Ауылымдан көс алам25.07.2017
Ауылымдан көс алам “Тартай үҙ һаҙлығын маҡтай”, ти халыҡ мәҡәле. Һәр кемгә тыуған ере бөтә ҡиммәттәре һәм кәмселектәре менән ғәзиз. Йәнтөйәккә сикһеҙ һөйөү тойғоһо сәңгелдәктән һалына, күрәһең. Юғиһә бөтмәҫ ғорурлыҡ, уға бирелгәнлек мәңге һаҡланмаҫ кеүек. Бала күңеленә һалынған хис – ул мәңгелек. Миндә лә тыуған төйәгемә булған юйылмаҫ мөхәббәт йәшәй.
Тыуған еремдә күңеле асыҡ, ябай, эшһөйәр, намыҫлы кешеләр ғүмер итә. Сабырлыҡ менән иленә хеҙмәт итеүсе, үҙ ниәтенә тоғро яҡташтарым бихисап, шулай уҡ тәбиғәте күптәрҙе һоҡландыра, арбай. Хозурлыҡ, күрәһең, әҙәпле әҙәмдәрҙе, һәләтле шәхестәрҙе тәрбиәләүгә лә тәьҫир итәлер. Уларҙы һанап тормаһаң да, ғәм халыҡҡа билдәлеләре етерлек. Күпме ауыр заманалар, ҡан-ҡойоштар, нахаҡҡа рәнйетеүҙәр күреүгә ҡарамаҫтан, Ҡыҙыл Мәсет халҡы бирешмәне һәм бирешмәй, йәшәүен дауам итә. Шул уҡ ваҡытта улар илебеҙҙең үткәнен, ғөрөф-ғәҙәтен, халыҡтың боронғо булмышын, ҡиммәтле сифаттарын һаҡларға тырыша, үҫтерә. Әлбиттә, был юҫыҡта эш алып барыуҙа район етәкселегенең ярҙамы ҙур. Тимәк, етәкселек халыҡ ярҙамына таянған кеүек, халыҡ та етәкселәргә терәк булып, берҙәм эш алып бара. “Кәңәшле эш тарҡалмаҫ”, тиҙәр. Халыҡ менән бер төптән эшләү, бер-береңдең һүҙенә ҡолаҡ һалыу, кәңәш менән эш итеү – еңелмәҫ көс. Беҙҙең район бөгөн шуға таянып эшләүҙе хуп күрә. Иншалла!
Йәйҙең ямғырлы булыуы йыйындар үткәреүгә ҡамасаулар кеүек ине. Әммә шәмбе көн, әмәлгә ҡалғандай, Мәҡсүттә ҡояшлы булды. Әйтерһең дә, Аллаһ Тәғәлә кешеләрҙең осрашыу кәйефенә, шатлығына ҡамасауламай.
Көн аяҙ. Ауыл осонда халыҡ төрлө тарафтарҙан килгән яҡташтарын икмәк-ҡымыҙ менән ҡаршы ала. Өҫтәлдә – һый, ҡул эштәре күргәҙмәһе, гармун тауышы, йыр-моң яңғырай. Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, уның ярҙамсыһы Михаил Федорович Чижков, социаль мәсьәләләр буйынса бүлек мөдире Эльвира Фәйрушина һәм Өфөнән килгән ҡунаҡтар, яҡташтарҙы сәләмләп, һыйҙарынан ауыҙ итеп, күргәҙмә менән танышып, ауыл урамдарынан һәр йорт янына юллана.
Мәҡсүт ауыл хакимиәте башлығы Әхмәтйән Вәлитов, һәр ҡапҡа төбөндә тип әйтерлек әҙерләнгән һый-хөрмәт янында бер аҙға туҡталып, театрлаштырылған тамаша менән таныштырып бара. Бына –Йомаҡаевтар ҡапҡаһы. Улар улдарын әрмегә оҙата, ата-әсәһе нәсихәт әйтә, өләсәһе ейәненең имен-аман хеҙмәт итеп, әйләнеп ҡайтыуына доға уҡый: улдары туғандарына, ауылдаштарына намыҫ менән хеҙмәт итәсәгенә, ауылына тап төшөрмәйәсәгенә, тиҙҙән иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, артабан район мәнфәғәтен яҡлап, үҙ еренә хас тырышлыҡ менән донъя ҡорасағына ышандырып һүҙ бирә.
Урам оҙон, һәр береһе үҙе әҙерләгән табынды күрһәтергә, тамашаның темаһын асырға тырыша.
