Ата-әсә өсөн балаһы тураһында йылы һүҙ ишетеүҙән дә ҙур шатлыҡ юҡтыр. Яңыраҡ Ҡаһарман ауылында йәшәүсе Рима Йосоп ҡыҙы менән Вәкил Камал улы Ирғәлиндәр ғаиләһенә лә ошондай йылы сәләм һүҙҙәре килгән. Уны улдары Йәмил хеҙмәт иткән часть командиры яҙған.
Хатта былай тиелә: “Һеҙгә улығыҙ Ирғәлин Йәмил Вәкил улының хәрби бурысын намыҫлы үтәүе, ҡорал һәм техника менән оҫта эш итеүе, хәрби уҡыу һәм хеҙмәт ваҡытында тырышлыҡ, һөнәри оҫталыҡ күрһәтеүе тураһында тәрән ҡәнәғәтлек менән хәбәр итәм. Хеҙмәттәштәре һәм бүлексә командирҙары араһында хөрмәт ҡаҙанды.
Һеҙ лайыҡлы рәүештә улығыҙ менән ғорурлана алаһығыҙ”.
Йәмил, Ҡаһарманда VIII класты тамамлағандан һуң, Өфөнөң 5-се спорт мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Урта мәктәптән һуң Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжына уҡырға инә. Унда ла спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Йәше еткәс, хәрби хеҙмәткә саҡыралар.
Киләсәктә Йәмилдең иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, туғандарын тағы ла ҙурыраҡ уңыштары менән ҡыуандырып йәшәүен теләйбеҙ.
Рәмилә МУСИНА.
Белорет районы.