Башҡортостан халҡының 40 проценты ауыл ерендә тормош көтә. Насармы-яҡшымы – эш унда түгел. Ер кешеләре нисек икмәк таба, бала үҫтерә, донъя ҡора – ошо һорауҙар ҡыҙыҡһындыра. Билдәле, ҡайһы бер ауылдарҙың тотҡаһы булып торған эре предприятиелар ҙа эшләп килә республикала, урындағы халыҡ шунда мәшғүл, бәғзеләр крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары асып, үҙ эшмәкәрлеген үҫтерә, оҫталыҡ нигеҙендә аҡса тапҡан ауыл егеттәре бар. Әйткәс, әйтәйек инде, вагон-вагон булып Себер тарафтарына эшкә йөрөгәндәр ҙә бихисап. Үҙ көсөнә таянып, ихатаһында мал үрсетеп, бәрәңге ултыртып, башҡа культуралар сәсеп, шунан табыш алғандар ҙа бар. Биксән ауылында ла нәҡ ошондай уңғандар башлыса шәхси хужалығына таянып йәшәй. Шәхси хужалыҡ тиһәк тә, был геройҙарҙы өйҙә осратыу еңелдән булманы. Бесән мәле бит, еләк бешкән саҡ…“Ярты быуат иген үҫтереп,
мал ҡарап туйманым”– Инәйегеҙ өйҙә юҡ бит әле, ҡалаға һөт-ҡаймаҡ алып киткәйне, – тип ҡаршы алды беҙҙе йорт хужаһы Хөснулла Ишморатов. – Үҙем дә ямғыр яумаҫ борон бесәнде йыйып өлгөрәйем тигәйнем, уңайһыҙ килеп сыҡты…
Борсолорға урын юҡ, эш кешеһен эштән айырыу дөрөҫмө ни, Хөснулла ағайҙың тракторында яланға юл тотабыҙ. “Юлды ҡыҫҡартып”, тормош, үткән ғүмер һәм, әлбиттә, көндәлек мәшәҡәт тураһында әңгәмә ҡорабыҙ.
– Дүрт һауын һыйырыбыҙ, башмаҡ-быҙауҙар, һарыҡтар бар – күп итеп бесән әҙерләргә кәрәк, шуға атымды бына ошо “тимер ат”ҡа алыштырҙым, – тип юлдашым тракторының рулен һыйпай. – “Тимер ат”ҡа ла “ашарға” кәрәк, бер шланг ярылды, шуны алмаштырам тип, Ишембайға барҙым, Стәрлегә сыҡтым бөгөн…
Ғөмүмән, ауылда бар тарафтан да эш-мәшәҡәт етерлек инде. Ат менән бесән ташыһаң да, тракторҙа йөрөһәң дә, иң мөһиме – тырышлыҡ, сәм һәм һаулыҡ кәрәк. Юҡһа, инде телевизорҙан донъялағы хәлдәрҙе күҙәтеп, алып барыусыларҙың һүҙен йөпләп йә әрләп ултыраһы йәштә, типһә тимер өҙөрҙәй егеттәрҙәй, донъя көтөп, мал ҡара әле!
Эйе, һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған Хөснулла Хәмиҙулла улының дәрт-дарманына йәш егеттәр ҙә көнләшерлек. Йөҙ-ҡиәфәтенә ҡарап, үҙен дә сал сәсле бабай тимәҫһең. Ә бит ул ауыл тормошоноң ауырлығын үҙ иңендә татып үҫкән, 28 йыл комбайн штурвалында йөрөгән, ярты быуатлыҡ эш стажының ҡалғанын һауынсы булып эшләгән. Әйткәндәй, был йылдарға уның әрмегә тиклем өс йыл көтөү көткәне, комсомол йүнәлтмәһе буйынса гидроэлектр станцияһы төҙөлөшөнә барғаны инмәй әле. Хаҡлы ялға сығырға документтар барлай башлағас, “Һинең эшләгән йылдарың былай ҙа етә”, – тип ҡырт киҫкән чиновниктар. Эшләгән йылдар ғынамы һуң, кеше данына үрелгән ҡайһы бер ҡомһоҙҙар арҡаһында пенсионер ордендан да ҡалған. Үкенесле, әлбиттә, кемдер бөтә көсөн һалып, һаулығын ҡаҡшатып, ил ҡеүәтен үҫтерә, бәғзеләр әҙергә бәҙер йәшәй бирә. Уның ҡарауы, “Орден тип иҫем китмәй минең, иң мөһиме – иҫәнлек булһын”, – ти хужа. Аҡһаҡал менән килешмәү мөмкин түгел.
