Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү28.07.2017
Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү Был аҙнала республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы етәксеһе Рөстәм Зәрәфетдинов һәм ВГТРК филиалы – “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы етәксеһе Азамат Сәлихов менән әңгәмәләшеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Төбәк етәксеһе ағымдағы йылдың тәүге яртыһында республиканың социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары тураһында һөйләне.

Төплө яуаптар. Асыҡтан-асыҡ аралашыу. Көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе лә ситләп үтелмәне. Һәр һорау аныҡ һандар һәм дәлилдәр менән нығытылды. Иң мөһиме —“осрашыуҙан” халыҡ ҡәнәғәт ҡалды, сөнки әллә күпме һорауға асыҡлыҡ индерелде. Ә улары, ысынлап та, күп ине. Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар ауыл хужалығы эшмәкәрлегендә нисегерәк сағылыр? Аҙыҡ-түлеккә хаҡ артмаҫмы? 13 районда ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде, республика бындай һынауға әҙерме? Алданған “өлөшсөләр” һаны кәмемәй, артабан был проблема менән республика етәкселеге нисек көрәшмәксе? Күптән түгел Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә төбәк Башлығы, ғөмүмән, өлөшләтә төҙөлөш системаһын ғәмәлдән сығарыу тураһында әйтте. Ул быны нисегерәк күҙаллай? Һалым, төҙөлөш, демография мәсьәләләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Шулай уҡ ғаилә, һаулыҡ һаҡлау, спорт өлкәһенә айырым иғтибар бирелде.
Дөйөм алғанда, республика Баш­лығы иҡтисадта үҫеш күҙәтелеүен билдәләне. “Тәүге ярты йыллыҡта тотороҡло эшләгәнбеҙ. Сәнәғәт өлкәһендә, мәҫәлән, етештереү индексы 103,4 процент тәшкил иткән. Ил кимәленән сығып сағыштырғанда, ярайһы яҡшы күрһәткес. Һалым һәм һалым булмаған килемдәр ҙә өҫтәлә — былтырғы һандарҙы 10 миллиард һумға арттырып ебәргәнбеҙ. Был иһә беҙгә социаль йүнәлешкә күберәк иғтибар бүлергә мөмкинлек бирә — яңы социаль объекттар, яңы юлдар төҙөләсәк”, — тине Рөстәм Зәки улы.
Һалҡын йәйҙә үҫтерелгән уңыш кимәленә килгәндә, республика етәксеһе: “Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ булмаясаҡ. Бөгөн республика яландарында өс миллион тонна уңыш ята. Әгәр киләһе айҙарҙа көндәр ҡояшлы торһа, 2,5-3 миллион тоннаны бер ауырлыҡһыҙ йыйып аласаҡбыҙ. 2,5-3 миллион тонна күпме ул? Республиканың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерер өсөн ике миллион тонна уңыш кәрәк. Беҙ иһә кәмендә 2,5 миллион тоннаға иҫәп тотабыҙ. Әле мал аҙығы әҙерләү бурысы тора”, — тине.
Осрашыуҙа  сәйәсәт тураһында ла әйтелде. Киң мәғлүмәт саралары, социаль селтәрҙәр аша баҫым яһау­ға, “протест әүҙемлегенә” ҡарашығыҙ нисек, тигән һорауға Рөстәм Хәмитов, оппозиция шәхси мәнфә­ғәттәрҙән сығып асыҡтан-асыҡ ялғанламаған һәм конструктив йүнәлештә фекер йөрөткән осраҡта ­дәғүәселәрем менән һәр ваҡыт диалогка асыҡмын, тип белдерҙе.


Вернуться назад