Мәләүез районының Һәргәй ауылында элек-электән уңған, дәртле, намыҫсан халыҡ йәшәй. Береһенән-береһе яҡшыраҡ йәшәргә тырышып, сәмләнеп донъя көтә улар. Заман ауырлығына һылтанмай, йылдан-йыл йорт-ҡураларын төҙөкләндерәләр. Бала тәрбиәләйҙәр, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар.Күптән түгел ошо хаҡта “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында Нөгөш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әсҡәт Ҡормаев та ҡотлау сығышында әйтеп үтте:
– Һәргәйҙәр һәр ваҡыт эшкә етеҙлеге, егәрлелеге менән айырылды. Умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр, йорт төҙөйҙәр, балалар үҫтерәләр. Ҡыҫҡаһы, матур йәшәргә тырышалар...
Эйе, йәмле Нөгөш һыу һаҡлағысы ярында ғына урынлашҡан ауыл халҡы, ситтән күсеп килгәндәргә ҡарамай, үҙенең йәшәү рәүешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлап, алдағы көнгә ышаныс менән йәшәүен дауам итә. Күпләп ҡатлы-ҡатлы өйҙәр, ял йорттары барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, ауыл үҙенең йөҙөн, традицияларын барыбер юғалтмаған. Шәжәрә, ауыл байрамдары үткәрелеүе лә – шуға асыҡ миҫал.
Байрамға килгәндәрҙе ҡотлап, район хакимиәтенең архив бүлеге начальнигы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Илмира Фәйзуллина, оло быуын вәкиле Миңһылыу Әбсаттарова сығыш яһаны. Улар мәҙәниәтебеҙҙе, телебеҙҙе, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау йәһәтенән ҙур роль уйнаған ауылдың ҡотон һаҡлауға ҡағылышлы теләк-тәҡдимдәре менән уртаҡлашты.
Халыҡ һорауы буйынса ауылға ингән урында төҙөлгән мәсет тирә-яҡҡа бер биҙәк булып ултыра. Тик ауыл мәсете имам-хатибы Морат хәҙрәт Ишбаев ғибәҙәт йортона килеүселәр һаны аҙ булыуына борсолоу белдерҙе.
Ауыл халҡы, ҡунаҡтар йыйылған байрамда “иң-иң”дәрҙе билдәләү матур күренешкә әйләнде. Иң тәүҙә сәхнәгә ауылға йәм биреп ултырған, эстән дә, тышҡы яҡтан да һәр ваҡыт төҙөклөгө, бөхтәлеге, таҙалығы менән айырылып торған йорт хужабикәһе, 90 йәштән үткән Нурия Латипова күтәрелде. Атҡаҙанған колхозсы исемен йөрөткән Нурия инәйҙең тормошо ла, хеҙмәт юлы ла маҡтауға лайыҡ. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ныҡлы хәтере, хәрәкәтсәнлеге һәм әүҙемлеге менән иғтибарҙы йәлеп итә.
Матур йорттарҙан, ихаталарҙан тыш, ауыл урамдарын тағы балалар тауышы биҙәй. Шуға бәйле ауылдаштар байрамында күп балалы ғаиләләргә лә иғтибар бүленде. Был көндә биш бала тәрбиәләгән әсәй Зәлифә Арыҫланова һәм алты балаға ғүмер биргән Рәмзиә менән Фәрит Бикбовтар бүләккә лайыҡ булды.
“Ауылдың иң бәләкәй кешеһе” номинацияһында Рамазан исемле малай билдәләнде. Ул – Гөлнара менән Радик Көҫәповтарҙың бишенсе балаһы. Ә “Ауылдың иң өлкән кешеһе” тип 90 йәшлек Мәрзиә Ибраһимова танылды.
Йорт усағын һүндермәй, ауыл ҡотон һаҡлаған Ғәлимә Мерәҫова, Фәниә Аҡкөсөкова, Әминә Собханғолова, Маһира Арыҫлановалар, ағинәйҙәр булараҡ, сәхнәгә сығып бүләк алды. Улар бөтәһе лә – һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа хеҙмәттә сынығып үҫкән быуын.
Бәйләүгә, сигеүгә, тегеүгә оҫта Лилиә Мәһәҙиева менән Рәсимә Ибраһимоваларҙың ҡул эштәренән бай күргәҙмә эшләнгәйне. Уларға ла ауылдаштар осрашыуының бер иҫтәлеге итеп бүләк тапшырылды. Байрамды алып барыусы Миләүшә Кинйәбулатова һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торғаны өсөн Лилиә Ишбаева, Ғәйнулла Ибраһимов, Рифат Аҡкөсөков, Әүхәҙи Ҡунаҡбаевтарға ауыл халҡы исеменән рәхмәт белдерҙе. Сара Нөгөш һәм Һәргәй ауылы үҙешмәкәрҙәре сығышы менән үрелеп барҙы һәм күңелле байрамға әүерелде.