Күп кенә балыҡсылар бүрттерелгән борсаҡҡа тоторға ярата, әммә күптәре уны нисек дөрөҫ әҙерләргә белеп етмәй. Борсаҡты һыуға һалғас, бер семтем сода өҫтәп, өс тәүлеккә ултыртып ҡуябыҙ. Шунан һуң ошо уҡ һыуында ҡайнатабыҙ. Өҫтөндә күбектәр йыйылыу менән уттан алабыҙ. Һыуынғас, һалҡын һыуҙа йыуабыҙ. Шуныһы отошло: беренсенән, борсаҡ икегә бүленмәй, икенсенән, йомшаҡ була. Бойҙайҙы ла шулай эшләргә мөмкин. Опто, карп, ҡорман, табан тотҡанда бойҙай ҡулланыу яҡшы. Уны асыҡ табала сода һалып бешерергә кәрәк. Бүрткәс, шул уҡ табала көнбағыш майында еңелсә генә ҡыҙҙыралар.
Һыу буйында таш мүгенә лә тоторға мөмкин. Сабаҡ, күстерә, ҡыҙылғанат эләгә.
Сиңерткәне ҡулланмаған балыҡсы юҡтыр. Һыу өҫтөнән тотоу өсөн шундай уңайлы, хатта ай яҡтыһында ла һикертеп, бағры, бәрҙе тоторға мөмкин. Сиңерткәгә ажау яҙҙан көҙгә тиклем эләгә. Бесәнлектән күп итеп йыйырға мөмкин.
Һағыҙаҡ ҡарышлауығына бөтә һаҙан ғаиләһенә ҡараған балыҡтар эләгә. Уны ҡараңғы төшөп килгәндә ояһынан алалар, һалҡын урында һаҡлайҙар. Ҡарышлауыҡ йомшаҡ була, шуға күрә осло, нәҙек ҡармаҡ кәрәк.
Бына июль айы ла етте. Балыҡсылар әллә ни уңыш менән ҡайтмай, сөнки һыуҙа аҙыҡ күбәйә, төрлө ылымыҡтар, ҡорттар, ҡарышлауыҡтар, ҡабырсаҡтар үрсегәндән-үрсей.
Оптоно тәрән ерҙәрҙә икмәк ҡатыһына, ҡорман балыҡты төнөн бер нисә селәү ҡаптырылған ырғаҡҡа, бүрттерелгән бойҙайға тоторға мөмкин. Карп, һаҙанды фасолгә, кукурузға һәм борсаҡҡа тоторға була. Ҡара балыҡ ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа, селәүгә эләгә. Табанды селәүгә, бойҙайға ҡармаҡлайҙар. Балыҡтар ауыр осор кисерә. Талдан, тирәктән мамыҡ ҡойола. Балыҡтар шуны ашап ауырыйҙар, был хәл өс-дүрт аҙна дауам итә.
Табан, тиҫкәре балыҡ исемен алып, балыҡсыларҙы аптырата, әммә етен орлоғон төйөп, ем һалғысығыҙҙы тултырһағыҙ, эләктермәй ҡайтмаҫһығыҙ.