Мәрзиә Мостафа ҡыҙы ла – орденға лайыҡ шәхес. Ул ире менән бергә оҙаҡ йылдар һыйыр һауған, колхоз эштәренең уртаһында ҡайнаған. Йәшлек йылдарындағы көс һүрелә барыуға ҡарамаҫтан, инәй бөгөн дә яратҡан эшенән айырылмай – дүрт һыйырҙы ла һауып, эш итә, аҡтан аҡса яһай тигәндәй. Хәйер, ҡулдары арып китһә ярҙамға бабайы бар. Ауылдаштары хатта “Һиңә рәхәт, эргәңдә һауынсы ирең бар” тип шаярта.
...Бесәнлеккә етәбеҙ. Ямғыр күпме генә еүешләмәһен, сабылған үлән еҫенең танауҙы ҡытыҡларға көсө бар әле. Тын юлдары киңәйә, ирендәр ирекһеҙҙән йылмая.
– Бына инде минең сабынлыҡ, – тип тракторсы тырмаларын эшкә ҡуша, артта бакуйҙар өйөлөп ҡала. Хужа бер алдына, бер һауаға ҡарап ала, “яуғансы өлгөрөп ҡалырға кәрәк” тигәндәй, газға нығыраҡ баҫа.
Дөрөҫөн әйткәндә, был парҙың мал бағып, уның продукцияһы менән сауҙа итеп йәшәүе кәрәкме икән тигән һорау ҙа өйкәй күңелде. Улар бит үҙ ваҡытында дүртәр түгел, егермешәр һыйыр һауған, бурысын теүәл үтәгән, хаҡлы ялдалар, балалары ла инде хәҙер башлы-күҙле булып, үҙ йүндәрен үҙе күрә. Әлбиттә, атай-әсәйҙең балаларын яҙмыш еленә ташлап ҡуймай, һаман да ярҙам итеүе хуплауға лайыҡ, бер шешә һөт килтереп китһәләр ҙә, насармы ни? Тик, миңә ҡалһа, эш унда ғына түгел, ғүмер буйы мал араһында йөрөгән ауыл кешеһенә ошо шөғөлдәренән айырылыу мөмкин түгелдер, күрәһең.
– Ярты быуат иген үҫтереп, мал ҡарап туйманым, – тип йылмайҙы хушлашыр алдынан Хөснулла Хәмиҙулла улы, һорауыма яуап биргәндәй.
Ҡырҡ меңлек табыш ерҙә һибелгән...Артабанғы йорттоң да ишеген шаҡыған мәлдә үк был ғаиләнең барлыҡ ағзаларын да бергә фотоһүрәттә мәңгеләштереп булмаясағына төшөнгәйнек инде. Салғы таҡҡан “Беларусь” тракторының төтөндәр борҡотоп, яланға уҡталғанын шәйләп ҡалдыҡ – хужа, тимәк, бесән сабырға китте. Бәхетебеҙгә күрә, хужабикә-уңғанбикәне өйҙә тап иттек. Әминә Төхвәтуллина бәрәңге баҡсаһынан сығып килә ине. Бындағы бөхтәлеккә, бер сүп тә тап итмәүебеҙгә аптырап, башта һүҙ ҡушырға ла баҙнат итмәй торҙоҡ. Бәрәңге тигәндән, хужалар был баҡсаға картуфтан бигерәк күп итеп ҡыҙыл сөгөлдөр сәсә икән – Әминә Хәмит ҡыҙы шул культураны ҡарарға сыҡҡан.
– Был тиклемде ҡайҙа ҡуйып бөтәһегеҙ? – тип аптырағас, ул башта сөгөлдөр үҫтереүҙең табышлы икәнлеген аңлатты һәм үҙҙәре йыл да “татлы тамыр” тапшырып, 100 мең һумдан ашыу килем алыуҙары хаҡында бәйән итте. Хужаларҙың күңелен күтәрер өсөн: “Һеҙҙе район ауыл хужалығы йәрминкәһендә осратҡан бар”, –тип, саҡ, киреһенсә, төшөрөп ҡуйманым. Хәбәрсегә үпкәләгәндәй итеп:
– Йәрминкәгә йөрөгәнебеҙ юҡ, өйгә үҙҙәре үк килеп алып бөтәләр. Райондың балалар баҡсалары менән хеҙмәттәшлектәбеҙ, күмәртәләп ашханаға тапшырабыҙ, – тине ул ҡыҙыл сөгөлдөрҙөң аҡ табышы хаҡында. – Тик технологияны белеү фарыз: сөгөлдөрҙә теге йәки был матдәнең артыҡ булыуын теләмәһәң, ерҙе тейешле кимәлдә һәм дөрөҫ итеп эшкәртергә кәрәк.