Әхтәмовтар өҫтәле. Бында яңы тыуған бәпескә исем ҡушыу йолаһы, бөтә нескәлектәрҙе ҡулланып, оҫта ойошторолған.
Урам буйына әҙерләнгән 12 өҫтәлдәге һыйҙы, һәр береһенең мәҙәни сығыштарын һәм әйтер һүҙҙәрен яҙып бөтөрлөк түгел. Иң һуңғы Мәжитовтар тамашаһы – бесән әҙерләү һәм кәбән ҡойоу оҫталыҡтарын, ауыл хужалығына хас булмышын күрһәтеп ҡыуандырҙы.
Ауыл осонда ысын мәғәнәһендә һабантуй ойошторолған. Йыр-моң яңғырап тора, килгән халыҡ зауыҡлы күргәҙмә менән таныша, бер-береһе менән аралаша.
Тантана иртәнге сәғәт 11-ҙә башланып китте. Сәхнәгә район хакимиәте башлығы күтәрелеп, халыҡты сәләмләне:
– Туғандар, бергә булайыҡ, беҙ бергә еңелмәҫ көс, районыбыҙ һәр саҡ алдынғылар сафында булды, шул исемде һаҡлайыҡ, районыбыҙҙа яңы эш башлауға, алға ынтылыуға мөмкинлектәр етерлек, тик әүҙемлек, тырышлыҡ, ҡыйыулыҡ ҡына кәрәк. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәһәк, бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңеп, алға барыуыбыҙға ышанам, – тип осрашыу шатлығы менән уртаҡлашты.
Педагогия хеҙмәте ветераны Хәлиҙә Бикҡолова йыйылыусыларҙы ауыл тарихы менән таныштырҙы, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Чижков Мәҡсүт ауылының халҡы, арҙаҡлы шәхестәре тураһында ғорурлыҡ менән һөйләне һәм, уларҙан өлгө алып, районыбыҙҙы артабан үҫтереүгә беҙгә алмашҡа яңы йәш көстәр әҙерләү төп мәсьәләләрҙең береһе булыуын билдәләне. “Ысынлап та, беҙҙең Күгәрсен ерендә тырыш, эшкә һәләтле, үҙ бурысына яуаплы ҡараған йәштәр етерлек. Йылдан-йыл районда йәш эшҡыуарҙар үҫеп тора, әлбиттә, район етәкселеге был йүнәлештә мөмкин тиклем ярҙам итергә тырыша, берҙәмлек кенә кәрәк. Ә берҙәмлек, фекер уртаҡлығы, бөгөн беҙҙең районда яңы көс ала”, – тине ул.
Район етәкселеге, быға тиклем Күгәрсен еренең үҫешенә күп көс һалған элекке етәкселәрҙе лә оло йыйынға саҡырып, осрашыу тантанаһының мәртәбәһен күтәрҙе. Һуңғы майҙанда көрәш, ат сабышы, йүгереү ойошторолдо. Балалар мәнфәғәте лә ситтә ҡалманы – майҙансыҡта балалар уйнап кинәнде. Йыйын уңышлы һәм фәһемле булды.
Ауыл хакимиәте рәйесе Әхмәтйән Вәлитов, бөтә халыҡты ҡотлап, ҙур байрамды ойоштороуға ҙур өлөш индергән яҡташтарына рәхмәт һүҙен еткерҙе.
Был юлы ла мин үҙ еремдән, халҡымдың ихласлығынан көс-ғәйрәт алып ҡыуанып ҡайттым.
Күренекле шағир Рәмил Йәнбәк яҙыуынса,
…Ил инәһе Зәйнәп апай бында
Рухҡайына ҡеүәт туплаған.
Бәрәкәтле ерем, гүзәл халҡым,
Ғүмер буйы һеҙгә һоҡланам.
Бына шулай, ауырлыҡтарға ҡарамай алға ынтылыусы, ҡаҡшамаҫ яҡташтарым менән сикһеҙ ғорурмын, бәхетлемен.

Ләлә БЕЙЕШЕВА,
Башҡортостан Журналистар
союзы ағзаһы.


Күгәрсен районы.


Вернуться назад