Республикабыҙҙағы А.П. Чехов исемендәге балалар лагерь-шифаханаһы тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Башҡортостандың хозур тәбиғәтле Әлшәй ерендә урынлашҡан ул. 1898 йылда нигеҙ һалынған шифахананың 200 йыллыҡ бай тарихы бар. Башта, ер биләүсе М.И. Дурилиндың шәхси шифаханаһы булараҡ Андреев исеме менән йөрөтөлә. Билдәле рус яҙыусыһы А.П. Чеховтың Башҡортостанға килеүе йылдар үтеү менән шифахананың уның исеме менән аталыуына булышлыҡ итә.Яҙыусының ҡатыны Ольга Киппер үҙенең иҫтәлектәрендә: “...иремә был ерҙәрҙең һоҡланғыс саф һауалы тәбиғәте бик ныҡ оҡшай ине”, ти. Өйләнешкән йәштәр тап 1901 йылдың 25 майында ул ваҡыттағы Өфө губернаһына юллана, “Аксен” станцияһынан ун саҡрымдай алыҫлыҡта урынлашҡан Андреев шифаханаһына килеп, һуҙылып киткән матур имән ҡулҡыһы араһында урынлашҡан өйҙәрҙең береһенә килеп урынлаша. Улар йәшәгән йорттоң тәҙрәһе аша икенсе яҡтан сикһеҙ дала киңлеге һуҙыла, тип яҙа З. Леенсон үҙенең “Аксенда бер ай” тигән мәҡәләһендә.
Йылдар үткәс, Антон Павлович менән Ольга Леонардовна йәшәгән йорт яҙыусы исемендәге музей итеп үҙгәртелә, йорт алдында А.П. Чеховтың музейы урынлаштырыла. Яҙыусы яратҡан тау башындағы баҡсала ял итеү өсөн ҡоролма урынлаштырылып, Чехов исеме бирелә.
Бөгөн иһә А.П. Чехов исемендәге балалар лагерь-шифаханаһы республикала ғына түгел, унан ситтә лә билдәле. Һоҡланғыс ҡарағай һәм ҡарағас урмандары, саф һауаһы, шифалы ҡымыҙы һәм минераль һыуы менән дан алған ул. Үҙенсәлекле, матур тәбиғәт шарттары менән бергә тап дауалау процедураларының булыуы балаларға ял итеү өсөн сәләмәт мөхит тыуҙыра.
– Беҙҙә алты йәштән алып ун алты йәшкә тиклемге балалар ял итә һәм һаулыҡтарын нығыта. Улар менән тәжрибәле тәрбиәселәр, махсус педагогик белемле йәштәр, хеҙмәткәрҙәр эшләй. Шуғалыр ҙа лагерь-шифаханала ял итергә теләүселәр бик күп. Йәйге каникул ваҡытында ял һәм дауа алғандар өсөн, үҙебеҙҙең медицина һәм педагогик хеҙмәткәрҙәр эшләгән “Бергә” комплекслы программаһына ярашлы, әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләү, рухи һәм физик үҫеш, ижади һәләттәрҙе үҫтереү өсөн дә бөтә шарттар булдырылған. Балалар саф һауала рәхәтләнеп ял итә, ҡымыҙ һәм минераль һыу ярҙамында дауалана, көнөнә биш тапҡыр ашау ойошторолған, – тине лагерь директоры Владислав Ширяев. – 500 урынға иҫәпләнгән сменала ял итеүсе балалар өсөн төрлө саралар ҡаралған. Һәр көн һайын төрлө оҫталыҡ дәрестәре, ижади һәм коллектив эштәр, тренингтар, интеллектуаль бәйгеләр үткәрелә. Спорт ярыштары һәм төрлө йүнәлештәге мауыҡтырғыс сараларҙы балалар бик шатланып ҡабул итә. Смена һайын ял итеүселәр ҡыҙыҡлы сәйәхәттәргә сыға, шарлауыҡҡа А.П. Чеховтың ял иткән ергә экскурсияға бара, усаҡ янында гитара уйнап, һыу инеп, балыҡ тотоп, рәхәтләнеп ял итә.
