Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы етәксеһе Рөстәм Зарафетдинов һәм ВГТРК филиалы – “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы етәксеһе Азамат Сәлихов менән әңгәмәләшкәндә 2017 йылдың тәүге яртыһында республиканың социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары тураһында һөйләне.
Сарала ауыл хужалығы, һалым, төҙөлөш, демография мәсьәләләре күтәрелде. Шулай уҡ ғаилә, һаулыҡ, спорт өлкәһенә айырым иғтибар бирелде.