“Саҙалыла бәрҙе мәскәүләп...”25.07.2017
“Саҙалыла бәрҙе мәскәүләп...” “Йөрөгән аяҡҡа йүрмә булһа ла эләгә” тигәндәй, Ейәнсура районында Иҫәнғолдо үтеп барғанда, юл ситендәге тәғәмханала тамаҡ ялғау ниәтенән ялға туҡтаныҡ. Көн бер аҙ болоҡһоп, ямғыр һибәләп тороуға ҡарамаҫтан, хужа кеше Нәжип Юлдашбаев алсаҡ, асыҡ сырай менән ҡаршы алды.

Үҙебеҙҙең ниндәй маҡсат менән йөрөгәнебеҙҙе әйткәс, ҡыуанып китте. Һәр һорауыбыҙға ихлас күңелдән яуап алдыҡ. Рәжәп менән (бер туған ағаһы) малай саҡтан бергә үҫеп, уйнап, хәҙер ҙә эштәрҙе бергә алып барырға тырышабыҙ. Нәжиптең йырҙарын ул яҡтарҙа яратып тыңлайҙар. Гармунын ҡулына алып, үҙе яҙған йырҙы ла ишеттерҙе беҙгә. Булһа-була бит кешелә моң!
– Биш йәштән атайһыҙ үҫеү йырҙарымда ла сағылыш тапҡан, – ти ул. – Әсәй һәр ваҡыт эштә булды. Саҙалы йылғаһында бәрҙе мәскәүләп көн уҙғара инек, – ти. – Унлаған бәрҙе тотабыҙ ҙа ҡайтып ҡурып ашайбыҙ, тағы киләбеҙ йылға буйына.
Минеңсә, ирмен тигән ир затында йә балыҡсы, йә һунарсы ҡомары булырға тейештер ул. Бынан бер нисә йыл элек быуа төҙөп, һаҙан, аҡ амур, һөмбаш ебәргәйнем, бағры балығы ла бар ине. Һунарсылар йәмғиәтенә инеп киткәс, быуа бер аҙ онотолобораҡ торҙо. Ваҡыт та етмәй, урманға йыш йөрөргә кәрәк. Хужалыҡҡа Ейәнсура районы урмандарының 70 проценты инә. Һунарсыларға рөхсәт ҡағыҙы бирәбеҙ. Айыуға, мышыға, ҡабан сусҡаларына һунар итәләр. Өҫтәүенә ағас менән дә шөғөлләнәм.
– Уңышлы эшләү нигеҙе – егәрлелек, – ти әңгәмәсебеҙ. – Таң менән тораһың да ҡара кискә хәтлем йүгерәһең.
Бына шундай өлгөр егет булып сыҡты Нәжип Юлдашбаев.


Вернуться назад