрҙе дөйөмләштергәндә, шуға килеп төртөләбеҙ: кино сәнғәте ысынбарлыҡты яҡтыртамы, әллә уны формалаштырамы?
Киноны яҡлағандарҙың төп фекере – был бит ысынбарлыҡ, замана йәштәре шундай, ауылға ҡайтыу, ололар ҡалыбы буйынса йәшәү, “кеше нимә тип әйтер” тигәндән ҡурҡыу – иҫкелек ҡалдығы. Улар күҙлегенән, кино сәнғәте ысынбарлыҡты яҡтырта.
Тәнҡитселәр күҙлегенән: фильм оло быуын менән йәш быуын араһындағы күҙгә күренмәгән “рухи епте” өҙә. Был күҙлектән ҡарағанда, кино сәнғәте йәмәғәтселек фекерен һәм уның менән бергә ысынбарлыҡты формалаштырыуға булышлыҡ итә.
Ике яҡтың да уртаҡ фекере: фильм профессиональ яҡтан оҫта төшөрөлгән, режиссер һәм оператор эшенә, художество биҙәлешенә, актерҙар оҫталығына дәғүә юҡ, барыһы ла юғары һөнәри кимәлдә башҡарылған. Матур башҡорт фильмы! Ике яҡҡа ла өләсәйҙең ейәнен ҡарғауы, ауыл ҡыҙының кинолағы “холҡо” оҡшамаған.
Уйға баттым: ысынлап та, ғилми күҙлектән ҡарағанда, кино (кино ғына түгел, ғөмүмән, телевидение, театр, киң мәғлүмәт саралары) сәнғәте ысынбар­лыҡты яҡтыртамы, әллә уны формалаштырамы? Был һорау тәү ҡарашҡа ябай ғына һымаҡ күренһә лә, фәлсәфә фәненең марксизм тарафынан тәҡдим ителгән төп һорауына – ижтимағи йәшәйеш (ысынбарлыҡ) йәмғиәттең үҙаңын формалаштырамы, әллә үҙаң беҙҙең йәшәйеште формалаштырамы тигән тәрән мәғәнәле бәхәсенә ҡайтып ҡала. Марксистар үҙҙәре был һорауҙы ысынбарлыҡ яғына ауҙарып, ошолай тип еткерә. Кешелек тарих ҡуласаһында бер нисә этап (формация) үтә: тәүтормош, феодализм, ҡоллоҡ осоро, капитализм һәм коммунизмға әүерелергә тейешле социализм. Йәмғиәттең аң кимәле ни тиклем түбән, унда матди ысынбарлыҡ, йәшәйеш ошо йәмғиәттең аңын формалаштыра. Әммә кешелек юғары кимәлгә күтәрелә барған һайын, уның аң кимәле үҫеп, йәшәйешкә , матди ысынбарлыҡҡа тәьҫир итә, уны үҙгәртә, формалаштыра. Хәҙер төп һорау: беҙ ниндәй йәмғиәттә йәшәйбеҙ? Үҙаңыбыҙ менән нимә уҡыуыбыҙҙы, ашауыбыҙҙы, ниндәй кино ҡарауыбыҙҙы формалаштырабыҙмы? Әллә ысынбарлыҡ шулай, мин уны үҙаңым, донъяға ҡарашым менән бер нисек тә үҙгәртә алмайым, тип йәшәйбеҙме?
Ике фекерҙә лә хаҡлыҡ бар тиһәм, мине аңлаусылар булырмы?
Беренсенән, кино сәнғәте тормошҡа ҡарата ныҡлы, тормош ауырлыҡтары алдында юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам иткән, йәшәү ҡиммәттәре формалашып етмәгән йәш күңелдәрҙең йәшәү ҡалыбын формалаштырыуға булышлыҡ итә. Икенсенән, рухи тотҡаһы булған кеше өсөн бындай киноның артыҡ зыяны юҡ.
