Тәбиғәт күренештәрен күҙәтә барған һәр балыҡсының үҙенең генә һынамыштары бар.Балыҡтың иң яҡшы ҡапҡан мәле, әлбиттә, иртәле-кисле. Был ваҡытта балыҡ ярға яҡын килә. Атмосфера баҫымы, һауа температураһы ла ҙур йоғонто яһай. Ныҡ эҫелә йәки һыуыҡта балыҡ әллә ни ҡапмай. Әҙ генә ямғыр һибәләп торһа, яҡшыға. Оҙайлы яуым-төшөмдә насар эләгә.
Балыҡсылар ел ҡайһы яҡтан иҫкәнен дә күҙ уңында тота. Мәҫәлән, төньяҡтан йәки төньяҡ-көнсығыштан ел иҫһә, йылға, күл буйҙарына йөрөмәһәң дә ярай; көньяҡтан йәки көнбайыштан иҫһә, уңырһың. Емләгес менән тотҡандарға көслө ел дә ҡамасау түгел, һыуҙан ел ярға иҫһә, ҡорман балығы яҡшы эләгеүсән. Яңы тыуған айҙа ихлас эләгә, тулған айҙа тик иртәнсәк тоторға мөмкин. Һыу һайығая барған һайын балыҡ тәрәнгәрәк китә. Ыуылдырыҡ сәскәндә балыҡ эләкмәй. Тотороҡло атмосфера баҫымында яҡшы эләгә.