“Малым да көр, кәйефем дә шәп”26.07.2017
Әбйәлил районының Ҡушый ауылында ябай ғына ғаилә йәшәй. Алтмыш йыл татыу ғүмер кисергән Гөлсирә менән Иштимер Кинзәлебаевтар улар. Ете балаға ғүмер биреп, бөгөн ун һигеҙ ейән-ейәнсәренең ҡыуаныс-шатлығына кинәнеп, инде һикһәнде артылһалар ҙа, гөрләтеп донъя көтә улар.

Иштимер Айса улы — данлы Амановтар затынан. Заманында хәләл көсө менән байығып, яҡын-тирәлә иң күп йылҡы малы, һыйыр һәм һарыҡ тотҡан Амановтар хаҡында китап яҙырлыҡ. Ә бөгөн һөйләйәсәк геройым — тормоштоң әсе һурпаһын да етерлек һемергән, әммә үҙенең эшһөйәрлеге, ныҡышмаллығы менән хеҙмәтендә оло уңыштарға өлгәшкән, намыҫлы йәшәүе менән ауылдаштары араһында ғына түгел, районда дан ҡаҙанған малсы, иҫәпһеҙ Маҡтау һәм хөрмәт ҡағыҙҙары, миҙалдар менән бүләкләнгән хеҙмәт ветераны, ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре.
Етемлектә үткән бала саҡ хәтирәләре йәнен әрнетеп торһа ла, Иштимер ағай көр күңелле, йор һүҙле, тормоштоң йәмен табып йәшәй белә. Айса олатай Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ферма мөдире булғанда, ни сәбәптәндер ете һарыҡ үлә. Олатайҙы ете йылға хөкөм итәләр. Белорет заводында сым урау цехында эшләй ҡасандыр тырыш хеҙмәте өсөн Мәскәүҙә Бөтә Союз халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнашыуға өлгәшкән коммунист Айса Ҡужәхмәт улы. Һәм шунда һәләк булып ҡала: тимер сым тәне аша үтәләй сыға. Ҡатыны Гөлнәҙек яңғыҙ һарығын һуйып, Белоретҡа юллана. Унда үлеп ҡала. Йәшләй генә етем ҡалған Иштимер ағайға ла, уның бер туған апаһы Дәүләтбикә Айса ҡыҙына ла ауырлыҡтарҙан һынмаҫҡа рух юғарылығы, егәрле һәм сабыр булмыштары булышлыҡ иткәндер, моғайын.
Иштимер Кинзәлебаев Пермь тарафтарында ябыҡ зонаның йәшертен часында өс йылдан ашыу хеҙмәт итә. Тәүге хөрмәт ҡағыҙын да шунда ала, фотоһы частың Почет таҡтаһында тора.
— Ун туғыҙ поощрение менән ҡайттым армиянан, — тип хәтерләй бөгөн хеҙмәт ветераны. — Ҡайттым да колхоз эшенә егелдем.
Ҡырҡ йыл чабан булып эшләү дәүерендә Иштимер ағай Кинзәлебаевтың фотоһы ХХII партсъезд исемендәге колхоздың Почет таҡтаһынан төшмәне. Район гәзитендә лә уның хаҡында йыш яҙалар ине. Һарыҡсылыҡта иң юғары күрһәткестәргә өлгәшкән чабандарҙың береһе булды ул Иштимер ағай.
— Балалар өсәү булғас, тракторсылар курсында ла уҡыным. Колхозға ҡамыт, йүгән, дуға кеүек нәмәләр ҙә эшләнем. Тик күңел гел ферма тирәһенә, мал-тыуарға тартылды. Мин эш башлағанда, һәр йөҙ һарыҡтан ни бары 50—54 бәрәс алалар ине, күрһәткесте 124-кә еткерҙем. Күп тә үтмәй, миңә тиклемге 1,5 килограмм урынына һәр һарыҡтан 4 килограмм 700 грамм йөн ҡырҡа башланыҡ.
Алдынғы чабан, коммунист Иштимер Айса улы Кинзәлебаев, Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнашып, көмөш миҙал алып ҡайта. Малиновскийҙың ҡултамғаһы ҡуйылған “Алтын ҡуллы оҫта” дипломына, “Малсылыҡ буйынса оҫта” һәм “Беренсе класлы чабан” исемдәренә лайыҡ була, дүрт тапҡыр “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” тигән исем ала. Хаҡлы ялға 55 йәшендә сыҡһа ла, уны ҡабат саҡырып алалар, ат булһа ла ҡара инде, тип. Бер нисә ай ат ҡарағандан һуң Иштимер Айса улы ҡабат һарыҡсылыҡҡа ҡайта. Шулай итеп, йәнә һигеҙ йыл эшләй әле ул яратҡан һөнәре буйынса.
— Беҙҙең зат мал йәнле бит ул. Кемебеҙҙе генә алһаң да, йә алдынғы һауынсы, йә алдынғы быҙау ҡараусы. Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә генә яҡын туғандар араһынан ете-һигеҙ кеше ҡатнашҡан. Эшкә тырышбыҙ, тик үтә баҫалҡыбыҙ, — тип мөһөр баҫып ҡуя Иштимер ағай. — Икенсе берәү булһа, беҙҙең зат өлөшөнә төшкән бай тарихты әләм итеп күтәреп йөрөр ине.
Гөлсирә еңгәй менән улар матур йәшәйҙәр, баҡса үҫтерәләр, мал-тыуар көтәләр, умарта тоталар. Күркәм йорттары бала-саға тауышынан тынып торғаны юҡ. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, еңгәй һаман ҡул эштәре менән була, йәмәғәтселек тормошонда ла ҡатнаша. Шаян телле, һүҙ ҡеүәһе мул бирелгән Иштимер ағай беҙҙең сәләмгә: “Шөкөр, малым да көр, үҙем дә көр”, — тип яуаплағайны, амин, һәр саҡ шулай көр күңелле булып, көр тормошта йәшәргә яҙһын һеҙгә.


Вернуться назад