ОФОҠ АРЪЯҒЫНДА НИҘӘР БАР?28.07.2017
Ҡунаҡтар иртән үк йыйыла башланы. Тәүгеләренең машиналарын гаражға, ихатаның арғы мөйөшөнә ҡуйҙылар, бер-икеһен Зөлфиәнең ишек алдына урынлаштырҙылар. Хәлһеҙерәк булһа ла, ул күршеләре табынына бәлештәр бешереп бирергә булды. Рамаҙан, кәрәкле аҙыҡ-түлек ташып, туҡтауһыҙ ике йорт араһында йүгергеләне.
Төш етеүгә саҡырылған ҡунаҡтарҙың һуңғылары килеп етте. Уларҙы машинанан төшөү менән табынға саҡырҙылар. Ике яғынан да теҙелешеп нәҫел-ырыу ултырған “П” хәрефе рәүешендәге өҫтәл һый-хөрмәттән һығылып тора. Түңәрәк батмустарҙа тултырылған тауыҡтар ҡуҡырайышып ултыра. Йылҡы итенән әҙерләнгән ҡаҙылыҡ та лайыҡлы урын алған. Рамаҙан белеп тора – һәр ваҡыттағыса, уны иң тәүҙә ашап бөтөрәсәктәр. Уны яһау өсөн күпме түҙемлек, ваҡыт талап ителгәнен дә белә ул. Эсәктәр менән генә лә күпме мәшәҡәт: тәүҙә нәнәй уларҙың тыш яғын яҡшылап йыуа, шунан эсен тышҡа әйләндереп, май һәм бысраҡтан таҙарта. Бының өсөн эсәкте бер нисә тапҡыр йыуа, һыуын һарҡыта, шунан һуң ғына эслеген әҙерләй башлай. Йәш тай итен майы менән бергә шаҡмаҡлап турай, уға тоҙ, борос, һарымһаҡ өҫтәй һәм һыуытҡысҡа ҡуя. Иртән эсәктәргә фарш тултырғанда, Рамаҙан да нәнәһенә ярҙамлашты. Улар, буласаҡ ҡаҙылыҡтың остарын икәүләп йыуан аҡ еп менән бәйләп, ике көнгә ҡояшлы, еләҫ ергә элеп ҡуйҙы. Тик был – байрам табынына юлдың башы ғына әле. Биш ай буйы ҡаҙылыҡ һалҡынса урында өлгөрөп ятты һәм, ниһайәт, бөгөн ризыҡ тулы өҫтәлдә төп урынды биләне.
Былау башҡорт милли ашы булмаһа ла, ғаилә ағзалары уны бик ярата, сөнки Хәүәнең әсәһе телеңде йоторлоҡ итеп әҙерләй. Ҡунаҡтарҙан кемдер долма, Ташкент помидорҙары алып килгән. Гәлсәр вазаларҙа тоҙло помидор, ҡыярҙар йылтырашып ята, уларҙы әсәһе үткән йәй ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуйғайны. Ул тайганан алып ҡайтҡан маринадлы майлы бәшмәк, кетерләп торған тоҙло гөрөз дә ошонда уҡ урын алған. Былау янына тоҙланған кәбеҫтә бик килешә. Уны ҡартатай үҙе турай, әнис, кишер, борос һалып тоҙлай. Ҡорот һалынған бәләкәй һауыттар өҫтәлдең буйынан-буйына теҙелгән. Башҡорттарға ҡороттоң нимә икәнен аңлатып тороу кәрәкмәй, ә уны беренсе тапҡыр күргәндәрҙән иғтибарлы булыу талап ителә. Аҙыҡтың әсе тәме тәүҙә ят булып тойолһа ла, ҡунаҡтар, ғәҙәттә, уны бик ярата. Нәнәй бешергән ҡыҫтыбый, әсәһе яһаған сәксәк тә һәр кемгә оҡшай.
Ә бына Рамаҙандың иң ныҡ көткән ризығына өҫтәлдә урын етмәне. Гөбәҙиә тип аталған бик тәмле ошо бәлеште йыш әҙерләмәйҙәр. Был эштең ни тиклем мәшәҡәтле һәм ҡатмарлы булыуын яҡшы белгән Зөлфиә апай ризыҡты үҙе бешерергә булды. Рамаҙанға иһә уға ярҙам итергә ҡушылды. Тәүҙә улар, эремсекте ҡаҙанға һалып, алһыу төҫкә ингәнсе ҡырҡ минут буйы ҡыҙҙырҙы. Шунан уға бешкән дөгө, күрәгә, йөҙөм, аҡ май һалып болғатты.
