Йәнә 11 шишмәгә йән өрөлә26.07.2017
Йәнә 11 шишмәгә йән өрөлә Башҡортостанда планлаштырылған һигеҙ шишмә урынына 11 шишмә биләмәһен төҙөкләндереү күҙаллана.
Улар Күгәрсен районының Ураҡай, Салауат районының Мөрсәлим, Балтас районының Түбәнге Ҡарыш, Мишкәнең Яңы Сафар, Бәләбәйҙең Ермолкин, Ҡариҙелдең Абдулла, Тәтеш­ленең Яңғыҙнарат, Әбйәлил районының Ҡырҙас, Красно­каманың Мүзәк, Баймаҡтың Түбәнге Иҙрис, Хәйбулла районының Воздвиженка ауылдарында урынлашҡан.
Биләмәләр “Башҡортостан Республикаһы экологияһы һәм тәбиғи ресурстары” дәүләт программаһына ярашлы төбәк ҡаҙнаһынан бүленгән аҡса иҫәбенә төҙөкләндерелә. Башҡорт­остандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеү­ҙәренсә, ошо маҡсатҡа 1 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәл­теләсәк.
– Финанслауҙы арттырыу һө­ҙөмтәһендә төҙөкләндереләсәк шишмәләр исемлеген киңәйтеү мөмкинлеге тыуҙы, – тине министрлыҡтың бүлек етәксеһе Эдуард Нагаев.
Әйткәндәй, һуңғы тиҫтә йылда Башҡортостанда етмешкә яҡын шишмәгә йән өрөлдө.


Вернуться назад