Һуңғы ваҡытта Нөгөш һыу һаҡлағысы тураһында хәбәрҙәр ишетелеп ҡалғас, беҙ ҙә туҡтап, Нөгөш ауылы биләмәһе башлығы Әсхәт Ибәтулла улы Ҡурмаевҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. – Һеҙҙә балыҡсыларҙың яҙғы ярышы ойошторолорға тейеш ине. Һеҙ уны Йылыкүлгә күсереп үткәрҙегеҙ. Сәбәбе нимәлә?
– Һыу һаҡлағыс милли парк биләмәһенә ҡарағас, прокуратура ҡарары менән ярышты тыйҙылар, әммә беҙ юлын табып, үткәреп ҡуйҙыҡ. Паркка инеү хаҡы ҡыйбат түгел, ни бары 100 һум. Был ғына аҡса менән әллә ни ҡыйратып булмай. Кеше ял итергә килгәс, ҡармағын да ала бит инде. Һәүәҫкәр балыҡсыларҙың күбеһе ял итергә ғаиләһе менән килә бында. Әммә ҡармаҡ һалып булмай.
Балыҡсылыҡ тураһында федераль закон сыҡһа ла, милли паркта ҡармаҡ менән балыҡ тотоу тураһында унда әйтелмәй. Шул сәбәпле низағтар килеп сыға ла инде. Һәүәҫкәр балыҡсыларға рөхсәт итергә кәрәк. Әлеге ваҡытта ике балыҡсылыҡ хужалығы эшләп килә. Үрек йылғаһы буйында дамбалар ҡороп, бағры балығы үрсетәләр.
Башҡортостан Республикаһы тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуратураһының 2017 йылдың 3 мартынан Нөгөш, Яҡтыкүл һәм Көньяҡ Үләнде күлдәрендә балыҡ тотоуҙы тыйыу тураһындағы ҡарары нигеҙендә уларҙа һаҡлау ойошторолған.
Бында ҡырағай туризм сәскә ата. Арттарынан сүп-сар ҡалдырыусылар ҙа юҡ түгел. Ял итеүселәрҙең 70 процент тирәһе Ырымбур өлкәһенән. Хаҡты күтәрһәләр, килмәүҙәре лә бар. Салауат комбинаты селбәрә ебәреп тора, Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығының филиалы эшләй. Әле яңыраҡ ҡына һаҙан, табан селбәрәләре ебәрелде. Бағрыны селбәрәнән һатыуға тиклем үҫтерәләр.
Ял көндәрендә 22 базаға 15 меңгә яҡын кеше килә. Һәргәй, Нөгөш ауылдары халҡы емеш-еләген һата, ҡайһы берҙәре өйҙәрен ҡуртымға ла бирә. Экология йылында төҙөкләндереү эштәре лә башҡарыла, юл һалына.
Республикала туризмды үҫтереү буйынса байтаҡ эш башҡарыла, әммә, ҡайһы бер Рәсәй төбәктәре менән сағыштырып ҡараһаң, әллә ни алға китеш юҡ. Шәхси эшҡыуарҙарға юл асырға кәрәк. Урындағы эске эштәр бүлеге айырым маҡтауға лайыҡ, ярҙамға кешеләр биреп торалар, сөнки ял итеүселәр араһында төрлөһө була бит инде.