Күптәр иҫләйҙер, үткән быуаттың 90-сы йылдар башында Совет иле тарҡалыу менән телевидениебыҙға “бысраҡ” ағым килеп инде: криминаль сериалдар, кемдән бала тапҡанын да белмәгән ҡатындар тормошо, эскелек һәм наркоманияны күрһәттеләр. Тәүҙәрәк патриотик кинолар ҡарап үҫкән совет кешеһенә быны күреү ытырғаныс, ҡурҡыныс һымаҡ ине. Хәҙер ҙә һин телевизорҙы һүндерәм тип пульт эҙләгән арала ғына тиҫтәләгән кешене “үлтереп” һалалар, әйтерһең дә, кеше ғүмерен ҡыйыу түгел, себен үлтерәләрме ни?! Араҡы эсеү, тәмәке төтәтеү тураһында әйтеп тораһы түгел. Ә иң ҡурҡынысы шул: беҙ ошондай кино аша күрһәтелгән “ысынбарлыҡты” норма итеп ҡабул итә башланыҡ. Башҡа кешелә минең бер эшем дә юҡ, һәр бер кешенең шәхси тормошо, мин бер нимәгә лә тәьҫир итә алмайым тигән битарафлыҡ тойғоһо барлыҡҡа килде.
Кешенең донъяға ҡарашы уның егерме-егерме биш йәштәр самаһына формалашып етә. Ошо осорҙа һәр бер кеше, һәр бер уҡылған китап, ҡаралған фильм, уны уратып алған мөхит – барыһы ла эҙ ҡалдыра. Ләкин уның тәрәнлеге иһә ваҡыттан (мәлдән) һәм был донъяны барлыҡҡа килтергән Илаһи Көс тарафынан һәр бер кешегә тыумыштан һалынған бер холоҡ-фиғелдән дә ҡала. Ағасты йәш ваҡытында ғына бөгөп булған кеүек, кеше аңына-күңеленә лә ныҡлы тәьҫирҙе ул йәш ваҡытта ғына һалырға була. Икенсе яҡтан, ниндәйҙер кеше аңы аңлап етмәгән сәбәптәр арҡаһында, тыумыштан бирелгән холоҡ-фиғелең тормошта ауыр мәлдәр осраған саҡта һиңә көл-күмергә әйләнергә, ҡыйынлыҡтар алдында һынырға йә булмаһа, киреһенсә, ҡорос булып сынығырға, тормош ауырлыҡтарынан һығымта яһап, артабан да бирешмәй йәшәүгә булышлыҡ итә.
Айнур Асҡаровтың фильмы Голливуд фильмдары биргән “тәрбиә” менән ярыша алмай, әлбиттә, ләкин ул беҙҙең башҡорт мөхитендә төшөрөлөүе, өлөшләтә шул телдә яңғырауы менән күңелебеҙгә ныҡ тәьҫир итте. Күптәребеҙ фильмды комедия итеп түгел, драма һымаҡ ҡабул итеп, йөрәккә ныҡ яҡын алды. Кино сәнғәте ысынбарлыҡты формалаштыра тигән күҙлектән ҡараһаҡ, был фильм башҡорт йәштәре өсөн генә түгел, ғөмүмән, йәш быуын өсөн бик тәьҫирле (сәбәптәрен күп яҙҙылар; ҡабатлап иң мөһимдәрен әйтәм: оло быуынды тыңлама, йөрәгең ҡушҡанса эшлә; эскелек; өйләнешкәнсе енси бәйләнештәргә инеү – норма; ауыл тормошо, туйға тиклем әҙәп һаҡлау – үткән заман). Кино сәнғәте ысынбарлыҡты яҡтырта ғына – башыбыҙҙы ҡомға тыҡҡан дөйәғош һымаҡ йәшәмәйек – “тормош ҡалыпһыҙ, ә һин яңғыҙ уйынсы” (Rnt – популяр башҡорт рэперы репертуарынан) тип ҡараһаҡ, фильм бик сағыу, “ситкә сығарып күрһәтеүе лә оят түгел”, фильмда мәҙәни тормош хәҙерге ысынбарлыҡҡа яраҡлаштырылған (замана менән бергә атлайым тиһәң, төнгө клубтарға йөрө, ҡыҙҙар менән үбешер өсөн мөхәббәт булыуы мөһим түгел, оҫталыҡ ҡына кәрәк).

P.S. “Өфөнән һөйөү менән” фильмына ҡарата социаль селтәрҙәрҙә тәнҡит күп булыу сәбәпле, уны барып ҡарарға булдым. Тәнҡит – бик яҡшы реклама. Ғөмүмән, барлыҡ халыҡта ғәм уятып, төрлө ҡараш тыуҙырырлыҡ фильмыбыҙ, уны төшөрә алырлыҡ йәштәребеҙ бар икән – быға шатланырға ғына ҡала.

Гүзәл ВИЛДАНОВА,
философия фәндәре докторы,
БДУ профессоры.


Вернуться назад