Таштан төҙөлгән донъя25.07.2017
Йәшерен-батырын түгел, һәр кем балаһы юғары белемле булһын өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да тормошҡа ашыра, ғәзиз кешеһе алған һөнәре буйынса эшләйме-юҡмы, уныһы инде бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Уның ҡарауы, бөтәһе лә юрист, инженер, табип йәки педагог һөнәрен үҙләштерһә, кем йорттар төҙөр, юл һалыусы табылырмы, ғөмүмән, эшсе һөнәрҙәргә ҡытлыҡ тыумаҫмы?
Баҡтиһәң, һис кенә лә улай түгел икән. Киләсәктә лә бынамын тигән өйҙәр ҡалҡыр, ҡыҫҡаһы, һәр төрлө уңайлыҡтар тыуҙырылыр. Уның шулай булырына Төҙөүселәр көнө алдынан үткәрелгән “Башҡортостан төҙөлөш комплексының иң яҡшы ташсыһы” тигән республика конкурсында тулыһынса инандыҡ. Ярышты уҙғарыу урыны итеп “Белая река” торлаҡ комплексы осраҡлы һайланмаған. Әле бында эштең нәҡ ҡыҙған мәле – заманса торлаҡ йорттар төҙөлә.
Башҡортостан төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Фүрҡәт Мөхәмәҙиев билдәләүенсә, бындай конкурстарҙы киләсәктә лә ойоштороу зарур, ул эшселәрҙе дәртләндерә, көс өҫтәй. Төҙөүсе һөнәре элек-электән маҡтаулы һаналған, хәҙер ҙә шулай һәм артабан да уларға хөрмәт һүрелмәйәсәк.
Конкурста бөтәһе егермегә яҡын предприятиеның оҫталары ҡатнашты.
– Һәр кем бәләкәйҙән хыял менән йәшәй, – тип һөйләй “СМУ-1” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ташсыһы Владимир Кузьмин. – Һөнәр үҙләштереүемә, ғүмер буйы уға тоғро ҡалыуыма сикһеҙ шатмын. Был таштарҙы теҙеп сығыу ғына түгел, ә күңел биреп эшләү хаҡында ла оноторға ярамай. Йөрәк йылыңды һалмай тороп, нисек эш ҡоралдарын ҡулға тотмаҡ кәрәк.
Кискә табан иң-иңдәр асыҡланды, һәр береһенә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
И. МӨХӘМӘТОВ.