Баҡсанан сығып, йорт-ҡура тирәһендә уралабыҙ. Техника паркына һоҡланғанды белдергәс, үҙе тырыш, үҙе асыҡ йөҙлө килен, ауыл биҙәге Әминә ханым, “ГАЗель” менән “ГАЗик”тың файҙаһы тураһында ихласлап һөйләне.
– Был машина, – ти ул, – йыл әйләнәһенә табыш килтерә: Рифат (хужа – авт.) йәй бесән ташый, яҙлы-көҙлө тиреҫ һатырға йөрөй, ҡышын иһә Стәрлетамаҡтан төпрә алып ҡайта.
Бер машина төпрә ашап бөтөрлөк һәм һатырлыҡ тиреҫ йыйырлыҡ малдарға килгәндә иһә алты һыйыр, алты башмаҡ, алты быҙауҙы ҡарау өсөн, әлбиттә, сәм кәрәк. Сәмдең төбөндә иһә маҡсат ята.
– Ошо мал ярҙамында ике ҡыҙыбыҙҙы уҡыта алдыҡ инде, – тине хужабикә һөт айыртҡан арала. Ысынлап та, ауыл кешеһе балаларын аяҡҡа баҫтырыу өсөн мал үрсетә, сөнки ул – төп таяныс.
Әйткәндәй, Төхвәтуллиндарҙың ҡыҙҙары ла, кейәүҙәре лә үҙҙәренә оҡшап тырыш, ихлас һәм ябай икән. Ҡайтып төшөү менән йорт ихатаһында булышыу ғына түгел, үҙҙәре лә ауыл тормошо ярҙамында аҡса эшләй. Мәҫәлән, быйыл ғына ла хәҙер ҙур ғаилә 30 мең һумлыҡ еләк йыйып һатҡан. Былтыр иһә табыш 40 мең һумдан ашып киткән. Ауылда йәшәү отошло түгел тип әйтеп ҡарайыҡ инде ошонан һуң! Ә бит Зөлфиә лә, Зарина ла мөғәллимә булып хеҙмәт итә, әммә “Уҡытыусы башым менән оялмай баҙарҙа еләк һатып торайыммы?” тип һуҡранмайҙар, хатта Себер тарафтарында эшләгән тормош иптәштәрен дә ошо шөғөлгә ылыҡтырғандар.
– Фидан менән Азамат хәҙер ҡайтып төшөү менән үҙҙәре “еләккә бармайбыҙмы ни” тип кенә тора, – хужабикә ҡыҙҙарының да, кейәүҙәренең дә булдыҡлылығынан ҡәнәғәтлек кисерә.
Эштән ҡурҡмайҙар, аҡса таба беләләр, тимәк, тормошта юғалып ҡалмаҫтар. Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул булыр. Был хәҡиҡәткә тағы бер ҡабат инандыҡ ошо ғаилә менән танышҡас. Эшһөйәрлек һәм ихласлыҡ сифаттарының быуындан быуынға күсә барыуын теләргә генә ҡала.
Мырҙағәлиндәрҙең алмаштарыАртабанғы ғаилә менән танышҡанда ла быуындар бәйләнешенә шаһит булдыҡ. Гөлсимә апай бесән эшләү, мал бағыуға киткән ваҡытын урлап ҡына тигәндәй, баҡсаһында ейәнсәре Индираға матур һүҙҙәр һөйләй-һөйләй, көйләй-көйләй ҡарағат йыя ине. Әйтергә кәрәк, был баҡса ла ғашиҡ итте беҙҙе – сүптәр ташлап ҡасҡанмы ни әлеге майҙанды! Тәрбиәләнгән баҡсала, билдәле, емеш-еләк тә, йәшелсә лә мул уңыш бирә.
– Ҡыҙым, бынауһын алайыҡ, йәме, ҡара әле, үҙе ниндәй ҙур, үҙе тәмле булып бешкән... – өләсәй һөйләй, кескәй ҡыҙ, аңлағандай, сәпәкәй итеп ҡыуана. Нисек кенә булмаһын, хеҙмәткә тәрбиә сәңгелдәктән һеңдерелә был ғаиләлә.
Ысынлап та, Мырҙағәлиндәр ҙә тырыш булып сыҡты. Бар ваҡытын эш менән үткәрә. Был көндөң дә “сюжеты” билдәле: хужабикә йорт ихатаһын, мал-тыуарҙы ҡарай, ғаилә башлығы иңендә – бесән килтереү. Фәрғәт ағай ҙа беҙ барғанда бесәнлегендә ине.
Бүтән ғаиләләрҙән айырмалы, был ихатаның мал аҫрау буйынса тәжрибәһе башҡасараҡ. Ҡасандыр бәләкәй процентлы махсус кредит ярҙамында тракторлы булғандар.