Лагерҙың йәш быуын өсөн мөһим роль уйнаған шарттарының береһе – ул бергәлек мөхите. Тап берҙәмлек рухы, лагерҙа үҙеңде команданың бер өлөшө итеп тойоу балаларға үҙ-үҙҙәрен асырға, шәхси үҫештәрен көйләргә ярҙам итә. Быйыл иһә А.П. Чехов исемендәге балалар шифахана-лагеры нигеҙендә М. Бураҡаеваның программаһы буйынса “Йәйләү” лагеры ла ойошторолған. Уҡыуҙа юғары уңыштарға өлгәшкән, туған телен белгән балалар һаулыҡтарын нығыта, халҡыбыҙҙың йолалары менән танышып, белем-зиһен туплай, төрлө райондарҙан килгән тамырлы-ырыулы балалар бер-береһе менән аралаша, фекер алыша. Быйыл иһә йәйге сменала Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә, Мәскәү ҡалаһында йәшәгән башҡорт балалары ла ял итә икән. Ҡайһы берҙәре Башҡортостанға беренсе тапҡыр килгән. Шат йөҙҙәренә ҡарап, уларҙың һәр көнө яҡты тәьҫораттарға бай икәнен аңлайһың. Милләт тотҡаһы булыр, рухлы балаларҙың һоҡланғыс матур ерҙәрҙә, тап Башҡортостандың Әлшәй районында, көс, белем туплауҙары ла ҙур әһәмиәткә эйә.
Билдәле, ул һәм ҡыҙҙарын йәйге лагерға ебәргән һәр ата-әсә “балам нисек йөрөй икән?” тип ҡайғырыусан. Әммә был осраҡта уларға борсолорға урын юҡ. Йәйге лагерҙа электән йәшәп килгән тәртип бар, бик яҡшы мөхит булдырылған. Бер бала ла тәжрибәле педагогтарҙың, вожатыйҙарҙың, инструкторҙарҙың иғтибарынан ситтә ҡалмай. Лагерь хеҙмәткәрҙәре лә, балалар ҙа бер-береһенә йылы ҡарашта. Ял итеүселәрҙең хәүефһеҙлеге тәьмин ителгән, ҡаласыҡ тулыһынса уратып алынған, балаларҙың ялын ойоштороу буйынса бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре лә үтәлә. Ял ҡаласығында дүрт корпус, ике ҡатлы павильондарҙағы бүлмәләрҙә дүрт һәм алтышар кеше йәшәй. Хакимиәт һәм медицина корпусы бар, 300 урынға иҫәпләнгән ашхана эшләй. Һәр сменала йәшенә ҡарап бүленгән отрядтарҙа – 20-25-әр бала. Матур ял өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған: бейеү, теннис, бильярд залдары, футбол, баскетбол, волейбол һәм башҡа уйын майҙансыҡтары. Интернеттан ҡулланыу өсөн асыҡ Wi-Fi бар.
Дауалау үҙәгенә килгәндә, унда Раевка үҙәк дауаханаһының тәжрибәле табиптары эшләй. Климатотерапия, электротерапия, массаж, ҡымыҙ, “Чехов” минераль һыуы менән, шулай уҡ физиотерапия, релаксация программаһы буйынса дауалау ҡаралған.
А.П. Чехов исемендәге лагерь-шифаханала тәжрибәле педиатрҙар, шәфҡәт туташтары, массаж яһаусылар, дауалау физкультураһы инструкторҙары, директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫарҙары, тәрбиәселәр, музыка, физкультура уҡытыусылары эшләй. Ял итергә килеүселәр бынан бик ҡәнәғәт булып ҡайта. Балаларҙың шат йөҙөн, һау-сәләмәт булыуҙарын күреүҙән дә яҡшыраҡ нәмә юҡ беҙҙең өсөн, ти лагерь-шифаханаһы коллективы хеҙмәткәрҙәре лә.
Ысынлап та, шат һәм көләс йөҙлө, һау-сәләмәт балаларҙы күреүҙән дә мөһимерәк ғәмәл бармы икән һәр ата-әсә өсөн. Республикабыҙҙа А.П. Чехов исемендәге лагерь-шифахананың булыуы ла ошо шатлыҡты арттырған матур йорттарҙың береһе бит. Улар быны һүҙҙә генә түгел, маҡсаттары, ниәттәре, эштәре менән дә иҫбатлай. Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, ти бит халыҡ та. Был йәһәттән А.П. Чехов исемен йөрөткән лагерь-шифаханаға ла рәхмәт һүҙҙәренән башҡа ни әйтәһең.
Әлшәй районы.