Тәмле булһын тиһәң...25.07.2017
Тотҡан балығыңды һыуыт­ҡысҡа урынлаштырыр алдынан йыуып, ҡоротҡансы һөртөргә кәрәк. Полиэтилен ҡаптарға тултырырға мөмкин, ҡағыҙға ураһаң да ярай.

* * *
Һимеҙ балыҡтар ябығынан әҙ ваҡыт һаҡлана. Балыҡты туң­дырып, 6 ай һаҡларға мөмкин.
* * *

Күл-быуа балыҡтарынан ләм еҫе килһә, тоҙло һыуҙа тотоп алырға кәрәк. Һуңынан таҙа һыуҙа йыуырға ғына ҡала.

* * *

Балыҡты ҡурыр алдынан һөткә һалып алһаң, йомшаҡ та, тәмле лә булыр.

* * *

Суртан, һыла, алабуға ыуылдырыҡтарын ҡышҡылыҡҡа тоҙлап, тәмле деликатес әҙерләргә була. Тәүлек дауамында тоҙло һыуҙа ятҡандан һуң ыуылдырыҡ быяла һауытҡа тултырыла, тәмләткестәр, көнбағыш майы һалына һәм ябып, һыуытҡысҡа ултыртыла.


Вернуться назад