Гөбәҙиәне бәлеш рәүешенә килтереп, мейескә ҡуйғандан һуң Рамаҙан үҙенә урын тапманы. Ҙур дүрткел табалағы матур бәлеш ҡуйылған духовка менән ишек араһында бер туҡтауһыҙ йөрөп торҙо. Иҫ киткес тәмле еҫ урамға уҡ сығып еткәс иһә малай плитәнең эргәһенән дә китмәне. Зөлфиә апай беренсе телемде уға вәғәҙә итте, Рамаҙан ошо минутты көтөп ала алмай яфаланды. Ниһайәт, бәлеште мейестән алып, өҫтөнә әҙерәк һыу һибеп майланылар ҙа таҙа таҫтамал менән ябып ҡуйҙылар. Уның “өлгөрөп” етеүен көтөү плитә янында ултырыуҙан да ауырыраҡ булып сыҡты. Әммә Рамаҙан был һынауҙы ла үтте.
Бәләкәй ярҙамсыһына вәғәҙә ителгән өлөштө киҫеп биргәс, Зөлфиә апай ҡунаҡтар янына китте. Ә аулаҡта ҡалған малай татлы ризыҡтың онотолмаҫ тәме менән ләззәтләнде. Тәғәйен киҫәкте ашап бөтөргәс кенә, тәмлетамаҡ үҙҙәренә әйләнеп ҡайтты. Ул тантананың тәүге өлөшөнә һуңланы: ҡартатайҙың өлкән ҡәрҙәштәре ҡустыларының ғаиләһенә матур теләктәрен еткереп өлгөргәйне.
– Илдарҙың ҡайтыуына, әлбиттә, бик шатмын, – тип әңгәмәне дауам итте ҡартатайҙың өлкән ағаһы Ильяс бабай. – Тик һинең ниңә сығып киткәнеңде генә аңлай алмайым.
Илдар бабай башын сайҡап алды ла, көлөмһөрәп, ҡарашын аҡһаҡалға төбәне:
– Офоҡ һыҙаты аръяғында ниҙәр бар икән, шуны белгем килде. Барып етеп ҡарайым да ҡайтырмын, тип уйлағайным. Ҡараһам, унда яңы офоҡтар асылды, уның артынса тағы, тағы... Тик бер ваҡыт, сираттағы офоҡ аръяғына күҙ һалһам, унда Торатауҙы һәм үҙебеҙҙең ауылды күрҙем. Хәҙер мин офоҡ аръяғында ниҙәр барын беләм – ул беҙҙең Тау.
– Тау, тау... Ни таптығыҙ шул Тауҙа? – Азат бабай ҡәнәғәтһеҙлеген йәшерә алманы. – Әйтерһең, ер кендеге. Ул булмаһа, тормошоғоҙҙа берәй нимә үҙгәрер инеме ни?
– Минең ҡайтыр урыным булмаҫ ине, – тип шым ғына яуапланы ҡустыһы. – Минең дә, Ләлә апайыбыҙҙың да. Әйткәндәй, әле ул Торатауҙы яҡлау маҡсатында ҡултамғалар йыя. Беләһегеҙме, – Илдар табындағыларға мөрәжәғәт итте, – ярты йыл элек Ләлә апайҙы Бангалорҙа осраттым. Был тынғыһыҙ йән, Һиндостан буйлап йөрөп, кешеләргә өс телдә Торатау хаҡында, уға ла Шәкетау яҙмышы янауы тураһында һөйләй. Беҙҙең Тауҙы яҡлап ҡултамғалар йыя. Мин уның дәфтәрҙәрен күрҙем. Унда имза ҡуйыусыларҙың исемдәре, телефондары, электрон адрестары тупланған. Уны, әлбиттә, хыялый тип атарға була – ошо ҡултамғаларҙың Торатауҙы ҡотҡарасағына ихлас ышана. Шул уҡ ваҡытта ул оло ихтирамға лайыҡ, сөнки беҙҙән айырмалы рәүештә ҡулынан килгәнде эшләргә тырыша.
– Әмин ағайҙың ҡыҙымы ни? – тине Ильяс бабай. – Ул үҙе башҡорт түгел дәбаһа: әсәһе мәрйә ине бит. Беҙҙең телде лә белмәй.
– Беҙҙең ауылдың яртыһы башҡорт милләтенән түгел, – тип тауыш бирҙе нәнәй. – Ана, ҡаршыбыҙҙағы өс күршебеҙ – сыуаштар. Улар янында татар ғаиләһе йәшәй. Күрше урамда – гел ҡатнаш ғаиләләр. Бында милләттең бер ҡыҫылышы ла юҡ. Тау – беҙҙең уртаҡ ҡомартҡыбыҙ, уның өсөн барыбыҙ ҙа яуаплы.
– Һораһалар, яуап бирер инек тә бит, – тип һүҙгә ҡушылды ҡартатайҙың туғаны Әкрәм бабай. – Тик беҙҙән бер кем дә һорап тормай шул, еңгә. Төкөрөп бирҙеләр ти беҙҙең фекергә.. Бына иртәгә Тауға бульдозерҙар ҡыуып килтерһәләр, ни эшләй алаһығыҙ? Кем уларға ҡаршы торор? Кем трактор аҫтына ятырға әҙер?
