Урманлы тәбиғәттә ағасһыҙ йәшәмәйек25.07.2017
– Республикала йорт һалыу өсөн ағас ҡырҡырға рөхсәт итеү ҡағи­ҙәләре үҙгәргән тип ишеттем. Уның тәртибе ниндәй, бүрәнәлек урман ҡырҡыу өсөн ҡайҙа мөрә­жәғәт итергә?

Ғ. ШӘМСЕТДИНОВ.

Ҡырмыҫҡалы районы.



Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында аңлатыуҙарынса, ағас бүлеү ҡағиҙәләре үҙгәрмәгән. Республикала граждандарҙың үҙ ихтыяжы буйынса ғаиләгә йәки яңғыҙ йәшәгән кешегә урман ҡырҡындыһы бүлеп биреү тәртибе түбәндәгесә:
1) шәхси йорт төҙөүгә – 25 йылға бер тапҡыр 110 кубометрға саҡлы;
2) шәхси йортто йүнәтеүгә һәм һипләп һалыуға – биш йылға бер тапҡыр 25 кубометрға саҡлы;
3) ҡаралты-ҡура төҙөүгә – биш йылға бер тапҡыр 50 кубометрға саҡлы;
4) ҡаралтыны һипләп һалыуға – өс йылға бер тапҡыр 15 кубометрға саҡлы;
5) шәхси торлаҡ йортто һәм ҡаралты-ҡураны йылытыу өсөн утын әҙерләүгә – йыл һайын 20 кубометрға саҡлы.
Үҙ мәнфәғәте өсөн ағас әҙерләргә теләгән кеше “Урмансылыҡ идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһының ағас әҙерләү урыны планлаштырылған урмансылығына ғариза менән мөрә­жәғәт итә. Шәхси йорт төҙөү өсөн “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Зако­нының 10-сы статьяһына ярашлы ер биләмәһе алған кеше был йәһәттән өҫтөнлөктән файҙалана. Ундайҙарға түбәндәгеләр инә:
1) торлаҡҡа мохтаждар исемлегендә торғандар;
2) ғариза биргән мәлгә иренә һәм ҡатынына 35 йәш тулмаған ғаиләләр;
3) өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған балалы ғаиләләр;
4) бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләгән ғаилә.
Ағас әҙерләгән өсөн түләү хаҡы Рәсәй Хөкүмәтенең 2007 йылдың 22 майындағы 310-сы һәм 2014 йылдың 17 сентябрендәге 947-се ҡарарҙары, Башҡортостан Хөкүмәтенең 2014 йылдың 29 декабрендәге 630-сы ҡарары нигеҙендә билдәләнә.


Вернуться назад