Улар – ижади йәштәр. Бөрйән районы ҡыҙы, шағирә Таңсулпан Рәсүл менән Баймаҡ районы егете, хәҙер инде кейәүебеҙ, ҡурайсы Айҙар Байтимеровтың сәстәрен сәскә бәйләп, дөбөрләтеп яуған ямғырҙары, сағыу ҡояшлы көндәре менән хәтерҙә ҡаласаҡ иҫ киткес йәмле йәйҙә үткән никахтары айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Һәр миҙгелдә тормош шатлыҡтары, байлыҡтары, даны, ҡаршылыҡтары менән һынағанда ла бер-берегеҙгә терәк булып ҡалығыҙ, танышҡан, ғашиҡ булышҡан көнөгөҙ һеҙҙе ғүмерлеккә бәйләр ныҡлы һөйөү тамғаһы булһын!
Ул – бар,
Һин дә – бар,
Донъя – әйләнә.
Туғандар – терәк
Туйлап бәйләгән.
Һин – бар,
Ул да – бар.
Донъя – түңәрәк.
Тик диңгеҙ гиҙер
Дуҫтар ҙа кәрәк.
Һин – бар,
Ул да – бар.
Донъя – ҡуласа.
Тик ҡото китер,
Бала булмаһа.
Ул – бар,
Һин дә – бар.
Донъяғыҙ – бөтөн.
Тик йәмен тапмаҫ
Һин унһыҙ бер көн.
Ул һинһеҙ бер көн.
Ҡотлау менән “Башҡортостан”дар.