– Биш йыл эсендә түләп бөтөргә кәрәк булһа ла, ҡурҡа-ҡурҡа алдыҡ та ҡуйҙыҡ. Бына, биш йыл түгел, унан күберәк ваҡыт үҙебеҙҙең “Беларусь”та бесән әҙерләйбеҙ. Баҡтиһәң, ҡурҡып ятырға түгел, тәүәккәлләп, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк, – тип иҫләй ул йылдарҙы Гөлсимә апай.
Тракторлы булғас, Мырҙағәлиндәр артабан үҫешергә иҫәп тотоп, крәҫтиән (фермер) хужалығы булып теркәлә, тик һалым системаһы менән килешмәй, кире шәхси ихата сүрәтендә мал аҫрауға күсә. Хәйер, был статуста ла бирешмәй улар – бөгөн ауыл көтөүендә 15 баш һыйыр малы үлән көйшәй, һарыҡтары – шул кимәлдә. Ә ниңә бирешергә, төрлө ҡоролмалар бар, трактор геүләп эшләп тора. Тик бына 15 баш мал торған ҡураны таҙартып ҡара әле!
– Эш араһында башҡара торған ғына шөғөл бит ул, – тип йылмая хужабикә. – Бер сыҡҡанда барыһын да атҡарып инәһең.
Тик малды бағыу түгел, ашатыу нығыраҡ борсой был ғаиләне.
– Элек игенде хеҙмәт урынымдан эш хаҡы иҫәбенә яҙҙыра инем, хәҙер һатып алырға тура килә. Тик барыбер үҙең үҫтереп һатһаң, хаҡы сыға, – ти Гөлсимә апай. Иҫәпленең ҡуйы теүәл, ти. 34 йыл буйы бухгалтер булып эшләгән белгес белмәй әйтмәҫ.
Мырҙағәлиндәргә алмаш үҫеп килгәнен күреп, ҡыуаныстың сиге булманы. Ә Биксәндә балаларын хеҙмәт тәрбиәһе ярҙамында үҫтергәндәр был ғаилә менән генә сикләнмәй. Ошондай уҡ фамилия йөрөткән йәштәр Роза менән Фәнилдең дә ул-ҡыҙҙары ата-әсәләренә киләсәктә ныҡлы таяныс булырына шик юҡ. Береһенән-береһе кесе Рәмил, Илүзә, Зөлхизә, Рәмзил, Гилфүзә Мырҙағәлиндәр әсәйҙәренә булышып, ихата тултырып йөрөгән ҡаҙ бәпкәләрен ҡараша. Мал йәнле балалар икән – һарайҙа йөрөгән ҡолон да малайҙарҙың тышҡа сыҡҡанын күҙәтеп кенә тора ла яндарына юртып килеп етә.
Эйе, эш һәммәһенә етерлек: алты баш ат, алты һыйыр малын, әллә нисәмә ҡаҙ-өйрәкте ҡарап, урындағы фермерға эшкә барып, Ишембай һәм Салауат ҡалалары баҙарҙарына һөт-ҡаймаҡ, еләк һатырға йөрөп тә өлгөрөргә кәрәк шул атай-әсәйгә. Ярҙамсыларһыҙ донъя алға бармай!
Был күмәкләшеп, бер-береһе менән ярышып үҫкәндәргә ҡарап, күңел булмай ҡалмай сыр-сыу килгән бала-сағаны, “бип-бип” тип һөйләшергә ашҡынып торған бәпкәләрҙе күҙәткәндә. Шәхси ихатала күҙгә салынған төҙөлөш блоктары күңелгә йәнә өмөт, кинәнес өҫтәй.
– Быйыл, Алла бойорһа, өй һәм һарай һала башларға йыйынабыҙ, – тип пландары менән уртаҡлашты йәш ғаилә.
Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, Мырҙағәлиндәр.
...Шәхси ихата. Тәү ҡарашҡа, әллә ни ҙур булмаған майҙан. Тик, уйлай китһәң, уның мөмкинлектәре баштан ашҡан икән дә. Һәр хәлдә, ғаиләңде туйҙырырлыҡ ҡына түгел, мул табыш та алырлыҡ эшмәкәрлек йәйелдереп була... ҡарағура баҫыр урынға. 100 мең һумлыҡ ҡыҙыл сөгөлдөр үҫтерһәң, нисә айлыҡ эш хаҡы килеп сыға, ә бер ат күпме тора?! Баҡса аръяғындағы яланда үҫкән еләк-емеш хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Ихаталарҙың ҡәҙерен беләйек, йәмәғәт!
Ишембай районы.