Ул ауыр ҡарашы менән табындағыларҙы байҡап алды:
– Йә, кемегеҙ?
Байрам өҫтәле янында уңайһыҙ тынлыҡ урынлашты.
– Кем тип һорайым бит?! – өй хужаһының өлкән улы ҡыҙа барҙы.
– Мин, – тине шым ғына арттан килеп туҡтаған Рамаҙан. – Мин ҡаршы торасаҡмын.
Эскәмйәнән тороп, бәләкәй туғанының артына Илдар бабай килеп баҫты.
– Мине үҙең менән алаһыңмы? – тип ул ҡулын бәләкәстең һул яурынына һалды.
– Ул саҡта мин дә һеҙҙең менән, – Рамаҙандың уң яурынына ҡартатайҙың ҡулы ятты.
Өҫтәл янындағы ир-егеттәр бер һүҙ ҙә өндәшмәҫтән, бер-бер артлы тороп, малайҙың артында яурынға яурын терәп баҫты. Табында оҙаҡламай ҡатын-ҡыҙҙар һәм Азат бабай ғына ҡалды. Ул ҡаршыһындағы таныш та, яҡын да йөҙҙәргә ҡараны, ә хәтере бала саҡ күренештәрен күҙ алдына килтереп баҫтырҙы. Ғәзим бабай уны өс йәшлек сағында башлап атҡа атландырҙы. Малай ҡушаматлы ат көтмәгәндә тәпәш кенә һарай ишегенә табан йүнәлде, һәм өлкәндәр бәләкәй Азатты тотоп өлгөрә алманы: маңлайы шешеп сығыуы ғына етмәгән, ул тоҡтай ергә ауып төштө лә бик оҙаҡ атҡа үпкәләп йөрөнө.
Етенселә уҡығанда Әкрәм менән бергәләп ауыл көтөүен көтөргә сыҡтылар: уларҙың сираты еткәйне. Төштән һуң Азат йылғала һыу инергә булды, ә Әкрәм көтөү эргәһендәге ағастар күләгәһендә серем итеп алырға уйланы. Ат йыраҡ китмәһен өсөн көтөүсе малай йүгәнде ҡулына бәйләне. Йылғанан әйләнеп килгән Азат ике туған ҡустыһын да, атты ла тапманы. Эйәре бушап ҡалған малҡай тыныс ҡына ҡайтыу яғына ыңғайлай, ә йоҡоһонан уянырға ла уйламаған үҫмер арттан һөйрәлеп килә. Күршеләре һәм туғандарының ҡысҡырып көлөүенән ул өйҙәренә еткәс кенә уянып китә.
Ильяс бабай уны атырға өйрәткәйне. Илгиз менән бергәләп институтҡа инделәр, биш йыл буйына дөйөм ятаҡтың бер бүлмәһендә йәшәп, бер ҡыҙ артынан йөрөнөләр, саҡ һуғышмай ҡалдылар, ә һуңыраҡ уның туйында иҫергәнсе эстеләр.
Атаһы... уның күңел әрнеше. Ҡасандан алып улар бер-береһен ишетмәй башланы һуң? Ғүмере буйы уға оҡшарға, тиңләшергә тырышҡан, ауыр минуттарында кәңәш һораған кешеһе менән уның араһынан ни сәбәпле “ҡара бесәй” үтте? Уның ихтирамын юғалтыу үлемгә тиң һымаҡ ине, ләкин шулай килеп сыҡты, һәм тормоштоң йәме бөттө.
Ул өҫтәл янынан ауыр ҡуҙғалып, шым ғына ҡапҡанан сығып китте. Тормошонда иң ауыр мәлдәренең береһен кисергән кешене берәү ҙә туҡтатманы.
Рамаҙан ҡартатаһының уның яурынында ятҡан ҡулы ҡалтыраныуын тойҙо. Ул ҡартатаһын эскәмйәгә табан тартты:
– Ултыр.
– Ҡайғырма, Азат – намыҫлы егет ул, дөрөҫ юл табыр, – тип Ильяс бабай ҡустыһының яурынын ҡаҡҡыланы.
– Тик бына башында ғына тәртип юҡ, – тине ҡартатай моңһоу ғына.
– Башында да тулы тәртип, – Ильяс бабай йылмайып ҡуйҙы. – Беҙҙең тоҡом, көслө кеше ул. Уға әле ни тиклем ауыр икәнен беҙ аңламай тиһеңме ни? Күкрәк һуғыу рәхәт ул, сөнки беҙгә бер төрлө лә ҡурҡыныс янамай. Ә уға ғаиләһен ашатырға кәрәк. Йөрәгеңде икегә ярып ҡара инде шунан. Бындай ҡарар ҡабул итеү өсөн ваҡыт һәм ҡыйыулыҡ талап ителә. Шуға күрә ашыҡтырма уны.