#Халҡыбыҙ_йолалары26.07.2017
Ҡала биләмәһендә химия заводы төҙөлөүгә бәйле юҡҡа сыҡҡан Оло Моҡас ауылы халҡы быйыл да үҙҙәренең әйткән һүҙенә тоғро ҡалды: 2015 йылда беренсе тапҡыр тамырҙарын юллап тыуған төйәктәренә ҡайтҡан мәлдә йыл һайын июлдең беренсе шәмбеһендә йыйылырға вәғәҙәләшкәйне улар.

Осрашыуҙың тәүге йылында уҡ дөйөм көс менән ауыл урынына стела ҡуйҙылар. Былтыр уның янына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға иҫтәлекле таҡтаташ урынлаштырҙылар, ағас ултырттылар. Ғөмүмән, осрашҡан һайын ауыл һәм ауылдаштары иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса ниндәй ҙә булһа сара башҡарыла.
Быйыл “Оло Моҡас ауылы тарихы” тип аталған альбомдың презентацияһын үткәрҙеләр. Альбомдың авторы – ауылдаштар хәрәкәтен тергеҙеүселәрҙең береһе – Тәнзилә Айҙарбәкова. Тәнзилә Зөлфәҡәр ҡыҙында альбом төҙөү тураһында уй тәүге осрашыуҙа уҡ барлыҡҡа килә. Картала булмаһа ла, Шәғәли Шаҡмандың дүртенсе быуын вариҫы Моҡас Теләүкәев нигеҙ һалған ауылдың ҡасандыр гөрләп тороуын, унда береһенән-береһе уңған ғаиләләр йәшәүен халыҡ хәтеренән юйылыуын теләмәй ул. Ике йыл дауамында ҙур һәм мөһим эҙләнеү эше атҡарып сыға. Ауылдың оло кешеләре менән осраша, иҫтәлектәрен, хәтирәләрен яҙып ала, фотоһүрәттәр йыя һәм, ниһайәт, ауылдаштарының сираттағы осрашыуы алдынан ҡаланың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре, атап әйткәндә, музей директоры Светлана Семендяева һәм ғилми хеҙмәткәре Мария Андреева ярҙамы менән альбом донъя күрә. Унда ауылдың килеп сығышы, дөйөм хужалыҡ ойошторолоу тарихы, колхоз етәкселәре, билдәле кешеләр, мәғариф үҫеше тураһында мәғлүмәт бар. Ауылдың өлгөлө, күп балалы ғаиләләренә, күренекле шәхестәренә ҙур ғына урын бирелгән. Ауыл халҡының, һуғышта ҡатнашҡандарҙың исем­леге индерелгән. Шулай уҡ Зоя Йәрмөхәмәтова, Альмира Мораҙы­моваларҙың тыуған ауыл, ауылдаштары тураһында шиғырҙары урын алған.
– Байрамға альбомға ингәндәрҙең бөтәһе лә тиерлек килгән. Иҫән булмағандарының балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен күрергә була, – ти Тәнзилә апай Айҙарбәкова. – Йыл һайын осрашыу беҙҙе, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралған моҡастарҙы, берләштерергә, тупларға ярҙам итте. Йылдан-йыл дуҫлығыбыҙ, туғанлығыбыҙ, берҙәмлегебеҙ нығый.
Осрашыуға килгәндәрҙе ҡотлап, Арыҫлан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтов, мәҙәни-ял үҙәге директоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Булат Биков, Ғәли Заһиҙуллин, педагогия хеҙмәте ветераны Ленира Шәйәхмәтова сығыш яһаны. Әруахтар рухына бағышлап, Ансарулла Аҡбашев доға ҡылды. Сараларын оҫта ойоштороусы Гөлсөм Хисаметдинова алып барған күңел байрамын Арыҫлан мәҙәниәт йорто үҙешмәкәрҙәре сығышы биҙәне. Ауылдаштар осрашыуына килгәндәр халыҡ уйындарында теләп ҡатнашты. Гер күтәрҙеләр, тоҡ менән һуғыштылар, тоҡ кейеп уҙыштылар. Уйын-конкурстарҙа әүҙемдәрҙең бөтәһе лә бүләк алды. Әйткәндәй, байрамға береһе лә буш ҡул менән килмәгән, бөтәһе лә еңеүселәргә инселәп бүләк килтергән.
Ат сабышы ла үткәрелде. Бәйгелә ҡатнашҡан биш үҫмер Миңзәлә Шаһманованың призына лайыҡ булды. Көрәшселәрҙе, ауылдың оло кешеләрен Фәнүз Үтәгәнов бүләкләне.
Ауылдаштар осрашыуы Зоя Йәрмөхәмәтова шиғырына Муса Смаҡов яҙған йырҙы башҡарыу менән тамамланды. Был яңы йырҙы Оло Моҡас ауылының гимны рәүешендә ҡабул иттеләр. Киләһе йыл тағы осрашырға һүҙ бирешеп таралыштылар.

Мәләүез ҡалаһы.


Вернуться назад