Ҡөрьәнде таңда уҡы21.07.2017
Бөтөн дауа – тәбиғәттә. Тәнгә лә, күңелгә лә шифа – унда ғына.

Таң менән ысыҡ кисеп, теләк­тәреңде әйтһәң, улар ҡабул булыр, тигән һүҙҙәр бар. Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте был. Таңғы ысыҡтың ғына түгел, ошо мәлдә ҡылынған доғаларҙың да көсө мөғжизәгә тиң. Тәбиғәттең уянған мәлендә бөтөн изге теләктәр ҡабул була, тән дә, йән дә шифа ала.
“Ике йөҙлөләр иртәнге һәм төнгө намаҙҙарҙы уҡыуҙан ситләшергә тырышалыр, — тигән пәйғәмбәребеҙ Мө­хәм­мәт ғәләйһис-сәләм. — Әгәр бының арҡылы нимә юғалтҡанын бел­һәләр, ғәмәл ҡылырға тубыҡ­ланып килерҙәр ине”.
Эйе, күптәр был ваҡыттағы на­маҙҙарҙы иң ауыры тип һанай. Ә йоҡонан ваҡытында уяныу өсөн физик һәм рухи әҙерлек, ихтыяр көсөнөң булыуы мөһим. Иң мөһиме — иртәнге ғибәҙәттең башҡалары араһында айырыуса ҙур әһәмиәткә эйәлеген оноторға ярамай.
“Намаҙҙы көндөҙҙән ҡараңғы төн­гә ҡәҙәр (өйлә, икенде, аҡшам, йәстү) ҡыл, ә Ҡөрьәнде таңда, ша­һиттар (фәрештәләр) янында уҡы”, — тиелгән изге китапта. Тимәк, иртәнсәк әҙәм балаһы яңғыҙы булмай, уның доғаларын тыңлаусылар бар.
Таңда намаҙ уҡымау Аллаһ Тәғә­ләнең ярҙамынан мәхрүм ҡалыуға килтерә. Ошолай булмаһын өсөн йоҡлар алдынан бүлмәне елләтергә, йәстүҙән һуң ваҡытында йоҡларға ятырға кәрәк. Иртәнге намаҙҙың ни ҡәҙәр ҙур әһәмиәткә эйәлеген, уны ҡалдырырға ярамағанлығын аңға ныҡлы һеңдереү мөһим. “Тағы бер-ике минут ҡына ятам да...” тигән уйҙың алдатҡыс икәнлеген оноторға ярамай.
Иртәнсәк самолетҡа өлгөрөргә йә эш буйынса ҡайҙалыр барырға тура килһә, берәү ҙә ләззәтләнеп йоҡлап ятмаясаҡ, мотлаҡ уянасаҡ. Ошо күренеш менән сағыштырғанда ғына ла, мосолмандың иртәнге намаҙҙы ҡалдырыуын аҡлау мөмкин түгел: әгәр ул таңдан тормай икән, тимәк, әҙерлеге лә шул саҡлы. Үҙ-үҙеңде тәрбиәләргә, хаталарыңды төҙәтергә өйрәнергә кәрәк.


Вернуться назад