1964 йылдан Аҡъяр балалар йортонда тәрбиәләндем, шунда алты йыл белем алдым. Бала саҡтың матур осоро булып хәтерҙә ҡалған ул ваҡыттар. Бик татыу, дуҫ йәшәнек. Шул йылдар һағындырып иҫкә төшә.
Ул саҡта әсәй урынына күргән тәрбиәсебеҙ Ғәтифә апай бөгөн Үрген ауылында йәшәй. Уның менән ай һайын тигәндәй осрашып торабыҙ. Балалар йортонан төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралышыуға быйыл 40 йыл булды. Ошо ыңғайҙан май айында Аҡъярҙа осрашырға һөйләштек. Рәмзиә, Зифа һәм Фәриҙә Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Зөбәйҙәбеҙ — Магнитогорскиҙа. Бер нисә ҡыҙыбыҙ Аҡъярҙың үҙендә донъя көтә, Алмабикә — Ырымбур өлкәһенең Поповка ауылында, Рәғиҙә — Әбйәлилдә, Ләлә — Шишмә районында. Ә ҡалғандарының ҡайҙа икәнлеген белмәйем. Төркөмөбөҙҙә 30-лап ҡыҙ, 15 малай ине.
Һабаҡташтарым, тауыш бирегеҙ! Әйҙәгеҙ, бер осрашып һөйләшеп ултырайыҡ, ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанмайыҡ! Был донъяла беҙ ҡунаҡ ҡына бит.
Миңзәлә РӘШИТОВА
(Парпиева).
Ейәнсура районы.