Бәхеттәре — ауылда11.04.2012
Мәүлиҙә менән Зиннәт Юлбаевтарҙы, 60-ҡа аяҡ баҫыуҙарына ҡарамай, һис тә ололар рәтенә индереү мөмкин түгел. Әлбиттә, ғүмерҙең оҙонлоғон йылдар түгел, ә илеңә, ереңә, кешеләргә ҡылған яҡшы эштәрең, тәрбиәле балаларыңдың билдәләүе бөтәбеҙгә лә мәғлүм.
Тәрбиәле, татыу һәм берҙәм был ғаиләгә күрше-күлән, туған-тыумаса һоҡланып туя алмай. Ишек асып кем генә килеп кермәһен, Мәүлиҙә апай яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, бер кемде лә йомошон йомошламай сығармай. Баҫалҡы, ипле, аш-һыуға оҫта, аҙ һүҙле булыуы менән йәштәргә лә, ололарға ла өлгө. Пенсияға сыҡҡансы иртә таңдан ҡараңғыға тиклем колхоз эшенән ҡалмаған Зиннәт ағай менән Мәүлиҙә апайға бер-бер артлы донъяға килгән ир балаларҙы үҫтереп, аяҡҡа баҫтырыу еңелдән булмағандыр. Ләкин уларҙың бер ваҡытта ла зарланып, ризаһыҙлыҡ белдереп ултырғанын күргәнем юҡ. Улар һаман да йәштәрҙән ҡалышмай тырышып донъя көтә, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә ярҙамлаша.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигәндәй, балалары ла үҙҙәренә оҡшап тырыш һәм аҡыллы. Иң оло улдары Раил Яңы Мораптал ауылында үҙ көсө менән өй һалып сыҡты, үҙе Киров исемендәге колхоздың алдынғы тракторсыһы, дүрт бала тәрбиәләй. Ә икенсе улдары Радиктың шул тиклем аҡыллы, егәрле булыуына ғәжәпләнерһең. Бәләкәйҙән тырыш, сәмсел егет Стәрлетамаҡта башҡорт-төрөк лицейы асылғас та үҙе барып имтихандар тапшырҙы һәм уҡырға инде. Артабан Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, ошо юғары уҡыу йортонда декандың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары булып эшләне. Әле Өфөнөң бер гимназияһында мәктәп директоры вазифаһын үтәй. Игеҙәк улдары Рөстәм менән Руслан да ата-әсәләре һымаҡ тыуған еренә береккән, шуға ла училищены тамамлағас, ауылда эшкә ҡалдылар. Руслан — мал ҡараусы, ә Рөстәм — балта оҫтаһы.
Бөгөнгө заманда бала, ғаилә бәхете кеүек төшөнсәләргә етди ҡарамайынса, сабыйҙарын, ата-әсәләрен ҡайғыға һалып, эскелеккә бирелеп, хатта айырылыуға барып еткән ғаиләләр бар.
Һөйөп-һөйөлөп йәшәүсе Мәүлиҙә апай менән Зиннәт ағай был йәһәттән күптәргә өлгө.
Нурзидә ИШМӨХӘМӘТОВА.
Көйөргәҙе районы.


Вернуться назад