Үҙең эшләгән күңелгә яҡын25.07.2017
Үҙең эшләгән күңелгә яҡын “Зариф трактор эшләгән!”, “Үҙе эшләгән тракторында бесән сапҡан” тигән һүҙҙәрҙе ауылдаштары араһында йыш ишетһә лә, Зариф Сыңғыҙов үҙен “Кулибин” тип һанамай әлегә. Ни өсөнмө? Сөнки йәш егеттең хыялдары күп, тик уларҙы тормошҡа ашыраһы ғына бар. Тимер-томорға оҫта Зариф мотоблок двигателенән мини-трактор эшләп ала. Әйткәндәй, был тракторҙы эшләү өсөн уға иҫке “Нива”, “Москвич” автомашиналарының запчастарын һүтеп алырға ла тура килгән.
Сибай институтының технология бүлеген тамамлаған йәш белгес ҡулына диплом алғас, әрме сафына бара. Артабан вахта ысулы менән эш башлай, ваҡыты булғанда бала саҡтан күңеленә яҡын шөғөлгә тотона.
– Үҙ ҡулым менән нимәлер эшләргә ҡыҙығыуым бәләкәйҙән булһа ла, әлегә тиклем ваҡыт та, форсат та эләкмәне. Нимәнелер һүтеп, ҡайтанан ҡороу минең өсөн ҡыҙыҡ та, мауыҡтырғыс та. Килеп сыҡҡан ижад емешеңде күреү күңелгә ҡыуаныс килтерә. Үҙең эшләп алған әйбер арзанға ла төшә, яңыһын алырға әлегә мөмкинлек юҡ. Әле үҙем эшләгән мини-тракторға тағылма арба, бесән сапҡыс, тырматҡыс эшләнем. Бесәнде үҙем эшләгән трактор менән әҙерләргә иҫәп бар. Буяп та ебәргәндә, бына тигән була ла ҡуя, – ти Ҡолсора ауылы оҫтаһы.
Бына шундай уңған, йәш, булдыҡлы егеттәр йәшәй беҙҙең арала. Аҡылы, оҫта ҡулы янына йәшлек тигән атын да йүгәнләгәндә, үҙе эшләгән тағы ла әллә күпме әйберҙәре менән ҡыуандырыр әле.

Баймаҡ районы.


Вернуться назад