Ошондай теләкте йәш саҡта һәр кем дә аңлап бөтмәйҙер, моғайын. Кешеләрҙең бер-береһенә әйткән теләктәре араһында күптәр өсөн ятыраҡ күренгән был теләктең ни тиклем ҡәҙерле, изге һәм кәрәкле икәнен йылдар үткәс кенә аңланым. Уның төп асылы – тормош һуҡмағын бер-берең менән ҡулға-ҡул тотоношоп үтеү һәм бәхетле ҡартлығыңда бер-береңдең ҡәҙерен белеп йәшәү. Әммә бындай бәхет бик һирәктәр өлөшөнә төшә. Бер-береһен аңлап, тигеҙ донъя йөгөн тартып, балалар тәрбиәләп үҫтереп, үҙҙәре лә күптәргә өлгө булып йәшәгән бәхетле парҙар рәтенә Баймаҡ районының Ҡолсора ауылынан Рәзилә менән Илдар Яҡшыбаевтарҙы ла индерергә мөмкин. Икеһе лә ошо ауылда тыуып үҫкән һоҡланғыс пар бына 40 йылдан ашыу инде матур ғүмер юлы кисерә. Икеһе лә ҡасандыр гөрләп торған Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозда эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр, әле уларҙың ейән-ейәнсәрҙәре бар.
Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, Яҡшыбаевтар йәштәргә өлгө булырлыҡ. Ишле мал аҫрайҙар, ҡош-ҡорт көтәләр, баҡса үҫтерәләр. “Ауылда ни, тик ятып булмай инде. Мал көсө менән йәшәлә, балаларға ла ярҙам итәбеҙ, ҡыҙыбыҙҙы башлы-күҙле итергә кәрәк әле”, – ти улар. Уңған хужабикә һәүкәштәрҙе һауып, уның ағын һөт йыйыусыға тапшыра. Егәрле ҡатын һөт тапшырып ҡына ла айына 10 мең һумдан ашыу табыш ала. “Һөтләтә биргәндә, отошло килеп сыға. Май-ҡаймағын әҙерләп, баҙарға алып барып, үтәме-юҡмы тип борсолорға ла кәрәкмәй. Һата алғанда ла, уның яртыһы юл сығымын ҡаплауға китә. Былай иткәндә иһә, аҡсаның ҡулға эләгәсәгенә ышанып, бәғзе бер эштәрҙе теүәлләп, кәрәкле әйберҙәрҙе һатып алырға мөмкин”, – ти Рәзилә Ғаяз ҡыҙы.
Ҡатынының һүҙҙәрен Илдар Айытбай улы ла ҡеүәтләй. “Тик һөттө осһоҙораҡ алалар шул, литры – 14 һум. Йәй осоронда кәметеп ебәргән саҡтары ла була. Был аҡса бесән әҙерләү сығымдары өсөн уңайлы. Әйткәндәй, ҡолсоралар бесәнде күберәк трактор ярҙамында эшләй, элекке баҫыуҙар пайға таратылып, бесәнлектәргә әйләнгән. Шунлыҡтан ауыл халҡына хәҙер элекке кеүек йәһәннәм төпкөлөнә барып түгел, ә яҡында бесән әҙерләү мөмкинлеге бар. Йорт хужаһын шулай уҡ иттең бик арзанға ситтән килеп йыйыусыларға тапшырылыуы, быҙауҙарҙың сит төбәктәргә һатылыуы кеүек ауыл халҡын борсоған проблемалар ҙа ят түгел.
Нисек кенә булмаһын, Яҡшыбаевтар, үҙҙәренсә, һәүетемсә донъя көтөп ята. Ауыл тормошонан да ситтә ҡалмай улар: Илдар Яҡшыбаев, диндә булараҡ, йәш быуынды иманлы һәм тәүфиҡлы булырға өндәһә, йорт хужабикәһе ауылда үткән төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнай. Хеҙмәт ветерандары эшләп үткән йәшлектәре, ғүмер юлдарына бер ҙә үкенмәй, киреһенсә, ауылдаштары алдында намыҫтары таҙа, балаларына ғына түгел, барлыҡ туғандарына өлгө булырлыҡ, ярҙам күрһәтеп, кәңәш биреп йәшәүҙәрен дауам итә.
Баймаҡ районы.