Интернет селтәрендә үҙемә кәрәкле мәғлүмәт эҙләгәндә “Бер сәғәткә дуҫ”, “Прокатҡа дуҫ” тигән хеҙмәттәргә тап булдым. Баҡтиһәң, ундай йүнәлештәр баҙарҙа күптән бар икән.Мәғлүмәттәр буйынса, Американан Скотт Розенбаум – ошондай хеҙмәт булдырған тәүге йүнсел. Ул бындай бизнесты Канадала һәм АҠШ-та киң йәйелдергән. Рәсми сайты – донъяла иң билдәлеһе, унда йөҙҙәрсә мең кеше теркәлгән. Был хеҙмәт хәҙер Рәсәйгә лә ят түгел икән. Ҙур ҡалаларҙа айырыуса киң таралған.
Эйе, хәҙерге баҙар кешенең ихтыяждарына үтә һиҙгер: йәмғиәттә күптәр һөйләшеүгә “һыуһап” йәшәй. Ғәжәп, мәғлүмәт саралары арта барған һайын аралашыу кәмей. Интернет, ни генә тимә, минеңсә, яңғыҙлыҡ сығанағы шул. Унан “сыҡмаған” кешеләрҙең күңеле бөтөн түгел. Йәнә шуға инанғанмын: социаль селтәрҙәге дуҫтарҙың күбеһе тиерлек яһалма. Бәғзеләренең урамда осрағанда хатта ки танымай, белһә лә, иҫәнләшмәй үтеп китеүенә әллә күпме шаһит булдым. Бындай “дуҫлыҡ” нимәгә, “лайк” өсөнмө? Ихлас күңелдән аралашыуҙан мәхрүм әҙәм балаһы уның һайын эсенә йомола. Яһалмалыҡ ҡайҙа алып барыр?
Ә бизнес өсөн был табыш ҡына. “Бер сәғәткә дуҫ” булып, үҙен ҡуртымға биреп, айырым кешеләр ҙә, уларға эш биргәндәр ҙә яҡшы аҡса һуғыу мөмкинлегенә эйә. Хеҙмәткә мохтаждарҙың сәбәптәре иһә төрлөсә. Берәүҙәр виртуаль донъянан туйған, икенселәр аралашыуҙа ҡыйынлыҡ кисерә, үҙ көсөнә ышанмай, өсөнсөләрҙе яңы дуҫы менән маҡтаныу маҡсаты йөрөтә, дүртенселәр күҙ йәшен түгеп алырға теләй һ.б. Тимәк, хеҙмәтләндереүсе һәр яҡлап килгән кеше булырға тейеш. Бәлки, уның менән берәй клиенты араһында артабан ысын дуҫлыҡ тоҡаналыр. Ләкин, белгестәр әйтеүенсә, аҡсаға ҡоролған бәйләнеш күпселек осраҡта түләнгән сәғәттән үтмәй. Был аңлашыла ла: ысын дуҫты һатып алып буламы һуң? Тик аҡса хаҡында уйлаған кешенән ихлас мөнәсәбәт көтөү мөмкинме?
Әйткәндәй, хәҙер күп илдәрҙә хатта ки туғандарҙы прокатҡа алып торорға була икән. Кешеләр араһындағы иң ҙур ҡиммәттәрҙе шулай баһалауҙары йөрәкте телә.
Исламда туғанлыҡҡа, дуҫлыҡҡа ифрат ҙур урын бирелә. Яҡын кешеләргә ҡарата яҡшы мөнәсәбәттең ни ҡәҙәр ҙур әһәмиәткә эйәлеген раҫлаған хәҙистәр бихисап. Шуларҙың бер нисәүһен иҫкә алып үтәйек. “Туғандары менән бәйләнеште өҙгән кеше ожмахҡа инмәҫ”, “Кем ризығының күп, ғүмеренең оҙон булыуын теләй, шул туғандары менән бәйләнеште яҡшыртһын”, “Рәхим (туғанлыҡ бәйләнештәре) Аллаһтың тәхетендә эленеп тора. Кем уны һаҡлай, шуны Раббыбыҙ хәстәрләр, ә араларҙы өҙгәнгә ауырлыҡ өҫтәр”, “Туғандар менән бәйләнеште сәләм биреп булһа ла тотоғоҙ” һ.б. Динебеҙҙә дуҫлыҡты һаҡлау зарурлығы ла тәҡрар ителә. Был изге төшөнсәләр мәңгелек, уларҙы һис нигә алмаштырыу мөмкин түгел.
Туғанлыҡты, дуҫлыҡты нығытыу маҡсатында динебеҙ даими осрашып, күрешеп тороу, хәл белешеп йәшәү бурысын ҡуя. Мосолман яҡындарының матди хәлен дә хәстәрләргә, мохтажлыҡ кисергәндәргә ярҙам күрһәтергә әҙер булырға тейеш. Әгәр ҙә ки араларҙа ошондай күркәм бәйләнеш юҡ икән, яҡынлыҡ тойғоһоноң юғалыуы ихтимал. Ут өҫтәп тормаһаң, усаҡ һүнә бит, шуның шикелле туғанлыҡ хисенең дә ҡуҙға әйләнеүе бар. Ә уны көсәйтеп тороу бөтөн тормошоңа бәрәкәт бирә, нәҫелеңә ҡот өҫтәй. Дуҫлыҡ та ошондай уҡ хәстәрлеккә лайыҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәтебеҙҙә был изге төшөнсәләргә иғтибар кәмене кеүек. Хатта ки ҡайһы берәүҙәр яҡындарының ҡунаҡҡа килеүенән ҡурҡып йәшәй. Хәл белешеп сығыу ҙа һирәк күренеш хәҙер. Күңел тарлығымы был, һаранлыҡмы, битарафлыҡмы? Бүлешкәндән бәрәкәт арта ғына, тигән бит боронғолар. Бер-беребеҙҙең хәлен белешеп йәшәһәк, шатлыҡ-ҡыуаныстар ишәйер, ҡайғы-хәсрәт аҙайыр, йәнебеҙ тынысыраҡ булып ҡалыр ине лә бит. Бейек ҡапҡалар артында ярым-йорто көн итеү ниндәй ырыҫ килтерһен? Һөҙөмтәлә “бер сәғәткә туған”, “прокатҡа дуҫ” хеҙмәттәре беҙҙең тормошҡа ла үтеп инмәҫ тип кем тулы ышаныс менән әйтә ала?
Өммәт ошондай хәлгә төшмәһен өсөн Исламда даими осрашыу, фекер алышыу саралары күп ҡаралған. Әйтәйек, йома һайын йәмәғәт намаҙына йыйылыу ҙа үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығыта, уртаҡ маҡсат ҡороп, унан тайпылмайса йәшәргә өйрәтә. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт тә – ҙур тәрбиә алымы. Кире осраҡта, тарҡалыуға бер аҙым. Ә айырымланыу, яңғыҙлыҡ, күңел сиренә килтереп, тотош йәмғиәтте зарарлай.